Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙә төп кеше – эш кешеһе”
“Беҙҙә төп кеше – эш кешеһе”
Кемдең кем икәнлеген хеҙмәте асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Һәммәбеҙ ҙә бары тик үҙенең тырышлығы арҡаһында эргә-тирәләгеләр араһында дан ҡаҙана. Әлеге тантанаға йыйылыусыларҙың барыһы ла – эш урынында оло ихтирам яулаған һөнәрмәндәр, ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ал-ял белмәй тир түгеүселәр.


– Барығыҙ ҙа үҙ тармағында ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән, – тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. – Уңғандар тураһында төрлө низағтарға, кире күренештәргә ҡарағанда әҙерәк күрһәтәбеҙ, яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ, ә тап һеҙҙең кеүектәр тураһында мәғлүмәт күберәк кәрәк. Артабан хеҙмәт кешеһенә иғтибарҙы мөмкин тиклем арттырыу, тырыштарға ҡанат ҡуйыу зарур. Үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө бит улар. Һеҙ бер йәки ике көн генә түгел, ә ғүмер буйына тырышаһығыҙ. Башҡортостанда төп кеше – эш кешеһе.
Президент сығышы аҙағында бүләкләнеүселәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, барыһына ла уңыштар теләне.
Тантанаға килеүселәр араһында артистар, табиптар, ғалимдар, мөғәл­лим­дәр, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, дәү­ләт эшмәкәрҙәре, ябай эшселәр бар ине. Шуларҙың бер нисәүһе хаҡында әйтеп үтеү урынлылыр. Мәҫәлән, Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Евгений Мавринға – “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Баязитоваға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминевкә – “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр, ә Шаран районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Андреевҡа һәм Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рөстәм Дәүләтбаевҡа Башҡортостан Респуб­ликаһының Почет грамотаһы бирелде.
Рус дәүләт академия драма театры хеҙмәткәре Александр Федеряев Рәсәй Федерацияһының ат­ҡаҙанған артисы булып таныл­ғаны өсөн иң беренсе ғаиләһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ коллективынан уңыуы хаҡында ла белдерҙе.
Ғалим Семен Спивак 1976 йылдың 29 октябрендә алыҫ тарафтарҙан бәрәкәтле Өфөгә аяҡ баҫҡан. Теүәл 38 йылдан һуң Президент ҡулынан награда алыуын ул яҙмыш бүләгенә тиңләне. Ҡасандыр үҙенең йылы ҡанаты аҫтына алғаны һәм үҫергә шарттар тыуҙырғаны өсөн республикабыҙға рәхмәтле булыуын белдерҙе. Әле Башҡорт дәүләт университетында кафедра мөдире булып эшләгән ғалимға “Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
Был көндө Саҡмағош районы хакимиәтенең дөйөм секторы мөдире Әфғәт Шәйхиевкә икеләтә бәхет йылмайҙы: Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бергә уға юбилейы уңайынан ҡул сәғәте лә бүләк итте.
Башҡортостандың ауыл хужа­лығы ғилми-тикшеренеү инсти­тутын­дағы бүлек мөдире, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәйникамал Зарипова агросәнәғәт тармағындағы үҫешкә һөйөнһә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире Әмир Хәмитов иң уңышлы операцияларҙың беҙҙә яһалыуын оло ҡаҙаныш тип билдәләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523