Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тәмле булһын!«Ғаилә» бәлеше
Бәлештең ҡамырын ауыл ерендә май айраны hалып баҫалар, яңы ҡатыҡ та бара.
2 йомортҡа, ярты стакан ҡаймаҡ, тоҙ, сода hалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр әҙерләйбеҙ.
Эслек: картуф, кишер, hуған, тауыҡ йә өйрәк ите. Мейестә йәки духовкала бешереп алырға.


Перәник
1 стакан ҡатыҡ, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа кәрәк. Соданы уксус менән һүндерергә, йомортҡаның hарыhын ғына айырып алырға, ҡатыҡ, ҡаймаҡ hәм он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны 1 см ҡалынлыҡта йәйеп, форма менән ҡырҡырға, мейестә йәки духовкала 10 – 15 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, йомортҡа ағына шәкәр ҡушып, зефир эшләп, шуны йылы көйө перәник өҫтөнә hыларға.

Ауылса торт
Ҡамыр өсөн: 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан аҡ он, әҙ генә тоҙ алына. Йомортҡаға шәкәр ҡомон ҡушып күперткәнсе туғырға ла, он, тоҙ hалып, яҡшылап болғатырға. Табаны майлап, әҙер массаны ҡойорға. Мейестә 160 градуста 20 – 30 минутта бешеп сыға.
Крем: 150 г аҡ май, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына. Майға шәкәрҙе ҡушып, миксер ярҙамында йәки ҡул менән туғырға кәрәк. Кремға 1 аш ҡалағы сөгөлдөр hуты йәки бер аҙ иретелгән шоколад ҡушhаң, төҫө матур була.

Тәмле булһын!Бауыр ҡоймағы
250 г бауыр, 2 стакан он, 700 г hөт, 1 балғалаҡ тоҙ, сода, 1 аш ҡалағы һеркә, 2 йомортҡа, 2 бүлкәт hарымhаҡ, ярты стакан көнбағыш майы кәрәк.
Йомортҡа, тоҙ, сода, һеркә hәм hөттө әҙләп кенә ҡушып болғатырға. Сей көйө үткәрелгән бауырҙы көнбағыш майы, он hалып, бер төрлө иҙмә барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Табала ҡоймаҡ кеүек бешерергә. Һарымhаҡты иҙеп, майонез йәки ҡаймаҡҡа ҡушып, әҙер ҡоймаҡ өҫтөнә hөртөргә. Табынға hыуытып бирергә.


Ҡаймаҡлы бәрәмәс
Әсе ҡамыр өсөн 6–10 грамм ҡоро сүпрә, стакан ярым он, 60 грамм аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 1/4 стакан шәкәр ҡомо, 0,75 стакан һыу, 1/4 балғалаҡ тоҙ алына.
Эслек өсөн 3 стакан ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ он, ванилин талап ителә.
Тәмле булһын!Ҡаймаҡҡа шәкәр, иретелгән аҡ май, он ҡушып болғатырға. Төйөрҙәр ҡалмаҫҡа тейеш. Тәменә ҡарап ванилин өҫтәлә.
Йылымыс һыуға шәкәр, ҡоро сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа ҡабарғанын көтәбеҙ. Артабан йомортҡа һытып, аҡ май, он, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер нисә сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ.
Әҙер әсе ҡамырҙан йомарламдар яһап, 15–20 минутҡа һалып торабыҙ. Йомарламдарҙан ҙур булмаған йәймәләр йәйеп, табаларға һалабыҙ. Һәр береһенә эслек һалып сыҡҡас, ситтәрен бөгөп биҙәйбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа һылайбыҙ. Бер аҙ ултыртып торғас, 160 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 25–30 минут бешерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521