Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәккә — яңы ҡеүәт
Төбәккә — яңы ҡеүәт Районда май заводы төҙөлә

Балтаста тиҙҙән мал аҙығы һәм рапс майы етештереү заводы асыласаҡ. Юл төшкәндә уны ҡороусылар менән осраштыҡ. Беҙҙе предприятиены ойоштороусыларҙың береһе Хәбибрахман Мазһаров ҡаршы алды.


— Сит илдә бындай заводтар күптән эшләй. Бензинды улар рапс майы ярҙамында юғарыраҡ маркалы, сифатлыраҡ дәрәжәгә еткерә. Был ысул күпкә осһоҙораҡ һәм экологик яҡтан таҙараҡ. Быныһы бер булһа, икенсенән, әлеге заводтың асылыуы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн дә отошло. Рапс һауа шарттарына, ҡоролоҡҡа бик бирешеп бармай. Беҙҙә уны сәсеү һәм уңыш алыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Завод сафҡа ингәс, эргә-тирәләге биш районды хеҙмәтләндерә аласаҡ. Рапстың майын алғандан һуң ҡалғанынан гранулалы мал аҙығы етештерәсәкбеҙ, — тип һөйләне Хәбибрахман Хәбибназар улы.
Төбәккә — яңы ҡеүәтЧехиянан килгән заводты биш кеше ҡора. Уларға сит ил инженеры Эржик Джаролимек етәкселек итә. Был белгес Башҡортостанға икенсе тапҡыр килгән икән.
— Миңә бында оҡшай. Тәбиғәт матур, кешеләр алсаҡ. Мөмкинлек булһа, тағы ла киләсәкмен, — ти ул.
Йыһаздарҙы ҡороусылар Илһам Зиннуров, Рәмил Хәсәнов, Сергей Ясичев иһә эште еренә еткереп башҡара. “Билдәләнгән пландан тайпылмай, яйлап ҡына ҡорабыҙ. Схемалар аныҡ һәм уңайлы”, — ти эшселәр.
Завод тәүлегенә 43 тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Бында һигеҙ кеше эшләйәсәк. Балтас еренә килгән инвесторҙар байтаҡ хужалыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙып, ауыл хужалығы ойошмаларына яңы һулыш өрәсәк.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Балтас районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521