Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхет асҡыстары
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм ҡала хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.


Бәхет асҡыстарыБәхет асҡыстарыЯңыраҡ Сибайҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бер юлы 34 етем балаға яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Былтыр Сибайҙа “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға социаль ярҙам күрһәтеү” ҡарарына һәм республика программаһына ярашлы, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 34 кеше торлаҡлы булған. Төйәләҫ ҡасабаһынан Раушания Ҡаһарманованың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан.
– Яңы йыл алдынан донъялағы иң ҙур теләгем ҡабул булды. Ҡыш бабайҙың бүләге кеүек ҡабул иттем был оло шатлыҡты. Иң мөһиме – үҙ йортоң булыу, ҡалғаны үҙебеҙҙән тора, – тип йылмая Раушания.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов фатир асҡыстары тапшырып, изге теләктәрен әйтте.
– Яңы йортта барығыҙға ла матур йәшәүегеҙҙе, уны ҡәҙерләп һәм таҙа тотоуығыҙҙы теләйем, күберәк сабыйҙар тауышы яңғыраһын, – тине Хәлит Хәмзә улы.
Яңы йорт хужалары исеменән Сибай институты студенты, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Азамат Мусин рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, оло тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңелдәрендә ниҙәр кисереүен ҡағыҙға һыйҙырыу мөмкин түгел. Ниһайәт, уларҙың да китек күңеленең бер өлөшө булһа ла тулыланды. Киләсәктә уларҙың һәммәһенә лә ошо матур йорттарында бәхетле сабый тауышы яңғыратып, донъялағы иң бәхетле ата-әсә булып йәшәргә яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә