Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ҡортолай, гүйә, үҙе лә
Бал ҡортолай, гүйә, үҙе ләЫсын ир-уҙаманы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Көслө заттарға тыуған илебеҙҙең, республикабыҙҙың тоғро улы, милләтебеҙҙең биҙәге, ғаиләнең терәге, икенсе яртыһының ышаныслы таянысы, балаларының абруйлы атаһы булыу өсөн тағы нимәләр эшләргә кәрәк? Был һорауға бигерәк тә бөгөн — йәмғиәттә ирҙәрҙең роле бермә-бер түбән тәгәрәгән саҡта — яуап эҙләү урынлы булыр һымаҡ.
Һорау тәү ҡарашҡа ябай күренгән кеүек. Борондан килгән ғәҙәт буйынса, ирмен тигән ир кеше йорт төҙөргә, балалар үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш, тип яуап бирергә күнеккәнбеҙ. Мәгәр, төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, ай-һай, ҡатмарлы һорау был. Өй генә түгел, зиннәтле хан һарайҙары һалып ҡуйған, итәк тулы бала үҫтергән, бер төп имән менән генә сикләнмәй, тотош урман ултыртҡан замандаштарыбыҙ ҙа осрай хәҙер. Ләкин уларҙың барыһы ла ир тигән юғары исем күтәреп йөрөргә хаҡлымы икән? Әле һанап киткән эштәр менән генә ирлек сифаттарын билдәләүгә шикләнеп ҡарайым мин.
Ишембайға терәлеп кенә ятҡан бер ауылда йәшәгән танышыбыҙға билдәле драматург, журналист Мөҙәрис Багаев менән камин һалып йөрөйбөҙ. Хәҙер замана байҙары араһында өй эстәренә камин тип аталған мейес сығарып ултыртыу модаға инеп китте бит. Уларға заманса мейес, беҙгә, ауыҙын асһа үпкәһе күренергә торған журналист халҡына, осто-осҡа ялғарлыҡ аҡса. Быныһы бер булһа, икенсенән, тап ошондай ваҡытта тормош, ижад тураһында фәлсәфә ҡорорға ла форсат табыла.
Мөҙәрис ағай Багаев байтаҡ йылдар Ишембай ҡалаһында донъя күргән “Торатау” гәзитендә эшләп йөрөгән еренән, ҡапыл ғына ҡәләмен, йылы кабинетын, өйрәнгән коллективын ҡалдырып, умартасылыҡ кәсебенә тотонғас, мин бер аҙ ғәжәпкә ҡалғайным. Ни тиһәң дә, республикабыҙ уҡыусыларына ваҡытлы матбуғат аша исеме яҡшы таныш журналист, спектаклдәре Салауат, Өфө, Ҡазан, Ырымбур тамашасыларында йылы хистәр уятҡан драматург бит. Нисек инде, һындыра һуҡ та, әле тотоноп та ҡарамаған умартасылыҡ эшен башлар өсөн генә яратҡан шөғөлөң менән араларҙы өҙ.
— Мөҙәрис ағай, һинең менән байтаҡ ҡына йорт һалдыҡ. Халыҡ араһында уларҙы, мәрәкәләп, “журналист йорттары” тип йөрөтәләр. Минән башҡа ла төҙөгән өйҙәрең тиҫтәнән ашыуҙыр?
— Йорттарҙы, ысынлап та, бик күп һалдыҡ. Ҡул эш белгәс, кеше һорап килә, баш тартҡан юҡ. Хәҙер ана шул үҙем ослаған өйҙәргә күҙ һалам да, шуларҙа йәшәгән кешеләрҙе күреп, ысын күңелдән ҡыуаныс кисерәм.
Ләкин ысын ир-егет йорт төҙөргә тейеш тигәнде мин бөтөнләй башҡасараҡ аңлайым. Йәғни үҙеңә йәки башҡа берәүгә өй һалыу тураһында һүҙ бармай был осраҡта, ә үҙ тормошоңдоң нигеҙен ныҡлы ҡора алыу хаҡында. Әлбиттә, үҙ тормошоңдо ҡороу йорт күтәреп ултыртыуға ҡарағанда күпкә ауыр һәм ҡатмарлы. Шулай ҙа, алтынсы тиҫтәмде ауыҙлыҡлап, етмешенсеһенең арҡаһына эйәр һалғанда, тормошомдоң нигеҙен дә бер ниндәй тетрәнеүҙәргә бирешмәҫлек итеп ҡорҙом тип ышаныс менән әйтә алам.
