Эшҡыуарҙар ҙа “каникул”ға сыға05.05.2015
28 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаларын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙар өсөн 0 процент күләмендәге һалым ставкаһын билдәләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған.
Бындай ташлама ғәмәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ҡағыла. 2015—2017 йылдарҙа республикала иҡтисадтың үҫешен һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеүҙең комплекслы планын тормошҡа ашырыу йәһәтенән йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе ул. Документ Рәсәйҙең Һалым кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы эшләнгән. Яңыртылған Кодекста ил төбәктәренә тәүге тапҡыр теркәлгән һәм етештереү, социаль, ғилми тармаҡтарҙа эшләгән йүнселдәр өсөн ике йыллыҡ һалым “каникулын” ғәмәлгә индереү тураһында ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын биреү күҙҙә тотола.
Һалым ташламалары патент системаһының 23 һәм ябайлаштырылған системалағы 21 эшмәкәрлек төрө буйынса эшләгән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә ҡағыла. Һалым каникулы системаһы 2020 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала. Республика Законы иһә патент системаһы буйынса эшләгәндәр өсөн — майҙың беренсе декадаһынан, ябайлаштырылған системаны файҙаланыусыларға ҡарата киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. “Каникул” — патент ҡулланғандарға ике календарь йыл, ябайлаштырылған система буйынса эшләгәндәргә ике һалым осоронда ғәмәлдә ҡала.
Әйткәндәй, был мәсьәлә 19 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуында ла тикшерелгәйне.
– Беҙ киләсәккә ҡарап эш итергә тейешбеҙ. Беренсенән, йүнселдәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырһаҡ, икенсенән, уларҙың башҡа төбәктәргә китеүенә, ситтә теркәлеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, — тине төбәк етәксеһе.