Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҫыл шәхес
Шәриф Бикҡолдоң китаптары менән танышҡанда ҙур күләмле әҫәрҙәренең аҙағында ҡайҙа һәм нисәнсе йылда яҙылғанлығы күрһәтелгән. Мәҫәлән, “Йәйге бер төндә” поэмаһы 1960 йылда Күмертауҙа ижад ителгән. “Һынау” поэмаһы 1963-1964 йылдарҙа шулай уҡ күмерселәр ҡалаһында яҙылған. “Берлектә – тереклек”, “Ҡуян нисек ҡапҡан, ҡотолор юл тапҡан?”, “Ярғанат”, “Ниңә тундар бер иш түгел?” әкиәттәре, “Байраҡҡа һеңгән бер тамсы ҡан” поэмаһы 1967-1968 йылдарҙа ошо уҡ ҡалала ижад ителгән. “Әле йәшәйбеҙ икән” романын да 1973–1975 йылдарҙа Күмертауҙа яҙған.


Аҫыл шәхесКүмертауҙа урамы булһын ине

Әллә ҡайҙағы ижад йорттарына ла йөрөмәгән Шәриф ағай, ә илһамды үҙебеҙҙең Башҡортос­тандағы ябай ғына бер ҡалала тапҡан, йыл да тиерлек ошонда килеп тын ғына ерҙә урынлаш­ҡан бәләкәй генә ҡунаҡханала ятҡан.
Шағир Күмертау (ул саҡта Көйөргәҙе тип атал­май ине) районында сыҡҡан “Ильич юлы” гәзитенә килеп, унда әүҙем эшләгән “Йәш көс­тәр” әҙәби түңәрәге ағзалары менән осрашып һөй­ләшергә лә ваҡыт тапҡан. Ул саҡта район гәзитендә хәҙерге күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов эшләне. Әҙәби түңәрәк ағзалары араһында шахтерҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа, завод эшселәре лә һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бар ине.
Мин урта мәктәпте тамамлағандан һуң халыҡ араһында Бабич тип йө­рө­төл­гән ауылда (рәсми исеме – Шишмә) башланғыс кластар уҡытыу­сыһы булып йөрөйөм. Түңәрәк ултырыштары эштән һуң уҙғарылыу сә­бәп­ле, күбеһендә ҡат­наша алмайым, сөнки аҙаҡ ауылға ҡайтыу ҡы­йынға төшә. Шул ултырыштарҙың береһендә шағир Шәриф Бикҡол да булған.
Түңәрәк ағзаларының ижады менән танышып, баш һүҙ яҙып, бер нисә авторҙың шиғырын “Совет Баш­ҡортостаны” гәзитенә тәҡдим иткән. Унда минең дә бер әйберем инеп киткәйне. Ә үҙемә Шәриф ағай шәхсән хат яҙып, шиғыр­ҙа­рымдың оҡшауын, уларҙы күберәк итеп ебә­реүемде, фотомды ла һалыуымды һораған. Был хатты алғас, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Шундай ҙур шағирҙың яңы мәктәпте тамамлаған ҡыҙ­ҙың ижадына иғтибар күрһәтеүе минең өсөн аптырарлыҡ хәл ине. Шулай ҙа бер нисә ши­ғы­рым менән үҙем хаҡында ҡыҫҡаса мәғлү­мәт яҙып, фото һалып яуап ебәрҙем.
8 март алдынан гәзиттә оҙон толомло са­ғым­да төшкән фотом менән бер шәлкем ши­ғыр­ҙа­рым баҫылып сыҡты. Ауыл халҡы өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан асылһам, почтальон миңә хаттар ташып аптыраны. Күбе­һенсә, таны­шырға теләп, егеттәр яҙҙы. Ә иң мөһиме шул: Шәриф ағайҙың баш һүҙе менән гәзиттә сыҡҡан шиғырҙарым әҙәбиәт донъяһына инергә визит карточкам кеүек булды.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә мине бөтә студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа белә ине инде. Бына нисек булған элек гәзит­тең көсө, тәьҫире! Хәҙерге филология факуль­тетындағы студенттар гәзитте даими уҡып барамы икән, ай-һай, шикләнәм.
Икенсе йылына Ғәлим Хисамов БДУ-ға уҡыр­ға киткәс, район гәзитендә миңә лә эшләп алыр­ға тура килде. Шәриф ағайҙың йәнә Күмертауға килгәнен белеп, “Йәш көстәр” әҙәби түңәрәге ағза­лары менән бергә Рәшит Солтангәрәев ағай­­­ҙың апа­һы, орденлы уҡытыусы Хә­ҙи­сә Ғим­ран ҡыҙы Кин­йә­баева 3-сө мәктәп-интернатҡа ос­рашыуға саҡырҙы. Шәриф ағай йәшәгән ҡу­наҡ­ханаға ла барҙыҡ. Ҡаланың үҙәк урам­дары­ның береһендә булһа ла, эстәрәк кенә урын­­лаш­ҡан ике ҡатлы ябай йорт. Шәриф ағай йәшәгән бүлмәнең тәҙрәләре ихатаға ҡарай. Ә унда ағастар үҫә. Шунлыҡтан эстә ҡараңғы ғына.
Хәҙер уйлайым да, яҙыусы өсөн бит әллә ни иҫ киткес шарттар ҙа кәрәкмәгән: яҙыу өҫтәле һәм тынлыҡ ҡына булһын, ижад итергә бер кем ҡамасауламаһын. Тап шундай илһам мөйөшөн Шәриф ағай беҙҙең Күмертауҙа тапҡан һәм күп әҫәрҙәрен ун биш йыл дауамында – 1960 йылдан алып 1975 йылға тиклем – ошо бәләкәй генә тыныс ҡалала ижад иткән. Минеңсә, Күмертау халҡы бының менән, һис шикһеҙ, ғорурланырға хаҡлы. Әгәр ҙә күренекле яугир-шағир хөрмә­тенә ҡаланың берәй урамына Шәриф Бикҡол исемен бирһәләр, әҙипкә ҡарата оло ихтирам билдәһе булыр ине.

