Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә.З. Әсфәндиәров
Ә.З. Әсфәндиәров2014 йылдың 4 февралендә билдәле ғалим, тарихсы Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров 80-се йәшендә вафат булды.
Ә.З. Әсфәндиәров 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген, 1958 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы 1-се республика мәктәп-интернатында тарих уҡытыусыһы булып башлай. 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифында эшләй. 1974 йылдан алып Ә.З. Әсфәндиәровтың ғилми эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты менән бәйле. Бында ул өлкән уҡытыусы, 1996 йылдан Рәсәй тарихы кафедраһы профессоры дәрәжәһендә эшләй. Уҡытыу менән бер рәттән Ә.З. Әсфәндиәров әүҙем ғилми тикшеренеү эше алып бара. Ул — ХVIII-ХIХ быуаттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫеш тарихы, башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, Башҡортостан ауылдарында идара итеүҙең кантон системаһы, башҡорттарҙа ғаилә һәм никах проблемалары буйынса байтаҡ фундаменталь тикшеренеү эше авторы. Әнүәр Закир улының 320-нән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 20 монографияһы һәм китаптары баҫылып сыҡты. Уларҙың күбеһе Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙан күп йыллыҡ тикшеренеү эше һөҙөмтәһе булып тора.
Ә.З. Әсфәндиәров — юғары уҡыу йорттары өсөн "Боронғо замандан алып 1917 йылға тиклем Башҡортостан тарихы" уҡыу ҡулланмаһы, урта мәктәптәр өсөн "Башҡортостан тарихы" дәреслеге һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авторҙашы. Уның ун китаптан торған "Башҡортостан ауылдары тарихы" киң билдәлелек яуланы. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә арналған хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ә.З. Әсфәндиәров ғалимдар араһында юғары абруй ҡаҙанды, республикала һәм унан ситтә киң танылыу яуланы.
Әнүәр Закир улының күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды. Ул Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Олуғ ғалим – Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, В.П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт премияһы лауреаты.
Һоҡланғыс кеше, оло профессионал, талантлы ғалим Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ. С.А. МОЛЧАНОВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ,
Р.С. НОҒОМАНОВ, Л.С. ҒҮМӘРОВА, И.И. ЯЛАЛОВ, И.Х. СИТДИҠОВ, Н.Д. МОРОЗКИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523