Кемдең кем икәнлеген хеҙмәте асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Һәммәбеҙ ҙә бары тик үҙенең тырышлығы арҡаһында эргә-тирәләгеләр араһында дан ҡаҙана. Әлеге тантанаға йыйылыусыларҙың барыһы ла – эш урынында оло ихтирам яулаған һөнәрмәндәр, ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ал-ял белмәй тир түгеүселәр.
– Барығыҙ ҙа үҙ тармағында ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән, – тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. – Уңғандар тураһында төрлө низағтарға, кире күренештәргә ҡарағанда әҙерәк күрһәтәбеҙ, яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ, ә тап һеҙҙең кеүектәр тураһында мәғлүмәт күберәк кәрәк. Артабан хеҙмәт кешеһенә иғтибарҙы мөмкин тиклем арттырыу, тырыштарға ҡанат ҡуйыу зарур. Үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө бит улар. Һеҙ бер йәки ике көн генә түгел, ә ғүмер буйына тырышаһығыҙ. Башҡортостанда төп кеше – эш кешеһе.
Президент сығышы аҙағында бүләкләнеүселәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, барыһына ла уңыштар теләне.
Тантанаға килеүселәр араһында артистар, табиптар, ғалимдар, мөғәллимдәр, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, ябай эшселәр бар ине. Шуларҙың бер нисәүһе хаҡында әйтеп үтеү урынлылыр. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Мавринға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Баязитоваға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминевкә – “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр, ә Шаран районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Андреевҡа һәм Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рөстәм Дәүләтбаевҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы бирелде.
Рус дәүләт академия драма театры хеҙмәткәре Александр Федеряев Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы булып танылғаны өсөн иң беренсе ғаиләһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ коллективынан уңыуы хаҡында ла белдерҙе.
Ғалим Семен Спивак 1976 йылдың 29 октябрендә алыҫ тарафтарҙан бәрәкәтле Өфөгә аяҡ баҫҡан. Теүәл 38 йылдан һуң Президент ҡулынан награда алыуын ул яҙмыш бүләгенә тиңләне. Ҡасандыр үҙенең йылы ҡанаты аҫтына алғаны һәм үҫергә шарттар тыуҙырғаны өсөн республикабыҙға рәхмәтле булыуын белдерҙе. Әле Башҡорт дәүләт университетында кафедра мөдире булып эшләгән ғалимға “Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
Был көндө Саҡмағош районы хакимиәтенең дөйөм секторы мөдире Әфғәт Шәйхиевкә икеләтә бәхет йылмайҙы: Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бергә уға юбилейы уңайынан ҡул сәғәте лә бүләк итте.
Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтындағы бүлек мөдире, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәйникамал Зарипова агросәнәғәт тармағындағы үҫешкә һөйөнһә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире Әмир Хәмитов иң уңышлы операцияларҙың беҙҙә яһалыуын оло ҡаҙаныш тип билдәләне.