Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан”дан айырылмайыҡ!
Башҡорт донъяһын төрлө яҡлап яҡтыртҡан, киләсәккә өмөт уятҡан “Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан яратып уҡыйым. Сит илдә йәшәүемә ҡарамаҫтан, унан айырылмайым, электрон вариантын уҡып барам. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм.


Баҫма туғандарым, ауылдаштарым һәм яҡташтарым өсөн дә ҡә­ҙерле, сөнки унда үткән быуаттың 30 – 70-се йылдарында атайым­дың ике туған ағаһы, журналист Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмө­хәмәтов та эшләгән.
Элек гәзит уҡыу үҙе бер байрам була торғайны. “Башҡортостан”ды һағынып, кө­төп алдыҡ. Почтальон оҙағыраҡ килмәй торһа, үҙебеҙ йү­гереп барҙыҡ, ҡулдан-ҡул­ға йөрө­төп, гәзитте туҙҙырып бөтөрә инек. Айырыуса “Өлгөрбай яҙмалары”, “Шиғриәт тулҡынында” рубрикаларын яратып уҡы­ныҡ. Башҡорт әҙип­тәренең яңы әҫәрҙәре менән дә тәү башлап “Башҡортостан” таныштыра торғайны.
Әлбиттә, баҫмала бөгөн дә махсус бит­тәр, ҡыҙыҡлы рубрикалар байтаҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан фәһемле мә­ҡәлә­ләр, төрлө мәғлүмәт даими баҫыла. Иң уҡымлыларынан “Башҡорт донъ­яһы”, “Мең дә бер кәңәш”, “Борсоу­лы хәл”, “Сәләмәт булайыҡ!”, “Тормош һулышы”, ”Иман”, “Һорау – яуап” һәм “Нисек йә­шәйһең, ауыл?” тигәндәрен атар инем. Әле иһә ҡулға ҡәләм алыуыма гәзиттең тиражы өсөн борсолоуым сәбәпсе.
Һүҙ ҙә юҡ, Европаны Башҡорт­остан менән сағыштырып булмай, сөнки уларҙа матбуғат шәхси ҡул­дарҙа. Шулай ҙа ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килә. Чехияла, мәҫәлән, телевидение ме­нән “Чешский розһлас” (“Чеш­ское радио”) ғына дәүләт ҡарамағында, башҡалар реклама иҫәбенә йәшәй. Журналистар ҙа хөкүмәттән хеҙмәт хаҡы алмай, ә гонорар­ға эшләй, ирекле ижад итә, ваҡытын үҙе планлаштыра, улар­ҙы берәү ҙә ҡамсылап тотмай һәм өйрәтмәй ҙә.
Чех журналисы бинала йәки матбуғат йортонда ултырып материал әҙерләмәй, ә һәр ваҡыт ха­лыҡ араһында була. Илдең, донъяның төрлө төбәгендәге яңы­лыҡ һәм үҙгәрештәрҙе күреп, тикшереп, тиҙ арала нигеҙендә дө­рөҫлөк ятҡан яҙма тапшыра. Ябай журналист, ғәҙәттә, бер нисә телдә иркен һөйләшә, йәғни не­мец, инглиз тел­дәрен белеү мот­лаҡ иҫәпләнә. Хеҙмәткәр­ҙәр яңы­лыҡ­тарҙы донъяның төрлө тарафынан хәбәр итә, бының өсөн Интернет файҙаланыла.
Чехияла борон-борондан нә­шер ителә килгән “Фронта”, йәғни хәҙерге “Днес” (“Бөгөнгө яңы­лыҡ­тар”) гәзите киң тарала. Ул өс-дүрт төбәктең төп баҫмаларын (редакцияларын) берләштерә. Мәғлү­мәт­тәр Интернет аша ебәрелә. Яҙ­ғанын тапшырам тип, берәү ҙә редакция урынлашҡан ҡалаға барып йөрөмәй, мәҡәләһен план буйынса билдәләнгән ваҡытта электрон адресҡа ебәрә. Яҡшы һәм көнүҙәк темаға мәҡәлә яҙған кеше ҙур күләмдә гонорар ала. Аҡса ҡулға бирелмәй, банктағы иҫәп­кә күсерелә. Ғөмүмән, ҡулаҡса тигәнде белмәйҙәр.
Журналист мәҡәләне фатирын­да яҙа. Офиста иһә шеф-редактор, йәғни баш мөхәррир, яуаплы секретарь һәм бухгал­терҙың ғына ултырыуы мөмкин. Һөҙөмтәлә ре­дак­цияның электрға, һыуға, компью­терға сығымдары экономиялана.
