Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшҡыуарҙар ҙа “каникул”ға сыға
28 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаларын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙар өсөн 0 процент күләмендәге һалым ставкаһын билдәләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған.

Бындай ташлама ғәмәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ҡағыла. 2015—2017 йылдарҙа республикала иҡти­садтың үҫешен һәм социаль тотороҡ­ло­лоҡто тәьмин итеүҙең комплекслы планын тормошҡа ашырыу йәһәтенән йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе ул. Документ Рәсәйҙең Һалым кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы эшләнгән. Яңыртылған Кодекста ил төбәк­тәренә тәүге тапҡыр теркәлгән һәм етеш­те­реү, социаль, ғилми тармаҡтарҙа эш­ләгән йүнселдәр өсөн ике йыллыҡ һалым “каникулын” ғәмәлгә индереү тураһында ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын биреү күҙҙә тотола.
Һалым ташламалары патент систе­ма­һының 23 һәм ябайлаш­тырылған систе­малағы 21 эшмәкәр­лек төрө буйынса эшләгән бәләкәй һәм урта бизнес вәкил­дәренә ҡағыла. Һалым каникулы систе­маһы 2020 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала. Республика Законы иһә патент системаһы буйынса эшләгәндәр өсөн — майҙың беренсе декадаһынан, ябайлаштырылған системаны файҙаланыусыларға ҡарата киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. “Каникул” — патент ҡулланғандарға ике календарь йыл, ябайлаштырылған система буйынса эшләгәндәргә ике һалым осоронда ғәмәлдә ҡала.
Әйткәндәй, был мәсьәлә 19 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов­тың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуында ла тикшерелгәйне.
– Беҙ киләсәккә ҡарап эш итергә тейешбеҙ. Беренсенән, йүнселдәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырһаҡ, икенсенән, уларҙың башҡа төбәктәргә китеүенә, ситтә теркәлеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, — тине төбәк етәксеһе.






Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521