Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Осҡон”дар осҡон сәсрәтә
“Осҡон”дар осҡон сәсрәтә
Күптәр балаһын сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбленә биреүгә ынтылыуы осраҡлы түгел, сөнки уны оҫта бейеүҙәр һалған, үҙ эшенең маһиры булып танылған Сания Хәйбуллина етәкләй. Тап уның тәрбиәләнеүселәре иң яҡшы бейеүселәр тигән дан алған.


“Осҡон”дар осҡон сәсрәтәХореография буйынса юғары категориялы уҡытыусы 1995 йылдан бирле эшләй. Бөгөн бында төрлө йәштәге 75 бала йөрөй. Уларҙың барыһын да Сания Салауат ҡыҙы бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри бейеү донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – ошо кескәй бейеүселәрҙән сәхнәлә ысын мәғәнәһендә тере сәскәләр гөлләмәһе тыуҙыра алыуға өлгәшә. Шуға күрә “Осҡон” өлгөлө ансамбле сығыш яһаясағын белгән һәр кем уларҙың бейеүҙәрен ҡарарға атлығып тора.
Сания Хәйбуллинаның ижади эшенең төп асылы – балаларҙы бер коллективҡа туплай алыуындалыр. Бында уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт формалаша, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәре һалына. Дөйөм хеҙмәт кенә үҙ емешен тиҙ арала татырға ярҙам итә. Бер үк уй-теләктәр, еңеүгә ынтылыш һәм дөйөм бейеүгә ҡарата һөйөү “Осҡон”дарға һәр саҡ еңеүҙәр алып килә. Сания Хәйбуллинаның ҡыҙҙар өсөн “Ҡарлуғастар”, “Батмус менән бейеү”, егеттәр башҡарыуындағы “Бөрйән егеттәре”, “Ата-бабалар ауазы”, “Әтәс, тауыҡ һәм төйлөгән” триоһы, “Ҡыҙҙар Байығы” һәм башҡа бик күп бейеүҙәре сәнғәт яратыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгән. Һәр береһе ысын мәғәнәһендә халыҡсан, үҙенең тәбиғилеге һәм башҡарыусыларҙың ихласлығы менән айырылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы: Сания Хәйбуллина һалған бейеүҙәрҙә еңел-елпегә ҡоролған бер генә хәрәкәт тә тапмаҫһың! Кем белә, тап ошо һыҙаты менән дә башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырылып торалыр ҙа, бәлки. Һәр бейеүҙә халҡыбыҙ хәтеренең серле ептәре теҙелгән, тәрән тарихы һалынған. Йыл һайын “Осҡон”, төрлө бейеү бәйгеләрендә даими ҡатнашып, призлы урындар ала. Былтыр ул Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Талант ҡанаттарында” Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваленең финалында сығыш яһап, Гран-при яулап ҡайтты. Рәсәйҙең 60-тан ашыу ҡалаһынан, шул иҫәптән сит илдәрҙән килгән ижади коллективтар араһында оло еңеүгә өлгәшеүендә, әлбиттә, Сания Хәйбуллинаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Илназ Хәтмуллин, Әҙилә һәм Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллиндар башҡарған триоһы, Гөлиә Солтанова, Денис Әхмәтовтарҙың бейеүҙәре коллективтың сағыу йылъяҙмаһын тулыландыра. Кескәй саҡтан балалар күңелендә осҡондар ҡабыҙып, уларҙы артабан балҡып янған йондоҙҙарға илтеүсе, тәжрибәле уҡытыусы, оҫта бейеү ҡуйыусы, сағыу гөлләмәләрҙе хәтерләткән өлгөлө ансамблде ойоштороусы Сания Хәйбуллина күптән түгел Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521