Башҡорт донъяһын төрлө яҡлап яҡтыртҡан, киләсәккә өмөт уятҡан “Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан яратып уҡыйым. Сит илдә йәшәүемә ҡарамаҫтан, унан айырылмайым, электрон вариантын уҡып барам. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм.
Баҫма туғандарым, ауылдаштарым һәм яҡташтарым өсөн дә ҡәҙерле, сөнки унда үткән быуаттың 30 – 70-се йылдарында атайымдың ике туған ағаһы, журналист Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов та эшләгән.
Элек гәзит уҡыу үҙе бер байрам була торғайны. “Башҡортостан”ды һағынып, көтөп алдыҡ. Почтальон оҙағыраҡ килмәй торһа, үҙебеҙ йүгереп барҙыҡ, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, гәзитте туҙҙырып бөтөрә инек. Айырыуса “Өлгөрбай яҙмалары”, “Шиғриәт тулҡынында” рубрикаларын яратып уҡыныҡ. Башҡорт әҙиптәренең яңы әҫәрҙәре менән дә тәү башлап “Башҡортостан” таныштыра торғайны.
Әлбиттә, баҫмала бөгөн дә махсус биттәр, ҡыҙыҡлы рубрикалар байтаҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан фәһемле мәҡәләләр, төрлө мәғлүмәт даими баҫыла. Иң уҡымлыларынан “Башҡорт донъяһы”, “Мең дә бер кәңәш”, “Борсоулы хәл”, “Сәләмәт булайыҡ!”, “Тормош һулышы”, ”Иман”, “Һорау – яуап” һәм “Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигәндәрен атар инем. Әле иһә ҡулға ҡәләм алыуыма гәзиттең тиражы өсөн борсолоуым сәбәпсе.
Һүҙ ҙә юҡ, Европаны Башҡортостан менән сағыштырып булмай, сөнки уларҙа матбуғат шәхси ҡулдарҙа. Шулай ҙа ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килә. Чехияла, мәҫәлән, телевидение менән “Чешский розһлас” (“Чешское радио”) ғына дәүләт ҡарамағында, башҡалар реклама иҫәбенә йәшәй. Журналистар ҙа хөкүмәттән хеҙмәт хаҡы алмай, ә гонорарға эшләй, ирекле ижад итә, ваҡытын үҙе планлаштыра, уларҙы берәү ҙә ҡамсылап тотмай һәм өйрәтмәй ҙә.
Чех журналисы бинала йәки матбуғат йортонда ултырып материал әҙерләмәй, ә һәр ваҡыт халыҡ араһында була. Илдең, донъяның төрлө төбәгендәге яңылыҡ һәм үҙгәрештәрҙе күреп, тикшереп, тиҙ арала нигеҙендә дөрөҫлөк ятҡан яҙма тапшыра. Ябай журналист, ғәҙәттә, бер нисә телдә иркен һөйләшә, йәғни немец, инглиз телдәрен белеү мотлаҡ иҫәпләнә. Хеҙмәткәрҙәр яңылыҡтарҙы донъяның төрлө тарафынан хәбәр итә, бының өсөн Интернет файҙаланыла.
Чехияла борон-борондан нәшер ителә килгән “Фронта”, йәғни хәҙерге “Днес” (“Бөгөнгө яңылыҡтар”) гәзите киң тарала. Ул өс-дүрт төбәктең төп баҫмаларын (редакцияларын) берләштерә. Мәғлүмәттәр Интернет аша ебәрелә. Яҙғанын тапшырам тип, берәү ҙә редакция урынлашҡан ҡалаға барып йөрөмәй, мәҡәләһен план буйынса билдәләнгән ваҡытта электрон адресҡа ебәрә. Яҡшы һәм көнүҙәк темаға мәҡәлә яҙған кеше ҙур күләмдә гонорар ала. Аҡса ҡулға бирелмәй, банктағы иҫәпкә күсерелә. Ғөмүмән, ҡулаҡса тигәнде белмәйҙәр.
Журналист мәҡәләне фатирында яҙа. Офиста иһә шеф-редактор, йәғни баш мөхәррир, яуаплы секретарь һәм бухгалтерҙың ғына ултырыуы мөмкин. Һөҙөмтәлә редакцияның электрға, һыуға, компьютерға сығымдары экономиялана.
