Республика йортонда өлкәндәргә хас ҡаһарманлыҡ ҡылған 11 балаға “Ҡайнар йөрәк” билдәһе тапшырылды. Бәләкәй геройҙарҙы Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
– Тормошоғоҙҙағы был әһәмиәтле ваҡиға менән тәбрикләйем. Ауыр хәлдә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ихтыяр көсө күрһәтеп, яҡындарығыҙҙы үлемдән ҡотҡарҙығыҙ. Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, – тине республика етәксеһе, балаларға мөрәжәғәт итеп.
2013 йылда Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт проекты булдырылды. Уға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында юғалып ҡалмай, батырлыҡ күрһәткән 23 йәшкә тиклемге балаларға һәм йәштәргә, шулай уҡ балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларына шундай уҡ исемле күкрәккә тағыла торған билдә тапшырыла.
Башҡортостанда был наградаға 60-тан ашыу бала дәғүә итте. Эйе, батыр йөрәкле балалар бик күп. Улар кеше ғүмеренә хәүеф янаған саҡта ҡаушап ҡалмай, йә ут эсендә ҡалғандарҙы, йә һыуға батып барғандарҙы үлем ҡосағынан тартып ала. “Ҡайнар йөрәк” билдәһенә лайыҡ булған 11 бала ла хәүефле хәлдәрҙә яҡындарына ярҙамға килгән.
Мәҫәлән, иң бәләкәй герой – Краснокама районындағы Ташҡын ауылы мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Никита Баранов – ете йәшендә һыулы траншеянан өс йәшлек малайҙы алып сыҡҡан.
– Яҙ көнө ауылда газ үткәргәндә соҡор ҡаҙынылар. Ул ваҡытта төнө буйы ямғыр яуҙы һәм соҡор һыу менән тулды, – тип һөйләне ҡотҡарыусы. – Икенсе көнөнә малайҙар менән уйнарға сыҡтыҡ. Арабыҙҙа бәләкәй Дима ла бар ине. Ҡапыл аңғармаҫтан ул һыуға төшөп китте. Мин эргәһенә йүгерҙем. Ныҡ тайғаҡ ине, шулай ҙа таяҡҡа тотоноп, уны сығара алдым. Дима өйөнә йүгереп ҡайтып, әсәһенә һөйләгән. Апай шунда уҡ магазинға барып, миңә кәнфит һатып алды.
Награда һәм дипломдан тыш, геройҙар Ҡырымдың Алушта ҡалаһы янында урынлашҡан “Яр” балалар лагерына путевка менән бүләкләнде.