— Ул нигеҙ таштарыңдың да һәр береһе һуйырташ кеүек ныҡлы бит әле.
— Был яҡтан үҙемде бәхетле һанайым. Сабый саҡта атайһыҙ ҡалһам да, тирә-яҡҡа даны сыҡҡан шөһрәтле Шәйәхмәт олатайым ҡанаты аҫтында үҫтем. Изгеләрҙән-изге йән ине ул. Заманында үҙен, “халыҡ дошманы” яһап, ваҡ бала-сағаһы менән ҡыш уртаһы тип тормай, йорт-еренән айырып, ауылдан һөргәндәр. Ләкин Шәйәхмәт олатайым ауылдаштарына асыу һаҡламаған, күңеле саф килеш ҡалған. Ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәре бөтөн кешегә лә матур кәңәштәрен биреп, дини байрамдарҙа мәжлестәргә барып, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә өйрәтеп, яңы барлыҡҡа килгән ғаиләләргә никах уҡып, сабыйҙарға исем ҡушып йәшәне. Фарсы, ғәрәп телдәрендәге иҫәпһеҙ-һанһыҙ китаптарҙы тәржемә итеп, беҙгә фәһемле әкиәттәр, хикәйәттәр, хәҙистәр уҡып ултырыр ине. Шуға олатайымды әле лә, Батырҙа ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар.
— Тормошоңда әсәйең Мәжиҙә инәй ҙә ифрат ҙур урын алып тора. Мин әсәйеңде беренсе тапҡыр күргәс тә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған бөтөн күркәм сифаттар бер кешегә тупланған да ҡуйған, тип уйлағайным.
— Миңә сабый саҡтан уҡ “аталы йорт — арҡалы йорт” тигәнде татырға насип булманы. “Халыҡ дошманы” ҡыҙы булараҡ та йәштән байтаҡ йәбер күргән, коллективлаштырыу осоронда ла, унан һуң ҡәһәрле һуғыш йылдарында ла үҙ иңендә бихисап донъя мәшәҡәттәрен күтәргән әсәйем, ҡәйнәһенең сәбәпһеҙгә рәнйетеүҙәренә түҙмәй, ике ир балаһы менән атаһы йортона ҡайтып йығылған. Мәгәр бер ҡасан да иламһырап, ҡул ҡаушырып ултырманы. Мәҙәрик ағайым менән мине лә, үҙенең бер туған ағаһының үкһеҙ етем ҡалған балаларын да әсәйем тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырҙы. Көн оҙоно колхоз эшенә йөрөнө: ҡулынан һәнәк-көрәк, дилбегә, салғы төшмәне, иң ыҙалатҡаны шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү булды, беҙҙе кейендерер, ризыҡландырыр, уҡытыр өсөн төндәр буйы шәл бәйләй торғайны. Мин уның ҡасан йоҡлағанын да хәтерләмәйем. Төн йоҡоларын ҡалдырып бәйләгән шәлдәрен һатҡан аҡсаға балаларын кеше итте: ағайымдың бер түгел ике вуз дипломы бар, мин ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамланым.
Бәләкәйҙән үҙебеҙ ҙә тәртәгә егелеп, эшләп үҫкәнгәме, тормошта йыш ҡына осрап торған ауырлыҡтар алдында баш эйеп торманыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем мәңгелеккә күҙҙәрен йомғанда, эргәһендә була алманым — шуныһы үкенесле. Ул фани донъянан киткәс, ярты йәнем һурылып алынғандай булды. Әле лә шул ғазап менән йәшәйем.
— Ир кеше өсөн, ул ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйһеҙ ҡалыу оло бер фажиғәгә әйләнә. Ярай әле, Мөҙәрис ағай, эргәңдә ныҡлы таянысың — Рәшиҙә еңгә бар.
