Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һә” тигәнсә илтеп ҡуялар
“Һә” тигәнсә илтеп ҡуялар
Транспорт комплексы ғәйәт ҙур эш башҡара – беҙҙе туғандарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға яҡынайта, ауыл-ҡалаларҙы һәм илдәрҙе, халыҡтарҙы берләштерә, үҙ-ара элемтәне нығыта. Әлеге һөнәр эйәләре пассажирҙарҙы йөрөтөүҙә һәм йөк ташыуҙа ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә.


Автотранспорт хужалығы илебеҙ иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе булып тора. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар С.В. Саломасовтың “Яр­ҙам” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтенең Өфө автоколоннаһы 200-ҙән ашыу кешене берләштерә. Во­дителдәр ҡала маршруттары менән бер рәттән Баҡалы, Дүртөйлө, Нефтекама, Туймазы, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Үрге Йәркәй йүнәлеше буйынса алыҫ рейстарға сыға. Пассажирҙарҙы тәжрибәле, оҙаҡ йылдар дауамында һө­нәренә тоғро ҡалған автобус йөрөтөүселәр хеҙмәтләндерә. Улар рәтендә — Фәнис Тимашев, Марсель Тимашев, Юрис Рәхимов, Альберт Сәмиғуллин, Руслан Кашапов, Рәмил Маняков, Радик Кудрин, Әнүәр Ғайбулаев, Дәниф Имаев, Данил Бакунов, Зиф Ғәлиев һәм башҡалар. Һәр береһе иртәнге рейс алдынан медицина тикшереүе үтеп, хеҙмәт көнөн графикка ярашлы башлай. Шулай уҡ диспетчер Илгиз Сибә­ғә­туллин, Регина Кивсарова, Эльвира Төхвәтуллина ла — үҙ эшенең оҫталары.
Эш барышындағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, финанс һәм эксплуатация күрһәткестәренең тотороҡлолоғо даими тәьмин ителә. Көндәлек эшмәкәрлеккә анализ яһала. Әйтергә кәрәк, иҡтисад һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәр яҡшы. Шәхси автомобиль хужалары күбәйеүенә ҡарамаҫтан, ҡалаларға һәм райондарға маршруттар асылып тора.
Техника паркына килгәндә, бөгөн «Мерседес-Бенц», «Форд», «Пежо», «Ситроен», «ГАЗель»дәр етерлек күләмдә булып, улар пассажирҙарға тейешле хеҙмәт күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы: ағымдағы йылда 15-20 яңы автобус алынған. Киләсәктә лә техника паркын яңыртыу күҙаллана.
Автомашиналарға ваҡытында техник хеҙ­мәтләндереү үткәрелеп, майҙары, деталдә­ре алыштырылып торола. Тәгәрмәс шина­ларын тикшереү, автобустарҙы йыуыу, ваҡытында һәм сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн базалағы слесарҙар ҙур тырышлыҡ һала. Пассажирҙарҙың ғүмерен страховкалау кеүек талаптар ҙа ваҡытында үтәлә.
Ғөмүмән, бөгөнгө заманда кешеләрҙең транспорт менән йөрөүҙәге көндәлек ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса бурыстарҙы лайыҡлы башҡарырға тырышалар. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, киләсәктә лә уңышлы эшләрҙәр, тип ышанам.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521