Транспорт комплексы ғәйәт ҙур эш башҡара – беҙҙе туғандарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға яҡынайта, ауыл-ҡалаларҙы һәм илдәрҙе, халыҡтарҙы берләштерә, үҙ-ара элемтәне нығыта. Әлеге һөнәр эйәләре пассажирҙарҙы йөрөтөүҙә һәм йөк ташыуҙа ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә.
Автотранспорт хужалығы илебеҙ иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе булып тора. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар С.В. Саломасовтың “Ярҙам” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө автоколоннаһы 200-ҙән ашыу кешене берләштерә. Водителдәр ҡала маршруттары менән бер рәттән Баҡалы, Дүртөйлө, Нефтекама, Туймазы, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Үрге Йәркәй йүнәлеше буйынса алыҫ рейстарға сыға. Пассажирҙарҙы тәжрибәле, оҙаҡ йылдар дауамында һөнәренә тоғро ҡалған автобус йөрөтөүселәр хеҙмәтләндерә. Улар рәтендә — Фәнис Тимашев, Марсель Тимашев, Юрис Рәхимов, Альберт Сәмиғуллин, Руслан Кашапов, Рәмил Маняков, Радик Кудрин, Әнүәр Ғайбулаев, Дәниф Имаев, Данил Бакунов, Зиф Ғәлиев һәм башҡалар. Һәр береһе иртәнге рейс алдынан медицина тикшереүе үтеп, хеҙмәт көнөн графикка ярашлы башлай. Шулай уҡ диспетчер Илгиз Сибәғәтуллин, Регина Кивсарова, Эльвира Төхвәтуллина ла — үҙ эшенең оҫталары.
Эш барышындағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, финанс һәм эксплуатация күрһәткестәренең тотороҡлолоғо даими тәьмин ителә. Көндәлек эшмәкәрлеккә анализ яһала. Әйтергә кәрәк, иҡтисад һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәр яҡшы. Шәхси автомобиль хужалары күбәйеүенә ҡарамаҫтан, ҡалаларға һәм райондарға маршруттар асылып тора.
Техника паркына килгәндә, бөгөн «Мерседес-Бенц», «Форд», «Пежо», «Ситроен», «ГАЗель»дәр етерлек күләмдә булып, улар пассажирҙарға тейешле хеҙмәт күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы: ағымдағы йылда 15-20 яңы автобус алынған. Киләсәктә лә техника паркын яңыртыу күҙаллана.
Автомашиналарға ваҡытында техник хеҙмәтләндереү үткәрелеп, майҙары, деталдәре алыштырылып торола. Тәгәрмәс шиналарын тикшереү, автобустарҙы йыуыу, ваҡытында һәм сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн базалағы слесарҙар ҙур тырышлыҡ һала. Пассажирҙарҙың ғүмерен страховкалау кеүек талаптар ҙа ваҡытында үтәлә.
Ғөмүмән, бөгөнгө заманда кешеләрҙең транспорт менән йөрөүҙәге көндәлек ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса бурыстарҙы лайыҡлы башҡарырға тырышалар. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, киләсәктә лә уңышлы эшләрҙәр, тип ышанам.