— Мин бит һуң өйләндем. Утыҙ алты йәштә генә кейҙем муйынға “ҡамыт”ты. Малайҙар балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә була торғайны. Бер шулай, баҡсаға барһам, тәрбиәселәре минең малайҙарға: “Фиҙәрис, Флорид, кейенегеҙ, ана олатайығыҙ һеҙҙе алырға килгән”, — тип ысҡындырмаһынмы.
Ике бала менән генә тынысланып ҡалырға уй юҡ ине лә, ҡатынымды зәһәр сир аяҡтан йыҡты, шуға ла барлыҡ теләктәр ҙә тормошҡа ашмайыраҡ ҡалды. Хәҙер, Аллаға шөкөр, еңгәң йүгереп йөрөй, минең ныҡлы терәгем-таянысым ул.
Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ла, уларға рухи тәрбиә биреүҙә лә тағы шул әсәйемдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ булды. Үгәй олатайҙары уларҙы төрлө һөнәргә ылыҡтырыу менән бер рәттән, намаҙ тәртиптәренә лә өйрәтте, дингә һөйөү уятты.
— Һин ижадҡа ярайһы ғына һуңлап килдең, Мөҙәрис ағай. Шулай ҙа, егәрлеһең дә инде, “ултыртҡан ағастарың” емешле булды.
— Ағасты үҙ ғүмеремдә байтаҡ ултырттым. Үҙ ҡулым менән ултыртҡан сейә баҡсам йыл һайын мул уңыш бирә. Емештәре үҙебеҙҙән артып ҡала, күрше-тирәгә лә өләшәбеҙ, туғандар-таныштар ҙа рәхәтен күрә.
Ә яҙыусылыҡ эшенә килгәндә, ысынлап та, “ижад баҡсам” һуңыраҡ ултыртылды. Ләкин, Аллаға шөкөр, емештәре мул ғына. 2006 йылда балалар өсөн яҙылған “Төпһөҙ күлдең төбө нисә ҡат?” тип исемләнгән тәүге китабым донъя күрҙе. Тағы ла ике йылдан “Мәк сәскәһе” тигән хикәйәләр йыйынтығым баҫылды. Һуңғы йылдарҙа “Беҙ үҙебеҙ юрматы”, “Ярыҡ ялғаш”, “Өс туған, кинйәләре Иштуған” китаптары сыҡты. Хәҙер биш китап авторы булып киттем. Әлеге ваҡытта венгрҙар менән башҡорттар араһындағы туғанлыҡ бәйләнештәрен сағылдырған әҫәр өҫтөндә эш башланым.
Драматургияға килгәндә, “Байрам ашы — ҡара ҡаршы” тигән пьесамды талантлы режиссер, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова 2004 йылда сәхнәгә сығарҙы. Былтыр тағы ла бер талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Олег Ханов “Ҡартайғанда тыртайған” исемле комедиямды тамашасы хөкөмөнә еткерҙе. Быйыл Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театры режиссеры Александр Шабаев балалар өсөн яҙылған “Борон-борон заманда” әкиәтен сәхнәләштерҙе.
— Журналистика өлкәһендә лә Мөҙәрис Багаевтың үҙ уҡыусылары бар. Колхоздарҙың киләсәгенә, дөрөҫөрәге, киләсәге юҡлығына арналған мәҡәләләрең бынан тиҫтә йылдар элек үк гәзит уҡыусылары араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырғайны. Унан һуң да ауыл кешеләрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә килдең. Тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға саҡырған мәҡәләләрең дә уҡымлы булды.