Телевидение һәм радио каналдары тураһында ла әйтеп үтәйем. Европала улар әллә күпме, иҫәбе хатта йөҙҙән ашып китә. Ҡайһыһын теләйһең, рәхим итеп тыңла һәм ҡара, тик түләргә онотма. Мәҫәлән, енси бәйләнештәр, үлтереш-һуғыш күрһәтелгән фильмдар, ололар өсөн тәғәйенләнгән тапшырыуҙар бушлай түгел. Беҙҙең ғаиләгә былай унлап канал да етә.
Унан һуң һәр крайҙың һәм ҡаланың үҙ радиоһы менән телевидениеһы бар. Хатта һәр ауылдың урындағы “Яңылыҡтар” радиоһы һөйләп тора. Беҙҙең ҡасабала, мәҫәлән, аҙнаһына бер нисә тапҡыр урындағы хәбәрҙәр тапшырыла, шуға халыҡ йәшәгән ерендәге һәр ваҡиғаны ишетеп-белеп тора.
Матбуғатҡа яҙылыу һәм таратыу нисек ғәмәлгә ашырыла һуң? Почтальон гәзит-журналды берәүҙең дә өйөнә индереп бирмәй. Беҙҙәгенән айырмалы, улар баҫманы почта йәшнигенә түгел, ә подъезд эргәһендәге махсус урынға һала. Иртәгәһенә тағы килгәс, тороп ҡалғандарын алып китә, шуға ла унда гәзит туҙып, елгә осоп, бысранып ятмай.
“Матбуғат баҫмаларына яҙылығыҙ” тигән реклама бөтөнләй юҡ. Теләгән кеше кеҫә телефоны йәки Интернет аша яҙыла – аҡсаны ла электрон юл менән күсерә.
Ә гәзитте тотоп уҡырға теләүселәр ни эшләй һуң? Һатып ала. Ғәҙәттә, гәзит-журналды кемпингтарға, яғыулыҡ ҡойоу урындарына, киосктарға, магазиндарға ҡуялар. Европала баҫмалар тәҡдим ителмәгән аҙыҡ-түлек магазины юҡ, шуға ла халыҡ кәрәк-ярағы менән бергә уларҙы ла һатып ала.
Ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында гәзит-журнал эсендә кейем-һалымға, иткә хаҡтар төшөүе хаҡында белдереү, рецепттар, һаулыҡ һаҡлау буйынса, ял итергә барыу тураһында рекламалар булыуы ихтимал.
Магазиндарға, ғәҙәттә, гәзитте редакциялар һатыуға үҙҙәре ҡуя – иртән килтерәләр ҙә бер тәүлектән һуң кире алалар. Һатыусы ойошма баҫманың хаҡын үҙе билдәләй. Алһалар, килешеү буйынса аҡсаның бер өлөшөн редакцияға күсерә, бер өлөшө үҙендә ҡала.
Гәзит-журнал әллә ни ҡиммәт түгел. Ике-өс крайҙың гәзитен туплаған ”Фронта”ны, мәҫәлән, беҙҙәге “толстушка” менән сағыштырырға мөмкиндер. Хаҡы – 21 крон (42 һум тирәһе). Уның эсендә сиратлап “Она днес” (“Ул бөгөн”) тигән ҡатын-ҡыҙҙар журналы, “Патек” (“Йома”), “Муй дум” (“Минең йортом”), “Магазин” исемле ҡушымталар бирелә. Дини, Яңы йыл байрамдары алдынан мәғлүмәттәрҙән, рецепт өлгөләренән торған бәләкәй китаптар ҙа була. Уларҙы айырым йыйып, туплап барырға ла мөмкин. Тағы ла уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө конкурс иғлан итәләр, уҡыусылар, балалар ижадына урын бирелә, оло йәштәгеләр тормошона арналған уҡымлы мәҡәләләр баҫыла. Матбуғат баҫмаларының хаҡы тотороҡло. Европала урманды һаҡлайҙар, шуға күрә гәзит-журнал, китап бик ҡәҙерләнә.
Һүҙемде йомғаҡлап, башҡорт теле уҡытыусыларына, яратҡан гәзитебеҙҙе алдырайыҡ, уның таратыусыһы, уҡыусыһы булып ҡалайыҡ, тип өндәшкем килә. Шул сағында балалар ҙа уҡырға өйрәнер, әүҙем тормош яҡлылар сафында булыр. ”Башҡортостан”дан айырылмайыҡ, милләттәштәр!