Күптәр балаһын сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбленә биреүгә ынтылыуы осраҡлы түгел, сөнки уны оҫта бейеүҙәр һалған, үҙ эшенең маһиры булып танылған Сания Хәйбуллина етәкләй. Тап уның тәрбиәләнеүселәре иң яҡшы бейеүселәр тигән дан алған.
Хореография буйынса юғары категориялы уҡытыусы 1995 йылдан бирле эшләй. Бөгөн бында төрлө йәштәге 75 бала йөрөй. Уларҙың барыһын да Сания Салауат ҡыҙы бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри бейеү донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – ошо кескәй бейеүселәрҙән сәхнәлә ысын мәғәнәһендә тере сәскәләр гөлләмәһе тыуҙыра алыуға өлгәшә. Шуға күрә “Осҡон” өлгөлө ансамбле сығыш яһаясағын белгән һәр кем уларҙың бейеүҙәрен ҡарарға атлығып тора.
Сания Хәйбуллинаның ижади эшенең төп асылы – балаларҙы бер коллективҡа туплай алыуындалыр. Бында уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт формалаша, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәре һалына. Дөйөм хеҙмәт кенә үҙ емешен тиҙ арала татырға ярҙам итә. Бер үк уй-теләктәр, еңеүгә ынтылыш һәм дөйөм бейеүгә ҡарата һөйөү “Осҡон”дарға һәр саҡ еңеүҙәр алып килә. Сания Хәйбуллинаның ҡыҙҙар өсөн “Ҡарлуғастар”, “Батмус менән бейеү”, егеттәр башҡарыуындағы “Бөрйән егеттәре”, “Ата-бабалар ауазы”, “Әтәс, тауыҡ һәм төйлөгән” триоһы, “Ҡыҙҙар Байығы” һәм башҡа бик күп бейеүҙәре сәнғәт яратыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгән. Һәр береһе ысын мәғәнәһендә халыҡсан, үҙенең тәбиғилеге һәм башҡарыусыларҙың ихласлығы менән айырылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы: Сания Хәйбуллина һалған бейеүҙәрҙә еңел-елпегә ҡоролған бер генә хәрәкәт тә тапмаҫһың! Кем белә, тап ошо һыҙаты менән дә башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырылып торалыр ҙа, бәлки. Һәр бейеүҙә халҡыбыҙ хәтеренең серле ептәре теҙелгән, тәрән тарихы һалынған. Йыл һайын “Осҡон”, төрлө бейеү бәйгеләрендә даими ҡатнашып, призлы урындар ала. Былтыр ул Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Талант ҡанаттарында” Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваленең финалында сығыш яһап, Гран-при яулап ҡайтты. Рәсәйҙең 60-тан ашыу ҡалаһынан, шул иҫәптән сит илдәрҙән килгән ижади коллективтар араһында оло еңеүгә өлгәшеүендә, әлбиттә, Сания Хәйбуллинаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Илназ Хәтмуллин, Әҙилә һәм Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллиндар башҡарған триоһы, Гөлиә Солтанова, Денис Әхмәтовтарҙың бейеүҙәре коллективтың сағыу йылъяҙмаһын тулыландыра. Кескәй саҡтан балалар күңелендә осҡондар ҡабыҙып, уларҙы артабан балҡып янған йондоҙҙарға илтеүсе, тәжрибәле уҡытыусы, оҫта бейеү ҡуйыусы, сағыу гөлләмәләрҙе хәтерләткән өлгөлө ансамблде ойоштороусы Сания Хәйбуллина күптән түгел Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.