8-937-48-777-80 Гәзиттең 16 май һанында «Башҡортостан»дың «тиҙ ярҙамы» эш башлай» тигән хәбәрҙе шатланып уҡып сыҡтым. Ысынлап та, урындарҙа халыҡты ныҡ борсоған мәсьәләләр бихисап, тик төрлө кимәлдәге етәкселәр уларҙы үҙ ваҡытында хәл итергә артыҡ көс һалмай. Аптыраған халыҡ республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Ошо хәлде иҫәпкә алыптыр инде, Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов яңыраҡ власть органдарында халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү мәсьәләһенә арналған махсус кәңәшмә үткәрҙе. Һис шикһеҙ, был – мөһим сара, тимәк, Рөстәм Зәки улы үҙенең «кешеләр өсөн эшләргә» тигән күрһәтмәһе нисек үтәлеүен контролдә тота. Асылда бит урындарҙағы проблемаларҙы хәл итеү – министрлыҡтарҙың, ойошмаларҙың, ҡала һәм район хакимиәттәренең мөҡәддәс бурысы.
«Башҡортостан» гәзитенең дә халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарҙы көсәйтеп, май айында уҡ үҙенең «Тиҙ ярҙамы»н булдырыуы һәм ошо юҫыҡта район-ҡалаларҙағы айырым кәмселектәрҙе тәнҡит утына тотоуы хуплауға лайыҡ. Был рубриканың тәьҫир көсөнә мин үҙем инандым да инде. Гәзиттең 13 июнь һанында матбуғат баҫмаларын таратыуҙағы етешһеҙлек хаҡындағы ялыуым баҫылып сыҡҡайны. Күп тә үтмәне, өйөмә ҡала почтаһынан өс вәкил килеп тә етте. Гәзит-журналды ваҡытында тарата алмағандары өсөн ғәфү үтенеп, әлегә почтальон таба алмай йонсойбоҙ, тип зарландылар, әммә был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә итеп киттеләр. Аллаға шөкөр, хәҙер баҫмаларҙы ваҡытында килтереп торалар.
Күптәрҙең күңелен өйкәгән мәсьәләнең тиҙ арала ыңғай хәл ителеүенә бик шатмын. Бының өсөн, әлбиттә, «Башҡортостан» гәзитенең «тиҙ ярҙамы»на һәм Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығына рәхмәт белдерәм.