Шәриф Бикҡолдоң китаптары менән танышҡанда ҙур күләмле әҫәрҙәренең аҙағында ҡайҙа һәм нисәнсе йылда яҙылғанлығы күрһәтелгән. Мәҫәлән, “Йәйге бер төндә” поэмаһы 1960 йылда Күмертауҙа ижад ителгән. “Һынау” поэмаһы 1963-1964 йылдарҙа шулай уҡ күмерселәр ҡалаһында яҙылған. “Берлектә – тереклек”, “Ҡуян нисек ҡапҡан, ҡотолор юл тапҡан?”, “Ярғанат”, “Ниңә тундар бер иш түгел?” әкиәттәре, “Байраҡҡа һеңгән бер тамсы ҡан” поэмаһы 1967-1968 йылдарҙа ошо уҡ ҡалала ижад ителгән. “Әле йәшәйбеҙ икән” романын да 1973–1975 йылдарҙа Күмертауҙа яҙған.
Күмертауҙа урамы булһын инеӘллә ҡайҙағы ижад йорттарына ла йөрөмәгән Шәриф ағай, ә илһамды үҙебеҙҙең Башҡортостандағы ябай ғына бер ҡалала тапҡан, йыл да тиерлек ошонда килеп тын ғына ерҙә урынлашҡан бәләкәй генә ҡунаҡханала ятҡан.
Шағир Күмертау (ул саҡта Көйөргәҙе тип аталмай ине) районында сыҡҡан “Ильич юлы” гәзитенә килеп, унда әүҙем эшләгән “Йәш көстәр” әҙәби түңәрәге ағзалары менән осрашып һөйләшергә лә ваҡыт тапҡан. Ул саҡта район гәзитендә хәҙерге күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов эшләне. Әҙәби түңәрәк ағзалары араһында шахтерҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа, завод эшселәре лә һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бар ине.
Мин урта мәктәпте тамамлағандан һуң халыҡ араһында Бабич тип йөрөтөлгән ауылда (рәсми исеме – Шишмә) башланғыс кластар уҡытыусыһы булып йөрөйөм. Түңәрәк ултырыштары эштән һуң уҙғарылыу сәбәпле, күбеһендә ҡатнаша алмайым, сөнки аҙаҡ ауылға ҡайтыу ҡыйынға төшә. Шул ултырыштарҙың береһендә шағир Шәриф Бикҡол да булған.
Түңәрәк ағзаларының ижады менән танышып, баш һүҙ яҙып, бер нисә авторҙың шиғырын “Совет Башҡортостаны” гәзитенә тәҡдим иткән. Унда минең дә бер әйберем инеп киткәйне. Ә үҙемә Шәриф ағай шәхсән хат яҙып, шиғырҙарымдың оҡшауын, уларҙы күберәк итеп ебәреүемде, фотомды ла һалыуымды һораған. Был хатты алғас, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Шундай ҙур шағирҙың яңы мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙың ижадына иғтибар күрһәтеүе минең өсөн аптырарлыҡ хәл ине. Шулай ҙа бер нисә шиғырым менән үҙем хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, фото һалып яуап ебәрҙем.
8 март алдынан гәзиттә оҙон толомло сағымда төшкән фотом менән бер шәлкем шиғырҙарым баҫылып сыҡты. Ауыл халҡы өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан асылһам, почтальон миңә хаттар ташып аптыраны. Күбеһенсә, танышырға теләп, егеттәр яҙҙы. Ә иң мөһиме шул: Шәриф ағайҙың баш һүҙе менән гәзиттә сыҡҡан шиғырҙарым әҙәбиәт донъяһына инергә визит карточкам кеүек булды.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә мине бөтә студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа белә ине инде. Бына нисек булған элек гәзиттең көсө, тәьҫире! Хәҙерге филология факультетындағы студенттар гәзитте даими уҡып барамы икән, ай-һай, шикләнәм.
Икенсе йылына Ғәлим Хисамов БДУ-ға уҡырға киткәс, район гәзитендә миңә лә эшләп алырға тура килде. Шәриф ағайҙың йәнә Күмертауға килгәнен белеп, “Йәш көстәр” әҙәби түңәрәге ағзалары менән бергә Рәшит Солтангәрәев ағайҙың апаһы, орденлы уҡытыусы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева 3-сө мәктәп-интернатҡа осрашыуға саҡырҙы. Шәриф ағай йәшәгән ҡунаҡханаға ла барҙыҡ. Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә булһа ла, эстәрәк кенә урынлашҡан ике ҡатлы ябай йорт. Шәриф ағай йәшәгән бүлмәнең тәҙрәләре ихатаға ҡарай. Ә унда ағастар үҫә. Шунлыҡтан эстә ҡараңғы ғына.
Хәҙер уйлайым да, яҙыусы өсөн бит әллә ни иҫ киткес шарттар ҙа кәрәкмәгән: яҙыу өҫтәле һәм тынлыҡ ҡына булһын, ижад итергә бер кем ҡамасауламаһын. Тап шундай илһам мөйөшөн Шәриф ағай беҙҙең Күмертауҙа тапҡан һәм күп әҫәрҙәрен ун биш йыл дауамында – 1960 йылдан алып 1975 йылға тиклем – ошо бәләкәй генә тыныс ҡалала ижад иткән. Минеңсә, Күмертау халҡы бының менән, һис шикһеҙ, ғорурланырға хаҡлы. Әгәр ҙә күренекле яугир-шағир хөрмәтенә ҡаланың берәй урамына Шәриф Бикҡол исемен бирһәләр, әҙипкә ҡарата оло ихтирам билдәһе булыр ине.
Шәриф музейы, Бикҡол күпереБөйөктәрҙе иҫән саҡтарында баһалай, ҡәҙерләй, был донъянан киткәндәрен хәтерләй белгән ерҙә генә яңы шәхестәр үҫә. Ҡырмыҫҡалы районында күренекле яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә тап шул хаҡта уйландырҙы. Был илһамлы төбәктән шул тиклем күп яҙыусы сыҡҡан! Журналист Илдар Аҡъюлов төҙөгән “Башҡортостандың әҙәби картаһы”нда юҡҡа ғына ҡырмыҫҡалылар беренсе урында тормай. Әммә районда яҙыусылар иҫәбе һан өсөн генә түгел, улар – халыҡтың, ошо ерҙең рухи байлығы. Шуға күрә лә һәр исем оло хөрмәткә лайыҡ. Һәйкәлдәр, музейҙар, урамдар шәхестәр исемен мәңгеләштерә.
Әле лә шағир Шәриф Бикҡолдоң тыуған ауылы Ҡарлыманға килеп, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы башлығы Айрат Хоҙайҙатовтар оҙатыуында иң тәүҙә 500 йыллыҡ тарихы булған зыяратҡа юлландыҡ. Шағирҙың ҡыҙы Ләйсән дә тормош иптәше Шамил менән килгәйне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, ғалим һәм яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, популяр йырҙар авторы, шағирә Дилә Булгакова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, танылған эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтов, Өфөлә йәшәгән ҡырмыҫҡалыларҙың яҡташтар ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм ошо юлдар авторы шағир рухы алдында баш эйҙе, сәскә һалды, доғалар уҡыны.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.
(Аҙағы бар).