Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исеме есеменә тап килә
Исеме есеменә тап килә 8-937-48-777-80
Гәзиттең 16 май һанында «Башҡортостан»дың «тиҙ ярҙамы» эш башлай» тигән хәбәрҙе шатланып уҡып сыҡтым. Ысынлап та, урындарҙа халыҡты ныҡ борсоған мәсьәләләр бихисап, тик төрлө кимәлдәге етәкселәр уларҙы үҙ ваҡытында хәл итергә артыҡ көс һалмай. Аптыраған халыҡ республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Ошо хәлде иҫәпкә алыптыр инде, Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов яңыраҡ власть органдарында халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү мәсьә­ләһенә арналған махсус кәңәшмә үткәрҙе. Һис шикһеҙ, был – мөһим сара, тимәк, Рөстәм Зәки улы үҙенең «кешеләр өсөн эшләргә» тигән күрһәтмәһе нисек үтәлеүен контролдә тота. Асылда бит урындарҙағы проблемаларҙы хәл итеү – министрлыҡтарҙың, ойошмаларҙың, ҡала һәм район хакимиәттәренең мөҡәддәс бурысы.
«Башҡортостан» гәзитенең дә халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарҙы көсәйтеп, май айында уҡ үҙенең «Тиҙ ярҙамы»н булдырыуы һәм ошо юҫыҡта район-ҡалаларҙағы айырым кәмселектәрҙе тәнҡит утына тотоуы хуплауға лайыҡ. Был рубриканың тәьҫир көсөнә мин үҙем инандым да инде. Гәзиттең 13 июнь һанында матбуғат баҫмаларын таратыуҙағы етешһеҙлек хаҡындағы ялыуым баҫылып сыҡҡайны. Күп тә үтмәне, өйөмә ҡала почтаһынан өс вәкил килеп тә етте. Гәзит-журналды ваҡытында тарата алмағандары өсөн ғәфү үтенеп, әлегә почтальон таба алмай йонсойбоҙ, тип зарландылар, әммә был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә итеп киттеләр. Аллаға шөкөр, хәҙер баҫмаларҙы ваҡытында килтереп торалар.
Күптәрҙең күңелен өйкәгән мәсьә­ләнең тиҙ арала ыңғай хәл ителеүенә бик шатмын. Бының өсөн, әлбиттә, «Башҡортостан» гәзитенең «тиҙ яр­ҙамы»на һәм Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идара­лығына рәхмәт белдерәм.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523