Телевидение һәм радио каналдары тураһында ла әйтеп үтәйем. Европала улар әллә күпме, иҫәбе хатта йөҙҙән ашып китә. Ҡайһы­һын теләйһең, рәхим итеп тың­ла һәм ҡара, тик түләргә онотма. Мәҫәлән, енси бәйләнештәр, үл­тереш-һуғыш күрһә­телгән фильм­дар, ололар өсөн тәғәйен­ләнгән тапшырыуҙар бушлай түгел. Беҙ­ҙең ғаиләгә былай унлап канал да етә.
Унан һуң һәр крайҙың һәм ҡа­ланың үҙ радиоһы менән теле­ви­дениеһы бар. Хатта һәр ауылдың урындағы “Яңылыҡтар” ра­дио­һы һөйләп тора. Беҙҙең ҡасабала, мәҫәлән, аҙнаһына бер нисә тап­ҡыр урын­дағы хәбәрҙәр тапшырыла, шуға халыҡ йәшәгән ерен­дәге һәр ваҡиғаны ишетеп-белеп тора.
Матбуғатҡа яҙылыу һәм таратыу нисек ғәмәлгә ашырыла һуң? Почтальон гәзит-журналды берәү­ҙең дә өйөнә индереп бирмәй. Беҙҙәгенән айырмалы, улар баҫ­маны почта йәшнигенә түгел, ә подъезд эргәһендәге махсус урын­ға һала. Иртә­гәһенә тағы килгәс, тороп ҡалғандарын алып китә, шуға ла унда гәзит туҙып, елгә осоп, бысранып ятмай.
“Матбуғат баҫмаларына яҙы­лығыҙ” ти­гән реклама бөтөнләй юҡ. Теләгән кеше кеҫә телефоны йәки Интернет аша яҙыла – аҡ­саны ла электрон юл менән күсерә.
Ә гәзитте тотоп уҡырға теләү­селәр ни эшләй һуң? Һатып ала. Ғәҙәттә, гәзит-журналды кемпинг­тарға, яғыулыҡ ҡойоу урындарына, киосктарға, магазиндарға ҡуялар. Европала баҫмалар тәҡдим ител­мәгән аҙыҡ-түлек магазины юҡ, шуға ла халыҡ кәрәк-ярағы менән бергә уларҙы ла һатып ала.
Ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында гәзит-журнал эсендә кейем-һа­лымға, иткә хаҡ­тар төшөүе ха­ҡында белдереү, рецепттар, һаулыҡ һаҡлау буйынса, ял итергә барыу тураһында рекламалар булыуы ихтимал.
Магазиндарға, ғәҙәттә, гәзитте редакциялар һатыуға үҙҙәре ҡуя – иртән кил­терәләр ҙә бер тәүлектән һуң кире алалар. Һатыусы ойошма баҫманың хаҡын үҙе билдәләй. Алһалар, килешеү буйынса аҡ­са­ның бер өлөшөн редакцияға кү­серә, бер өлөшө үҙендә ҡала.
Гәзит-журнал әллә ни ҡиммәт түгел. Ике-өс крайҙың гәзитен туп­лаған ”Фронта”­ны, мәҫәлән, беҙ­ҙә­ге “толстушка” менән са­ғыш­тырырға мөмкиндер. Хаҡы – 21 крон (42 һум тирәһе). Уның эсендә сиратлап “Она днес” (“Ул бөгөн”) тигән ҡатын-ҡыҙҙар журналы, “Патек” (“Йома”), “Муй дум” (“Минең йортом”), “Магазин” исемле ҡу­шымталар бирелә. Дини, Яңы йыл байрамдары алдынан мәғлүмәт­тәрҙән, рецепт өлгөләренән торған бәләкәй китаптар ҙа була. Уларҙы айырым йыйып, туплап ба­рырға ла мөмкин. Тағы ла уҡыусыны ҡы­ҙыҡһындырыу өсөн төрлө конкурс иғлан итәләр, уҡыусылар, балалар ижадына урын бирелә, оло йәш­тәгеләр тормошона арналған уҡым­лы мәҡәләләр баҫыла. Мат­буғат баҫмаларының хаҡы тото­роҡ­ло. Европала урманды һаҡ­лайҙар, шуға күрә гәзит-журнал, китап бик ҡәҙерләнә.
Һүҙемде йомғаҡлап, башҡорт теле уҡы­тыусыларына, яратҡан гә­зитебеҙҙе ал­дыра­йыҡ, уның тара­тыусыһы, уҡыусыһы булып ҡа­ла­йыҡ, тип өндәшкем килә. Шул сағында балалар ҙа уҡырға өйрәнер, әүҙем тормош яҡлылар сафында булыр. ”Баш­ҡортостан”дан айырылмайыҡ, милләт­­тәштәр!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521