Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙары Бөрйән еренән
Тамырҙары Бөрйән еренән Рәмил Вәлиев сығышы менән Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүенә байтаҡ йыл үткән. Заманында металлургтар ҡалаһының абруйлы, эшсе һөнәренең маҡтаулы булыуы Рәмил Зиннур улын да ошо ҡалаға алып килә. Юҡ, үкенмәй ул: оҙаҡ йылдар “Огнеупор” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Үҙ һөнәренә ғашиҡ, “алтын” ҡуллы эшсене коллективта ла бик ихтирам итәләр. Ҡатыны Сәлимә Нурмөхәмәт ҡыҙы менән Ләйсән һәм Лариса исемле ҡыҙҙар үҫтерә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәмил Зиннур улы йәшәү, тормош мәғәнәһе хаҡында йышыраҡ уйлана. Асылына кире ҡайтҡандай, халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына, милли музыка ҡоралдарын өйрәнә башлай. Күптәнге яратҡан шөғөлөнә — ағасты һырлау, юныу, семәрләү эшенә — ныҡлап тотона. Төрлө әйберҙәр яһап ҡарағас, килеп сыҡҡандай тойола, оҡшап та ҡала. Тыуған яғына ҡайтҡан һайын йүкә ағасын алып килә, сөнки ул башҡа ағастарға ҡарағанда ҡаты, тиҙ ҡарайып та бармай. Бөгөн оҫтаның йортон үҙ ҡулы менән эшләгән кухня һәм кейем шкафтары, ултырғыстары, өҫтәле, семәрле ишектәре биҙәй. Төрлө ваҡ әйбер һаҡлау өсөн кескәй һандыҡ-комодтары, ағастан юнып эшләнгән һырлы ҡалаҡтары, ижау кеүек ҡулайламалары ла һоҡландыра.
Рәмил Зиннур улының тағы ла бер шөғөлөн телгә алыу фарыз. Һуңғы йылдарҙа ул ҡумыҙ яһау серҙәренә төшөнөп, теләүселәр өсөн бик моңло башҡорт халҡының музыка ҡоралын етештерә. Тимерҙе үҙе эшләгән заводта сыныҡтырып, кәрәкле формаға килтереп ала. Оҫта әйтеүенсә, ҡумыҙ моңло тауыш сығарһын өсөн телдәрен ныҡлы тимерҙән яһау кәрәк. Йомшаҡ булғанда, ул тиҙ һыныусан.
— Үҙем бер ҡасан да уйнап ҡарамаған ҡумыҙҙы эшләү теләге көтмәгәндә тыуҙы, — ти әңгәмәсем. — Бер шулай музыка ҡоралдары һатылған магазинда Австрияла эшләнгән ҡумыҙ күҙемә салынды. Яңылыш күрәмме икән әллә тип, яҡыныраҡ барып ҡарайым. Ысынлап та, Австрияла етештерелгән. “Ни өсөн башҡорт халыҡ уйын ҡоралын үҙебеҙгә яһап ҡарамаҫҡа?” тигән уй килде башыма. Уйлап йөрөп, китаптар уҡып, эшләп ҡарарға тәүәккәлләнем. Килеп сыҡты ҡумыҙ, хатта моңо ла күңелгә ятышлы ине.
Бөгөнгәсә әллә күпме ҡумыҙ эшләгән оҫта. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Ҙуры ла, бәләкәйе лә. Теләгәнеңде һайлап ал! Хатта һаҡлау өсөн махсус ҡумтаһын да эшләп бирә, уныһын да матурлап, семәрләп тигәндәй. Бәләкәй ҡумыҙ 400 һум тирәһе тора, уртансыһы — 600, иң ҙуры — 700-800 һум самаһы. Балаларҙы был музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеү маҡсатында Рәмил Вәлиев Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарының күп кенә мәктәптәре һәм клубтарына ҡумыҙҙарын бүләк иткән. Хәҙер үҙе лә ошо музыка ҡоралында төрлө көйҙәр уйнарға ярата, ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йортона йөрөй. Беҙ барғанда ла дәртләнеп Мәсетлегә ҡумыҙсылар бәйгеһенә барырға йыйына ине.
Рәмил Вәлиев йәнә лә шиғырҙар яҙа. Күңел түренән сыҡҡан ижады тыуған яғына — йәмле Бөрйәненә, уның гүзәл тәбиғәтенә, яҡындарына арналған. Тиҙҙән үҙенең китабын нәшерләү теләге менән дә янып йәшәй һөнәрмән милләттәшебеҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521