Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт
Тырыш хеҙмәт  килтерер хөрмәт
Кисә Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 13-сө ултырышы булды. Уның эшендә Президент Рөстәм Хәмитов, Парламент Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Йыллыҡ программа-документта республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде.


“Бөгөн республика — Рәсәйҙә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар төркөмөнә ингән, иҡтисади яҡтан алға киткән төбәктәрҙең береһе. Был ҡаҙаныштар тәү сиратта хеҙмәт кешеһенең емешле эшенә бәйле”. Президент Рөстәм Хәмитовтың сираттағы Мөрәжә­ғәтнамәһен асылда ошо һүҙҙәр билдәләне лә инде. Ер кешеһе, ауыл уңғандары, крәҫтиән... Иҡтисадта төп баҫым улар иңенә төшә. Нәҡ уларҙың профессиональ әҙерлеге, белеме һәм компетенцияһы иҡтисадтың һәм социаль именлектең бөгөнгө торошон билдәләй. Шуға күрә йыллыҡ программаның да нәҡ ошо тармаҡҡа йүнәлтелеүе аңлашыла: эше барҙың ашы ла бар, тормошо ла көйлө.
Республика етәксеһе ябай кешеләрҙең йыш ҡына сәйәсәт “ҡапҡанына” эләгеүен дә билдәләне. “Хаҡтарҙың кинәт артыуы, предприятиеларҙың ябылыуы, күмәк кешенең эшһеҙ ҡалыуы — уйлап еткерелмәгән сәйәсәт һәм иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһе”, — тине ул.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, XXI быуат башы — «илдең яңынан йыйылыу, иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты».
— Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың айырым ролен билдәләп үтергә кәрәк. Уның сәйәси ихтыяры менән эҙмә-эҙлекле дәүләт стратегияһы нығытыла, — тине Рөстәм Зәки улы.
Эш хаҡын арттырыу, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы көйләү, яңы эш урындары булдырыу — йыллыҡ программала ябай халыҡтың тормош сифатын туранан-тура билдәләгән бер тармаҡ та ситтә ҡалманы.
— Төп маҡсат — хеҙмәт кешеһенең хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, уны лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү, сәләмәтлеген нығытыуға, тулы тормош алып барыуға булышлыҡ итеү. Бөгөнгө иҡтисади-сәйәси хәлдәр, ҡайһы бер сит илдәр араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар халыҡтың кәйефендә сағылыш табырға тейеш түгел, — тине республика башлығы.
Тырыш хеҙмәт  килтерер хөрмәтМөрәжәғәтнамәлә төп иғтибар ябай хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәттәренә йүнәлтелһә лә, асылда һәр тәҡдим, һәр бурыс һәм маҡсат иҡтисадты үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә ҡайтып ҡалды, сөнки был — күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү нигеҙе.
Президент киләсәктә тағы ла көсәйтергә кәрәкле тармаҡтарҙы ла урап үтмәне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар иҫәбенә бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙе торлаҡ, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү инә. Рөстәм Зәки улы Дәүләт Йыйылышы депутаттарына өлкәндәрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса артабан да әүҙем эшләү кәрәклеген әйтте.
— Башҡортостан — бай һәм көслө республика, илдең ышаныслы терәге. Быға беҙ хеҙмәт кешеһенең тырышлығы, халыҡтың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә өлгәштек. “Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт” ти халыҡ мәҡәле. Хеҙмәт кешеһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ, — тине Президент.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523