Районда май заводы төҙөләБалтаста тиҙҙән мал аҙығы һәм рапс майы етештереү заводы асыласаҡ. Юл төшкәндә уны ҡороусылар менән осраштыҡ. Беҙҙе предприятиены ойоштороусыларҙың береһе Хәбибрахман Мазһаров ҡаршы алды.
— Сит илдә бындай заводтар күптән эшләй. Бензинды улар рапс майы ярҙамында юғарыраҡ маркалы, сифатлыраҡ дәрәжәгә еткерә. Был ысул күпкә осһоҙораҡ һәм экологик яҡтан таҙараҡ. Быныһы бер булһа, икенсенән, әлеге заводтың асылыуы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн дә отошло. Рапс һауа шарттарына, ҡоролоҡҡа бик бирешеп бармай. Беҙҙә уны сәсеү һәм уңыш алыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Завод сафҡа ингәс, эргә-тирәләге биш районды хеҙмәтләндерә аласаҡ. Рапстың майын алғандан һуң ҡалғанынан гранулалы мал аҙығы етештерәсәкбеҙ, — тип һөйләне Хәбибрахман Хәбибназар улы.
Чехиянан килгән заводты биш кеше ҡора. Уларға сит ил инженеры Эржик Джаролимек етәкселек итә. Был белгес Башҡортостанға икенсе тапҡыр килгән икән.
— Миңә бында оҡшай. Тәбиғәт матур, кешеләр алсаҡ. Мөмкинлек булһа, тағы ла киләсәкмен, — ти ул.
Йыһаздарҙы ҡороусылар Илһам Зиннуров, Рәмил Хәсәнов, Сергей Ясичев иһә эште еренә еткереп башҡара. “Билдәләнгән пландан тайпылмай, яйлап ҡына ҡорабыҙ. Схемалар аныҡ һәм уңайлы”, — ти эшселәр.
Завод тәүлегенә 43 тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Бында һигеҙ кеше эшләйәсәк. Балтас еренә килгән инвесторҙар байтаҡ хужалыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙып, ауыл хужалығы ойошмаларына яңы һулыш өрәсәк.