Кисә Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 13-сө ултырышы булды. Уның эшендә Президент Рөстәм Хәмитов, Парламент Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Йыллыҡ программа-документта республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде.
“Бөгөн республика — Рәсәйҙә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар төркөмөнә ингән, иҡтисади яҡтан алға киткән төбәктәрҙең береһе. Был ҡаҙаныштар тәү сиратта хеҙмәт кешеһенең емешле эшенә бәйле”. Президент Рөстәм Хәмитовтың сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен асылда ошо һүҙҙәр билдәләне лә инде. Ер кешеһе, ауыл уңғандары, крәҫтиән... Иҡтисадта төп баҫым улар иңенә төшә. Нәҡ уларҙың профессиональ әҙерлеге, белеме һәм компетенцияһы иҡтисадтың һәм социаль именлектең бөгөнгө торошон билдәләй. Шуға күрә йыллыҡ программаның да нәҡ ошо тармаҡҡа йүнәлтелеүе аңлашыла: эше барҙың ашы ла бар, тормошо ла көйлө.
Республика етәксеһе ябай кешеләрҙең йыш ҡына сәйәсәт “ҡапҡанына” эләгеүен дә билдәләне. “Хаҡтарҙың кинәт артыуы, предприятиеларҙың ябылыуы, күмәк кешенең эшһеҙ ҡалыуы — уйлап еткерелмәгән сәйәсәт һәм иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһе”, — тине ул.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, XXI быуат башы — «илдең яңынан йыйылыу, иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты».
— Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың айырым ролен билдәләп үтергә кәрәк. Уның сәйәси ихтыяры менән эҙмә-эҙлекле дәүләт стратегияһы нығытыла, — тине Рөстәм Зәки улы.
Эш хаҡын арттырыу, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы көйләү, яңы эш урындары булдырыу — йыллыҡ программала ябай халыҡтың тормош сифатын туранан-тура билдәләгән бер тармаҡ та ситтә ҡалманы.
— Төп маҡсат — хеҙмәт кешеһенең хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, уны лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү, сәләмәтлеген нығытыуға, тулы тормош алып барыуға булышлыҡ итеү. Бөгөнгө иҡтисади-сәйәси хәлдәр, ҡайһы бер сит илдәр араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар халыҡтың кәйефендә сағылыш табырға тейеш түгел, — тине республика башлығы.
Мөрәжәғәтнамәлә төп иғтибар ябай хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәттәренә йүнәлтелһә лә, асылда һәр тәҡдим, һәр бурыс һәм маҡсат иҡтисадты үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә ҡайтып ҡалды, сөнки был — күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү нигеҙе.
Президент киләсәктә тағы ла көсәйтергә кәрәкле тармаҡтарҙы ла урап үтмәне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар иҫәбенә бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙе торлаҡ, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү инә. Рөстәм Зәки улы Дәүләт Йыйылышы депутаттарына өлкәндәрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса артабан да әүҙем эшләү кәрәклеген әйтте.
— Башҡортостан — бай һәм көслө республика, илдең ышаныслы терәге. Быға беҙ хеҙмәт кешеһенең тырышлығы, халыҡтың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә өлгәштек. “Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт” ти халыҡ мәҡәле. Хеҙмәт кешеһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ, — тине Президент.