Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хоҡуғыңды бел!
Гәзит уҡыусыларҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Юрисҡа мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Бүләк итергә була

— Миңә мираҫҡа ауылдағы өйҙөң яртыһы эләкте. Йорт мираҫсылар араһында бүленмәгән. Мин үҙемдең өлөшөмдө башҡа берәүгә бүләк итә аламмы?
Зариф, Ҡалтасы районы.


— Әлбиттә, кемгә теләһәгеҙ, шуға бүләккә бирергә хоҡуғығыҙ бар. Һеҙ — йортҡа дөйөм милекте бүлешеүҙә ҡатнашыусы. Тимәк, үҙ өлөшөгөҙҙө һата, бүләк итә, мираҫҡа ҡалдыра йәки, үҙ ихтыярығыҙға ҡарап, башҡа төрлө файҙалана алаһығыҙ. Был осраҡта йорттоң ысын мәғәнәһендә бүленгәнме-юҡмы икәнлеге мөһим түгел. Әммә үҙ өлөшөгөҙҙө сит кешегә һатҡан йәки алмаштырған осраҡта, Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 250-се статьяға ярашлы, милектең икенсе яртыһына хужаларҙың башҡалар алдында һатып алыу йәһәтенән өҫтөнлөгө бар. Бүләк итеүгә бәйле бындай ҡағиҙә юҡ.

Айырылышыу күпкә отошлораҡ

— Ирем менән биш йыл йәшәгәндән һуң ул мине ике бала менән ташлап китте. Әлегә рәсми айырылышманыҡ. Ун бер айлыҡ кинйә ҡыҙым уның фатирында теркәлгән, ә мин улым менән икенсе урында иҫәптә торам. Ҡыҙым менән бергә ул теркәлгән йортта йәшәй аламмы, элекке ирем мине ҡыуып сығарырға хоҡуҡлымы?
Зилиә, Яңауыл ҡалаһы.


— Һеҙҙең осраҡ өсөн кәңәшем: яҡын арала айырылышыуға документтар тапшырығыҙ. Әгәр никах осоронда бергә алынған милек булһа, уны судта бүлешеү өсөн кәрәк был. Ә инде, айырылышҡас, ирегеҙҙән алимент түләтә аласаҡһығыҙ. Үҙегеҙ теркәлмәгән фатирҙа ирегеҙҙең ризалығынан тыш йәшәй алмайһығыҙ.

Килешеп булмаһа, суд хәл итер

— Ҡатыным менән айырылыштыҡ, өс йәшлек улыбыҙ бар. Балам менән уның өйөндә йәки тышта ғына осрашырға рөхсәт итәләр, уны минең өйөмә ебәрмәйҙәр һәм яңы ҡатыным менән аралаштырмайҙар. Улым менән күрешеү буйынса ниндәй хоҡуҡтарым бар, элекке ҡатыным шарттар ҡуя аламы?
Рәмил, Өфө ҡалаһы.


— Рәсәй Ғаилә кодексының 66-сы статьяһына ярашлы, баланан айырым йәшәүсе ата-әсә уның менән аралашырға, тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Әгәр аралашыу балаға физик һәм психологик зыян килтермәһә, уның әхлаҡи үҫешен сикләмәһә, бала менән бергә йәшәүсе атай йәки әсәй быға ҡаршы килергә тейеш түгел. Һеҙ элекке ҡатынығыҙ менән бергә яҙма рәүештә бала менән нисек һәм ниндәй ваҡытта осрашыу тураһында килешеү төҙөй алаһығыҙ. Әгәр ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарарға килә алмайһығыҙ икән, бәхәсте судта хәл итергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521