Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай, йәнем, бик һағынам һине!
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулды. Атайым Фәүис Камали улы ошо көнгә тиклем йәшәһә, шатлығының сиге булмаѕ ине. Ғаиләбеҙ менән байрам итер инек... Ләкин ул 2005 йылдың 30 ноябрендә, миңә өс йәш булғанда, беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте.

Әсәйем менән ағайымдар ышанмаһа ла, ул көндө бөгөнгөләй хәтерләйем. Һуҙылып ятҡан атайымдың йөҙөн асып күрһәттеләр. Шунан беҙҙе туғандар үҙҙәренә алып китте. Атайым үлгән көндә ҡоро һыуыҡ ине. Уны ерләп ҡайтҡас, бөтә донъяны ап-аҡ ҡар ҡапланы. Бәләкәй ағайымдың ныҡ итеп илауы хәтеремдә ҡалған. Атайҙы юғалтҡанда кескәй генә булһам да, ул минең күҙ алдымдан бер ҡасан да киткәне юҡ. Әгәр әле иѕән булһа, уға 53 йәш тулыр ине.
Атайым 1961 йылда Илеш районының Иѕәнбай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас та Совет Армияһы сафына китә һәм Афғанстанға эләгә. Бер йылдан ҡаты яралана. Уға ҡатмарлы махсус задание бирелә. Китер алдынан иптәшенә хат менән сәғәтен бирә: “Ҡайта алмаһам, беҙгә барып, әсәйемә тапшыр”, — ти. Уны үлгән тип уйлайҙар. Бәхеткә күрә, атайым иѕән ҡала. Хеҙмәттән өсөнсө группа инвалиды булып ҡайта. Шунан Өфөләге урман хужалығы техникумына уҡырға инә, ғүмеренең аҙағына тиклем урман хужалығында мастер булып эшләй.
Беҙҙең өйҙә уның өс наградаһы һаҡлана. Улар — “Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа”, “За боевые заслуги” һәм “70 лет Вооруженным Силам СССР” миҙалдары. Мин уларҙы оҙаҡ итеп ҡулымда тотоп ултырам. Күҙемә йәш килә, атайым ысын ир-ат булған икән. Һуғышта ғына түгел, тыныс тормошта ла лайыҡлы итеп йәшәгән.
Ағайымдар ҙа атайым кеүек аҡыллы, тәртипле, тырыш. Өлкәне Эльвир Түбәнге Кама ҡалаһында нефть химияһы техникумын тамамланы. Бөгөн Мәскәү өлкәһендә контракт буйынса взвод командиры булып хеҙмәт итә. Радим ағайым да мәктәпте гел “бишле”гә генә тамамлап, әле Өфө дәүләт нефть техник университетының икенсе курсында уңышлы ғына белем ала. Әсәйем Физәлиә Фәүис ҡыҙы мин уҡыған гимназияла фельдшер булып эшләй.
Мин дә тырышып гел “бишле”гә уҡыйым, музыка һәм сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнәм, төрлө бәйгелә ҡатнашам. Атайымдың минең үѕкәнемде күрмәүе, уңыштарыма һөйөнөп, ғорурлана алмауы ғына үкенесле. Ауыр саҡта башымдан һыйпаһа, арҡамдан яратһа, рәхәт булыр ине. Афған һуғышы геройҙарын телевизорҙан күрһәм, шатланам да, ҡайғырам да. Иѕән булһа, атайым да улар араһында йөрөр ине, тип уйлайым. Атай, йәнем, бик һағынам һине!..
Афғанстанда хеҙмәт иткән ағайҙарҙы байрам менән ҡотлайым. Ағайҙарыма атайым өлөшөнә төшкән хәсрәттәр теймәһен, тип теләйем. Күгебеҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын, ҡатындар — тол, балалар атайһыҙ ҡалмаһын!
Ғәлиә ИМАМОВА,
Үрге Йәркәйҙең
1-се гимназияһы
уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521