«Ғаилә» бәлеше Бәлештең ҡамырын ауыл ерендә май айраны hалып баҫалар, яңы ҡатыҡ та бара.
2 йомортҡа, ярты стакан ҡаймаҡ, тоҙ, сода hалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр әҙерләйбеҙ.
Эслек: картуф, кишер, hуған, тауыҡ йә өйрәк ите. Мейестә йәки духовкала бешереп алырға.
Перәник 1 стакан ҡатыҡ, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа кәрәк. Соданы уксус менән һүндерергә, йомортҡаның hарыhын ғына айырып алырға, ҡатыҡ, ҡаймаҡ hәм он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны 1 см ҡалынлыҡта йәйеп, форма менән ҡырҡырға, мейестә йәки духовкала 10 – 15 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, йомортҡа ағына шәкәр ҡушып, зефир эшләп, шуны йылы көйө перәник өҫтөнә hыларға.
Ауылса торт Ҡамыр өсөн: 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан аҡ он, әҙ генә тоҙ алына. Йомортҡаға шәкәр ҡомон ҡушып күперткәнсе туғырға ла, он, тоҙ hалып, яҡшылап болғатырға. Табаны майлап, әҙер массаны ҡойорға. Мейестә 160 градуста 20 – 30 минутта бешеп сыға.
Крем: 150 г аҡ май, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына. Майға шәкәрҙе ҡушып, миксер ярҙамында йәки ҡул менән туғырға кәрәк. Кремға 1 аш ҡалағы сөгөлдөр hуты йәки бер аҙ иретелгән шоколад ҡушhаң, төҫө матур була.
Бауыр ҡоймағы 250 г бауыр, 2 стакан он, 700 г hөт, 1 балғалаҡ тоҙ, сода, 1 аш ҡалағы һеркә, 2 йомортҡа, 2 бүлкәт hарымhаҡ, ярты стакан көнбағыш майы кәрәк.
Йомортҡа, тоҙ, сода, һеркә hәм hөттө әҙләп кенә ҡушып болғатырға. Сей көйө үткәрелгән бауырҙы көнбағыш майы, он hалып, бер төрлө иҙмә барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Табала ҡоймаҡ кеүек бешерергә. Һарымhаҡты иҙеп, майонез йәки ҡаймаҡҡа ҡушып, әҙер ҡоймаҡ өҫтөнә hөртөргә. Табынға hыуытып бирергә.
Ҡаймаҡлы бәрәмәс Әсе ҡамыр өсөн 6–10 грамм ҡоро сүпрә, стакан ярым он, 60 грамм аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 1/4 стакан шәкәр ҡомо, 0,75 стакан һыу, 1/4 балғалаҡ тоҙ алына.
Эслек өсөн 3 стакан ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ он, ванилин талап ителә.
Ҡаймаҡҡа шәкәр, иретелгән аҡ май, он ҡушып болғатырға. Төйөрҙәр ҡалмаҫҡа тейеш. Тәменә ҡарап ванилин өҫтәлә.
Йылымыс һыуға шәкәр, ҡоро сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа ҡабарғанын көтәбеҙ. Артабан йомортҡа һытып, аҡ май, он, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер нисә сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ.
Әҙер әсе ҡамырҙан йомарламдар яһап, 15–20 минутҡа һалып торабыҙ. Йомарламдарҙан ҙур булмаған йәймәләр йәйеп, табаларға һалабыҙ. Һәр береһенә эслек һалып сыҡҡас, ситтәрен бөгөп биҙәйбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа һылайбыҙ. Бер аҙ ултыртып торғас, 160 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 25–30 минут бешерәбеҙ.