— Колхоздарҙың көнө һанаулы ҡалғанлығы уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан уҡ билдәле ине бит. Ләкин беҙҙең етәкселәр һаман эште һуҙҙылар. Ана, ҡара әле, күршеләге Ырымбур өлкәһендә фермерҙар нисек йәшәй бөгөн һәм беҙҙекеләрҙе сағыштыр. Улар, әле колхоздар бер ни тиклем көслө ваҡытта, матди-техник базалары бар саҡта, айырылып сығып, үҙҙәренең хужалыҡтарын булдырып ҡалды. Беҙ һуңланыҡ. Колхоздарҙың булған мөлкәтен “ялғаш”ҡа яҡыныраҡтар үҙҙәренең кеҫәләренә тығып бөттө, ярлы-ябағаға бер ни ҙә ҡалманы. Ер пайҙарын алыу менән, улар хәҙер ҡайҙа барһын? Техникалары юҡ, эш башлар өсөн аҡсаһы юҡ. Был уларҙың фажиғәһе генә түгел, тотош ауыл кешеләренә ҡағыла. Ә күршеләребеҙҙәге фермер хужалыҡтары гөрләй.
— Умартасылыҡҡа тотоноуыңды күптәр ғәжәпләнеп ҡабул итте. Мин дә һинең был аҙымыңды күреп, баҙап ҡалдым.
— Ҡорттар менән мәж килеп йөрөү — үҙе бер бәхет. Әйләнә-тирәләй балан, муйыл ағастары үҫкән урман аҡланындағы умарталығымда эшләгәндә, мин шул бал ҡорттары менән аралашам, уларҙың тормош фәлсәфәһен, асылын аңларға тырышам. Ябай ғына күренгән ҡорттарҙа шундай бөйөклөк! Тағы бер ыңғай яғы бар умарта тотоуҙың — ижад иреклеге. Йәй буйы тәбиғәттән айырылмай йөрөү үҙе бер ғүмер түгелме ни?! Һауаның сафлығы, саҡрымдарға аңҡыған мең төрлө сәскә еҫе, ҡоштарҙың моңло йыры төрлө хистәр уята. Хыял донъяһына сумдыра, бала саҡҡа, Ашҡаҙар, Нуғай буйҙарына алып ҡайта.
Ғаилә ҡаҙнаһына өҫтәлмә килем икәнен дә иҫтән сығарырға ярамай бал ҡорттарының. Йыбанмай ғына йәй ике-өс ай эшләп алһаң, әҙәмсә донъя көтөрлөк аҡса була. Журналистарҙың тамаҡ аҫрарлыҡ ҡына хеҙмәт хаҡына ҡарап ятып булмай хәҙерге заманда.
Ижад тураһында һөйләшеп, тормош, донъя хаҡында бәхәсләшеп эшләй торғас, һала башлаған каминыбыҙҙы ла ослап ҡуйҙыҡ. Мин алып ингән ҡоро утын аҫтына сыра ҡыҫтырып, Мөҙәрис ағас шырпы һыҙҙы. Балсығы кибеп бөтмәгән мейес торбаһына төтөн тығылып сәсәне, һөйрәргә теләмәй, тиҫкәреләнде. Ләкин киреләнеүе оҙаҡҡа барманы, ҡоро утын шарт-шорт килеп, дөрләп китте.
— Хоҙай тарафынан бирелгән ҡалған ғүмерҙе лә ошо дөрләп янған ут кеүек, кешеләргә йылы өләшеп, янып үтәһе ине, — тип ҡуйҙы Мөҙәрис Басир улы, әле генә үҙе һалып бөткән мейестән күҙен алмай.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Ишембай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 318

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 016

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 230

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 308

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 136

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 360

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 115

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 413

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 403

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 341

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 374

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 293