Быйылғы йыл уңайлы килә тиһәм, күптәр риза булыр, моғайын: эҫеһе лә бар, ямғыры ла яуып ала. Ләкин бер яҡшыға бер яман тигәндәре лә дөрөҫтөр – республиканың бер нисә районында ҡара сиңерткә (саранча) яуын туҡтатыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Туҡтата алмаған хәлдә уның башҡа райондарға таралыуы, ауыл хужалығына һәм тәбиғәткә ҡот осҡос ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында күптән түгел ошо проблемаға арналған һөйләшеү булды. “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” Федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Башҡортостан филиалы етәксеһе, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәев был бөжәк янаған ҡурҡыныс, уға ҡаршы көрәшеү юлдары тураһында тәфсирләп һөйләне (уның аңлатмаһы “Башҡортостан” гәзитенең 21 июнь һанында ла бирелгәйне). Ләкин эҫе климатлы дала илдәрен йөҙҙәрсә йылдар буйы интектергән был үрсемле бөжәктән ҡотолоуы анһат түгел. Уны юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән төрлө ағыулы химикаттар күп. Уларҙың йоғонтололоғо ла, ҡулланыу урындары һәм үҙенсәлектәре лә төрлөсә. Әйтәйек, ағыуҙы иртән һәм кис кенә, ел секундына өс метрҙан да ашмаған мәлдә һиптерергә кәрәк. Уныһын да һуңғы йылдарҙа ғына әүҙем ҡуллана башлағандар. Былтыр, мәҫәлән, 90 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ере эшкәртелһә, 2008 йылда бер гектарға ла һиптерелмәгән.
– Дәүләт Думаһы депутаты булғанда миңә ошо мәсьәләгә арналған бер нисә кәңәшмәлә ҡатнашырға тура килде, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин. – Федераль властың ҡарашы шундай: был проблемаға ҡаршы төбәктәр үҙҙәре көрәшергә тейеш. Ләкин төбәктәрҙә лә ҡараш төрлөсә, ауыл хужалығы министры вазифаһында күрше Ырымбур өлкәһендә йөрөп ҡайтыу форсаты тейгәйне, шунда мин уларҙың был мәсьәләгә битараф булыуын күреп аптыраным. Беҙ уларҙы өҫтән ҡушып эшләтә алмайбыҙ, әлбиттә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Волга буйы федераль округында кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итәйек.
– Ҡара сиңерткә буйынса төп ҡурҡыныс беҙгә, ысынлап та, Ырымбур яғынан янай, – тип килеште республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов. – Уларҙа байтаҡ йылдар ауыл хужалығы еренең ғәйәт ҙур майҙаны эшкәртелмәй ятты. Ә ҡара сиңерткәгә үрсеп китеү өсөн тап шундай ташландыҡ урындар уңайлы шарт тыуҙыра ла инде. Ә тәбиғәт бәлә-ҡазаһын бергәләп кенә еңергә мөмкин, һәр кем айырым көрәшкәндә әллә ни һөҙөмтә булмаясаҡ. Ләкин Силәбе өлкәһендә, мәҫәлән, ағыулы химикаттар алыуға аҡса бүлмәгәндәр, был осраҡта бергәләп әүҙем эшләү килеп сығырмы? Ә ҡара сиңерткә көтмәй – ул хатта урманлы райондарға ла үтеп керә башланы...