Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тере һыуҙың ҡөҙрәте сикһеҙ
Билдәле сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина проекты буйынса ике тиҫтә йыл рәттән дауам иткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы быйыл да юғары кимәлдә уҙҙы. Ун көн дауамында барған бәйгелә өс йәштән алып 180-ләп кеше ҡатнашты.

Борон-борондан батшаларҙың, ил башлыҡтарының эргә­һендә ил-көн яҙмышын хәстәрләп ҡайғыртҡан шағирҙары, им-томсолары, күрәҙәселәре, сәсәндәре булған. Ығы-зы­ғылы, шау-шыулы заманда бер төрлө уйлап, икенсене һөйләп, өсөнсө төрлө йәшәгән мәлдә, халыҡты хәҡиҡәткә әйҙәп, үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ бөгөн үтә лә ҡиммәт. Хәҡиҡәткә ынтылған кешегә һәр ваҡыт еңеү юлдаш. Тарихта быға миҫал бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Ислам дине тәғлимәтен юғары дәрәжәгә күтәргән философ, шәйех Зәйнулла Рәсүлев. Ул, кешелеклелек булмышын үҫтереү маҡсатында, шәкерттәрен сәхрәгә алып сығып, зекер, салауат әйттергән. Ә ҡырғыҙҙарҙың ҡайһы бер ауылдарында “Манас”ты яттан белмәгән ҡыҙҙар бөгөн дә кейәүгә сыға алмай икән…
Беҙҙең төбәктә лә “Йәш сәсәндәр” бәйгеһен уҙғарыу күр­кәм, оло байрам йолаһына әүерелеп китте. Әйтәйек, “Урал батыр” эпосын бер нисә телдә яттан һөйләү һәләтен үҫ­те­реүгә йылдан-йыл иғтибар арта. Донъяуи, ғәҙеллек һәм тоғролоҡ менән һуғарылған данлыҡлы һәм бөйөк башҡорт халыҡ эпосын һәр милләт балаһы тиҙ отоп ала.
– Ирекле һүҙ әйтергә төрлө саралар, конкурстар аша өйрәтәбеҙ йәш быуынды, – ти ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова.
Кемдер, ул бит Аллаһы Тәғәлә тарафынан инселәнгән­дәргә бирелгән һәләт, тиеүе бар. Хаҡ һүҙ. Әлбиттә, сәсәндәр байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сәсән телле булып бөтмәҫ, әммә уларҙың һәр ҡайһыһына өр-яңы хәҡиҡәт асылыр, рухи үҫешкә көйләнерҙәр...
Быйылғы йыйын барышы мәктәпкәсә йәштәге балалар­ҙың, төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың һәм өлкән йәштәге тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың ихлас ҡат­нашлығында шаулап-гөрләп уҙҙы. Күбеһе ҡурай, ҡумыҙ, дөңгөр, йыр-моң, һамаҡлау, хатта бейеү аша үҙ сы­ғыш­та­рын бер бөтөн итеп биҙәп, көсәйтеп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте. Мәҫәлән, 1-се мәктәптән I класс уҡыусылары Илзирә Мырҙағәлина, Искәндәр Низаметдинов, 12-се мәк­тәптән Лилиә Арыҫланова (3-сө урын), IV класс уҡыусыла­ры Алина Фәйезова (2-се урын), Әмилә Ғөбәйҙуллина (1-се урын), башҡорт лицейынан IV класс уҡыусыһы Алтынгөл Бикташева, 9-сы лицейҙан III класс уҡыусыһы Алина Күсәрбаева, IV класс уҡыусыһы Есения Смирновская, 6-сы мәктәптән Әҙилә Ғибәҙуллина үҙ тиҫтерҙәре төркөмөндә алдынғы урындарҙы яуланы. Ә иң-иңдәр араһында гран-при башҡорт лицейының IV класс уҡыусыһы Ғайсар Нәҙерғолов өлөшөнә төштө.
“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ҡала конкурсына үҙ балаларын әҙерләүҙә йәш ата-әсәләрҙең тырышлығы ғәйәт ҙур. Бигерәк тә Алмас Абдулловтың, Ксения Попованың, Даян Лотфуллиндың, Динислам Бәхтиев­тең, Динислам Абыҙгилдиндың, Рәил Исламғоловтың ата-әсәһе маҡтауға лайыҡ.
Тормоштағы ҡәҙимге балалар сәхнәлә ябайҙан да ябай, ижади азатлыҡ кисерҙе. Әйтәйек, “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһынан өс йәшлек Рүзилә Исламғолова, дүрт йәш­лектәр араһынан “Сулпылар” балалар баҡсаһынан Зәлиә Хөснитдинова, биш йәшлектәр төркөмөндәге ярышта Алтынай Әхмәтова беренселекте алһа, алты йәшлектәр ара­һында уңышты “Тирмәкәй”ҙән Данис Шаһыбалов менән “Ҡурай” балалар баҡсаһынан Тимерхан Хәсәнов бүлеште. Ә иң ҙур бүләк – гран-при “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Эмиль Иҫәндәүләтовҡа эләкте.
“Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсының төп маҡсаты халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһының мәңге үлем­һеҙ булыуын иҫбат итеү ине. Был юҫыҡта Наилә Әхмәтвә­лиева, Сулпан Хәсәнова, Зәлиә Ирназарова, Гөлкәй Хә­сә­нова, Нәғимйән һәм Сәлимйән Дәүләтбаевтар, Динар Шәрипов, Розалия Хөснуллинаның сығышы өлгө булыр­лыҡ. Дөйөм балдар буйынса V, VI, VII кластар араһында “Ирәндек” лицейынан Ләйсән Таңғатарова, VIII — XI класс уҡыусылары төркөмөнән Әлиә Ибраһимова, студенттар араһынан Зинира Баймөхәмәтова гран-приға лайыҡ булды.
Быйыл бәйгелә ун ике тәрбиәсе һәм уҡытыусы ҡатнаш­ты. Әйтәйек, тәрбиәселәр Зәлиә Ҡансурина, Нурзилә Һө­йәр­ғолова, Вәсилә Ҡаҙарбаева һ.б. Уларҙың сығышы, ҡөҙ­рәтле һүҙ аша мәғәнәле хис-тойғо биреү юлдарын күрһәтеп, рухты үҫтереүгә, һаҡлауға, киңәйтеүгә алып килһә, мәктәп уҡытыусылары араһында Р. Өмөтбаев исе­мендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Гөлнара Ибра­һимова, телмәр этикетының ыҡсымлығын һәм яңғырашын ишеттереп, иң-иңдәр араһында гран-при яуланы.
Урал батыр тере һыу бөрккән һәм уның һөйәге һеңгән изгеләр, батырҙар төйәгендә бәйге бик күп яңы исемдәр асты.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523