Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡара сиңерткәне кем туҡтатыр?
Ҡара сиңерткәне кем туҡтатыр?
Быйылғы йыл уңайлы килә тиһәм, күптәр риза булыр, моғайын: эҫеһе лә бар, ямғыры ла яуып ала. Ләкин бер яҡшыға бер яман тигәндәре лә дөрөҫтөр – республиканың бер нисә районында ҡара сиңерткә (саранча) яуын туҡтатыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Туҡтата алмаған хәлдә уның башҡа райондарға таралыуы, ауыл хужалығына һәм тәбиғәткә ҡот осҡос ҙур зыян килтереүе ихтимал.



Башҡортостан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында күптән түгел ошо проблемаға арнал­ған һөйләшеү булды. “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” Федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Башҡорт­остан филиалы етәксеһе, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәев был бөжәк янаған ҡурҡыныс, уға ҡаршы көрәшеү юлдары тураһында тәфсирләп һөйләне (уның аңлатмаһы “Башҡортостан” гәзитенең 21 июнь һанында ла бирелгәйне). Ләкин эҫе климатлы дала илдәрен йөҙҙәрсә йылдар буйы интектергән был үрсемле бөжәктән ҡотолоуы анһат түгел. Уны юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән төрлө ағыулы химикаттар күп. Уларҙың йоғонтололоғо ла, ҡулланыу урындары һәм үҙенсәлектәре лә төрлөсә. Әйтәйек, ағыуҙы иртән һәм кис кенә, ел секундына өс метрҙан да ашмаған мәлдә һиптерергә кәрәк. Уныһын да һуңғы йылдарҙа ғына әүҙем ҡуллана башлағандар. Былтыр, мәҫәлән, 90 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ере эшкәртелһә, 2008 йылда бер гектарға ла һиптерелмәгән.
– Дәүләт Думаһы депутаты бул­ғанда миңә ошо мәсьәләгә арналған бер нисә кәңәшмәлә ҡатнашырға тура килде, – тине Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин. – Федераль властың ҡа­ра­шы шундай: был проблемаға ҡар­шы төбәктәр үҙҙәре көрәшергә тейеш. Ләкин төбәктәрҙә лә ҡараш төрлөсә, ауыл хужалығы министры вазифа­һында күрше Ырымбур өлкәһендә йө­рөп ҡайтыу форсаты тейгәйне, шунда мин уларҙың был мәсьәләгә битараф булыуын күреп аптыраным. Беҙ улар­ҙы өҫтән ҡушып эшләтә алмайбыҙ, әлбиттә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Волга буйы федераль округында кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итәйек.
– Ҡара сиңерткә буйынса төп ҡурҡыныс беҙгә, ысынлап та, Ырымбур яғынан янай, – тип килеште республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов. – Уларҙа байтаҡ йылдар ауыл хужалығы еренең ғәйәт ҙур майҙаны эшкәртелмәй ятты. Ә ҡара сиңерткәгә үрсеп китеү өсөн тап шундай таш­ландыҡ урындар уңайлы шарт тыу­ҙыра ла инде. Ә тәбиғәт бәлә-ҡазаһын бергәләп кенә еңергә мөмкин, һәр кем айырым көрәшкәндә әллә ни һөҙөмтә булмаясаҡ. Ләкин Силәбе өлкәһендә, мәҫәлән, ағыулы химикаттар алыуға аҡса бүлмәгәндәр, был осраҡта бергәләп әүҙем эшләү килеп сығырмы? Ә ҡара сиңерткә көтмәй – ул хатта урманлы район­дар­ға ла үтеп керә башланы...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521