Аҫыл шәхесШәриф музейы, Бикҡол күпере

Бөйөктәрҙе иҫән саҡта­рында баһалай, ҡә­ҙерләй, был донъянан киткәндәрен хә­терләй белгән ерҙә генә яңы шәхестәр үҫә. Ҡырмыҫ­ҡалы районында күренекле яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 90 йыл тулыу уңа­йынан уҙғарылған хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә тап шул хаҡта уйландырҙы. Был илһамлы төбәктән шул тиклем күп яҙыусы сыҡҡан! Журналист Илдар Аҡъюлов төҙөгән “Баш­ҡортостандың әҙәби кар­та­һы”нда юҡҡа ғына ҡыр­­мыҫ­ҡалылар беренсе урында тормай. Әммә районда яҙыу­сылар иҫәбе һан өсөн ге­нә түгел, улар – халыҡ­тың, ошо ерҙең рухи байлығы. Шуға күрә лә һәр исем оло хөрмәткә лайыҡ. Һәйкәлдәр, музейҙар, урамдар шәхестәр исемен мәңгеләштерә.
Әле лә шағир Шәриф Бик­ҡолдоң тыуған ауылы Ҡар­лыманға килеп, район ха­­кимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Ҡыр­мыҫ­ҡалы ауыл Советы башлығы Айрат Хоҙайҙатовтар оҙаты­уында иң тәүҙә 500 йыллыҡ тарихы булған зыяратҡа юл­­лан­дыҡ. Шағирҙың ҡыҙы Ләйсән дә тормош ип­тәше Шамил менән килгәйне. Баш­ҡорт­остан­дың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Ҡырмыҫ­ҡалы районының почетлы гражданы, Салауат Юлаев исе­мен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кин­йәбулатов, ғалим һәм яҙыусы, филология фән­дәре докторы, профессор Тимерғәле Кил­мө­хәмәтов, популяр йырҙар авторы, шағирә Дилә Булгакова, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, таныл­ған эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтов, Өфөлә йәшәгән ҡырмыҫҡалыларҙың яҡташтар ойош­маһы рәйесе, Башҡортостан Журналистар сою­зының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм ошо юлдар авторы шағир рухы алдында баш эйҙе, сәскә һалды, доғалар уҡыны.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521