Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр йөрәкле балалар
Батыр йөрәкле балалар
Республика йортонда өлкәндәргә хас ҡаһарманлыҡ ҡылған 11 балаға “Ҡайнар йөрәк” билдәһе тапшырылды. Бәләкәй геройҙарҙы Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

– Тормошоғоҙҙағы был әһәмиәтле ваҡиға менән тәбрикләйем. Ауыр хәлдә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ихтыяр көсө күрһәтеп, яҡын­дарығыҙҙы үлемдән ҡот­ҡар­ҙығыҙ. Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, – тине республика етәксеһе, ба­лаларға мөрәжәғәт итеп.
2013 йылда Социаль-мәҙәни башланғыстар фон­ды тарафынан “Ҡайнар йө­рәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт проекты булдырылды. Уға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында юғалып ҡалмай, батырлыҡ күрһәткән 23 йәшкә тиклемге ба­лаларға һәм йәштәргә, шулай уҡ балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларына шундай уҡ исемле күкрәккә тағыла торған билдә тапшырыла.
Башҡортостанда был наградаға 60-тан ашыу бала дәғүә итте. Эйе, батыр йөрәкле балалар бик күп. Улар кеше ғүмеренә хәүеф янаған саҡта ҡаушап ҡалмай, йә ут эсендә ҡалғандарҙы, йә һыуға батып барғандарҙы үлем ҡосағынан тартып ала. “Ҡайнар йөрәк” билдәһенә лайыҡ булған 11 бала ла хәүефле хәлдәрҙә яҡындарына ярҙамға килгән.
Мәҫәлән, иң бәләкәй герой – Краснокама районындағы Ташҡын ауылы мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Никита Баранов – ете йәшендә һыулы траншеянан өс йәшлек малайҙы алып сыҡҡан.
– Яҙ көнө ауылда газ үткәргәндә соҡор ҡаҙынылар. Ул ваҡытта төнө буйы ямғыр яуҙы һәм соҡор һыу менән тулды, – тип һөйләне ҡотҡарыусы. – Икенсе көнөнә малайҙар менән уйнарға сыҡтыҡ. Арабыҙҙа бәләкәй Дима ла бар ине. Ҡапыл аңғармаҫтан ул һыуға төшөп китте. Мин эргәһенә йүгерҙем. Ныҡ тайғаҡ ине, шулай ҙа таяҡҡа тотоноп, уны сығара алдым. Дима өйөнә йүгереп ҡайтып, әсәһенә һөйләгән. Апай шунда уҡ магазинға барып, миңә кәнфит һатып алды.
Награда һәм дипломдан тыш, геройҙар Ҡырымдың Алушта ҡалаһы янында урынлашҡан “Яр” балалар лагерына путевка менән бүләкләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521