Рәмил Вәлиев сығышы менән Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүенә байтаҡ йыл үткән. Заманында металлургтар ҡалаһының абруйлы, эшсе һөнәренең маҡтаулы булыуы Рәмил Зиннур улын да ошо ҡалаға алып килә. Юҡ, үкенмәй ул: оҙаҡ йылдар “Огнеупор” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Үҙ һөнәренә ғашиҡ, “алтын” ҡуллы эшсене коллективта ла бик ихтирам итәләр. Ҡатыны Сәлимә Нурмөхәмәт ҡыҙы менән Ләйсән һәм Лариса исемле ҡыҙҙар үҫтерә.Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәмил Зиннур улы йәшәү, тормош мәғәнәһе хаҡында йышыраҡ уйлана. Асылына кире ҡайтҡандай, халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына, милли музыка ҡоралдарын өйрәнә башлай. Күптәнге яратҡан шөғөлөнә — ағасты һырлау, юныу, семәрләү эшенә — ныҡлап тотона. Төрлө әйберҙәр яһап ҡарағас, килеп сыҡҡандай тойола, оҡшап та ҡала. Тыуған яғына ҡайтҡан һайын йүкә ағасын алып килә, сөнки ул башҡа ағастарға ҡарағанда ҡаты, тиҙ ҡарайып та бармай. Бөгөн оҫтаның йортон үҙ ҡулы менән эшләгән кухня һәм кейем шкафтары, ултырғыстары, өҫтәле, семәрле ишектәре биҙәй. Төрлө ваҡ әйбер һаҡлау өсөн кескәй һандыҡ-комодтары, ағастан юнып эшләнгән һырлы ҡалаҡтары, ижау кеүек ҡулайламалары ла һоҡландыра.
Рәмил Зиннур улының тағы ла бер шөғөлөн телгә алыу фарыз. Һуңғы йылдарҙа ул ҡумыҙ яһау серҙәренә төшөнөп, теләүселәр өсөн бик моңло башҡорт халҡының музыка ҡоралын етештерә. Тимерҙе үҙе эшләгән заводта сыныҡтырып, кәрәкле формаға килтереп ала. Оҫта әйтеүенсә, ҡумыҙ моңло тауыш сығарһын өсөн телдәрен ныҡлы тимерҙән яһау кәрәк. Йомшаҡ булғанда, ул тиҙ һыныусан.
— Үҙем бер ҡасан да уйнап ҡарамаған ҡумыҙҙы эшләү теләге көтмәгәндә тыуҙы, — ти әңгәмәсем. — Бер шулай музыка ҡоралдары һатылған магазинда Австрияла эшләнгән ҡумыҙ күҙемә салынды. Яңылыш күрәмме икән әллә тип, яҡыныраҡ барып ҡарайым. Ысынлап та, Австрияла етештерелгән. “Ни өсөн башҡорт халыҡ уйын ҡоралын үҙебеҙгә яһап ҡарамаҫҡа?” тигән уй килде башыма. Уйлап йөрөп, китаптар уҡып, эшләп ҡарарға тәүәккәлләнем. Килеп сыҡты ҡумыҙ, хатта моңо ла күңелгә ятышлы ине.
Бөгөнгәсә әллә күпме ҡумыҙ эшләгән оҫта. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Ҙуры ла, бәләкәйе лә. Теләгәнеңде һайлап ал! Хатта һаҡлау өсөн махсус ҡумтаһын да эшләп бирә, уныһын да матурлап, семәрләп тигәндәй. Бәләкәй ҡумыҙ 400 һум тирәһе тора, уртансыһы — 600, иң ҙуры — 700-800 һум самаһы. Балаларҙы был музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеү маҡсатында Рәмил Вәлиев Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарының күп кенә мәктәптәре һәм клубтарына ҡумыҙҙарын бүләк иткән. Хәҙер үҙе лә ошо музыка ҡоралында төрлө көйҙәр уйнарға ярата, ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йортона йөрөй. Беҙ барғанда ла дәртләнеп Мәсетлегә ҡумыҙсылар бәйгеһенә барырға йыйына ине.
Рәмил Вәлиев йәнә лә шиғырҙар яҙа. Күңел түренән сыҡҡан ижады тыуған яғына — йәмле Бөрйәненә, уның гүзәл тәбиғәтенә, яҡындарына арналған. Тиҙҙән үҙенең китабын нәшерләү теләге менән дә янып йәшәй һөнәрмән милләттәшебеҙ.