Тере һыуҙың ҡөҙрәте сикһеҙ18.04.2015
Билдәле сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина проекты буйынса ике тиҫтә йыл рәттән дауам иткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы быйыл да юғары кимәлдә уҙҙы. Ун көн дауамында барған бәйгелә өс йәштән алып 180-ләп кеше ҡатнашты.
Борон-борондан батшаларҙың, ил башлыҡтарының эргәһендә ил-көн яҙмышын хәстәрләп ҡайғыртҡан шағирҙары, им-томсолары, күрәҙәселәре, сәсәндәре булған. Ығы-зығылы, шау-шыулы заманда бер төрлө уйлап, икенсене һөйләп, өсөнсө төрлө йәшәгән мәлдә, халыҡты хәҡиҡәткә әйҙәп, үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ бөгөн үтә лә ҡиммәт. Хәҡиҡәткә ынтылған кешегә һәр ваҡыт еңеү юлдаш. Тарихта быға миҫал бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Ислам дине тәғлимәтен юғары дәрәжәгә күтәргән философ, шәйех Зәйнулла Рәсүлев. Ул, кешелеклелек булмышын үҫтереү маҡсатында, шәкерттәрен сәхрәгә алып сығып, зекер, салауат әйттергән. Ә ҡырғыҙҙарҙың ҡайһы бер ауылдарында “Манас”ты яттан белмәгән ҡыҙҙар бөгөн дә кейәүгә сыға алмай икән…
Беҙҙең төбәктә лә “Йәш сәсәндәр” бәйгеһен уҙғарыу күркәм, оло байрам йолаһына әүерелеп китте. Әйтәйек, “Урал батыр” эпосын бер нисә телдә яттан һөйләү һәләтен үҫтереүгә йылдан-йыл иғтибар арта. Донъяуи, ғәҙеллек һәм тоғролоҡ менән һуғарылған данлыҡлы һәм бөйөк башҡорт халыҡ эпосын һәр милләт балаһы тиҙ отоп ала.
– Ирекле һүҙ әйтергә төрлө саралар, конкурстар аша өйрәтәбеҙ йәш быуынды, – ти ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова.
Кемдер, ул бит Аллаһы Тәғәлә тарафынан инселәнгәндәргә бирелгән һәләт, тиеүе бар. Хаҡ һүҙ. Әлбиттә, сәсәндәр байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сәсән телле булып бөтмәҫ, әммә уларҙың һәр ҡайһыһына өр-яңы хәҡиҡәт асылыр, рухи үҫешкә көйләнерҙәр...
Быйылғы йыйын барышы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың, төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың һәм өлкән йәштәге тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың ихлас ҡатнашлығында шаулап-гөрләп уҙҙы. Күбеһе ҡурай, ҡумыҙ, дөңгөр, йыр-моң, һамаҡлау, хатта бейеү аша үҙ сығыштарын бер бөтөн итеп биҙәп, көсәйтеп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте. Мәҫәлән, 1-се мәктәптән I класс уҡыусылары Илзирә Мырҙағәлина, Искәндәр Низаметдинов, 12-се мәктәптән Лилиә Арыҫланова (3-сө урын), IV класс уҡыусылары Алина Фәйезова (2-се урын), Әмилә Ғөбәйҙуллина (1-се урын), башҡорт лицейынан IV класс уҡыусыһы Алтынгөл Бикташева, 9-сы лицейҙан III класс уҡыусыһы Алина Күсәрбаева, IV класс уҡыусыһы Есения Смирновская, 6-сы мәктәптән Әҙилә Ғибәҙуллина үҙ тиҫтерҙәре төркөмөндә алдынғы урындарҙы яуланы. Ә иң-иңдәр араһында гран-при башҡорт лицейының IV класс уҡыусыһы Ғайсар Нәҙерғолов өлөшөнә төштө.
“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ҡала конкурсына үҙ балаларын әҙерләүҙә йәш ата-әсәләрҙең тырышлығы ғәйәт ҙур. Бигерәк тә Алмас Абдулловтың, Ксения Попованың, Даян Лотфуллиндың, Динислам Бәхтиевтең, Динислам Абыҙгилдиндың, Рәил Исламғоловтың ата-әсәһе маҡтауға лайыҡ.
Тормоштағы ҡәҙимге балалар сәхнәлә ябайҙан да ябай, ижади азатлыҡ кисерҙе. Әйтәйек, “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһынан өс йәшлек Рүзилә Исламғолова, дүрт йәшлектәр араһынан “Сулпылар” балалар баҡсаһынан Зәлиә Хөснитдинова, биш йәшлектәр төркөмөндәге ярышта Алтынай Әхмәтова беренселекте алһа, алты йәшлектәр араһында уңышты “Тирмәкәй”ҙән Данис Шаһыбалов менән “Ҡурай” балалар баҡсаһынан Тимерхан Хәсәнов бүлеште. Ә иң ҙур бүләк – гран-при “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Эмиль Иҫәндәүләтовҡа эләкте.
“Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсының төп маҡсаты халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһының мәңге үлемһеҙ булыуын иҫбат итеү ине. Был юҫыҡта Наилә Әхмәтвәлиева, Сулпан Хәсәнова, Зәлиә Ирназарова, Гөлкәй Хәсәнова, Нәғимйән һәм Сәлимйән Дәүләтбаевтар, Динар Шәрипов, Розалия Хөснуллинаның сығышы өлгө булырлыҡ. Дөйөм балдар буйынса V, VI, VII кластар араһында “Ирәндек” лицейынан Ләйсән Таңғатарова, VIII — XI класс уҡыусылары төркөмөнән Әлиә Ибраһимова, студенттар араһынан Зинира Баймөхәмәтова гран-приға лайыҡ булды.
Быйыл бәйгелә ун ике тәрбиәсе һәм уҡытыусы ҡатнашты. Әйтәйек, тәрбиәселәр Зәлиә Ҡансурина, Нурзилә Һөйәрғолова, Вәсилә Ҡаҙарбаева һ.б. Уларҙың сығышы, ҡөҙрәтле һүҙ аша мәғәнәле хис-тойғо биреү юлдарын күрһәтеп, рухты үҫтереүгә, һаҡлауға, киңәйтеүгә алып килһә, мәктәп уҡытыусылары араһында Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Гөлнара Ибраһимова, телмәр этикетының ыҡсымлығын һәм яңғырашын ишеттереп, иң-иңдәр араһында гран-при яуланы.
Урал батыр тере һыу бөрккән һәм уның һөйәге һеңгән изгеләр, батырҙар төйәгендә бәйге бик күп яңы исемдәр асты.