Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм ҡала хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.
Яңыраҡ Сибайҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бер юлы 34 етем балаға яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Былтыр Сибайҙа “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға социаль ярҙам күрһәтеү” ҡарарына һәм республика программаһына ярашлы, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 34 кеше торлаҡлы булған. Төйәләҫ ҡасабаһынан Раушания Ҡаһарманованың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан.
– Яңы йыл алдынан донъялағы иң ҙур теләгем ҡабул булды. Ҡыш бабайҙың бүләге кеүек ҡабул иттем был оло шатлыҡты. Иң мөһиме – үҙ йортоң булыу, ҡалғаны үҙебеҙҙән тора, – тип йылмая Раушания.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов фатир асҡыстары тапшырып, изге теләктәрен әйтте.
– Яңы йортта барығыҙға ла матур йәшәүегеҙҙе, уны ҡәҙерләп һәм таҙа тотоуығыҙҙы теләйем, күберәк сабыйҙар тауышы яңғыраһын, – тине Хәлит Хәмзә улы.
Яңы йорт хужалары исеменән Сибай институты студенты, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Азамат Мусин рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, оло тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңелдәрендә ниҙәр кисереүен ҡағыҙға һыйҙырыу мөмкин түгел. Ниһайәт, уларҙың да китек күңеленең бер өлөшө булһа ла тулыланды. Киләсәктә уларҙың һәммәһенә лә ошо матур йорттарында бәхетле сабый тауышы яңғыратып, донъялағы иң бәхетле ата-әсә булып йәшәргә яҙһын!