Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ни булһа ла, урманға таянабыҙ”
“Ни булһа ла, урманға таянабыҙ”
Беҙҙе 28 градуслыҡ һыуығы менән ҡаршылаған был урманлы төбәк хатта ҡышҡы селләлә лә иҫ киткес матур. Тәү ҡарашҡа ҡарурман ҡуйынындағы төпкөлдөң дә төпкөлө булып күренһә лә, аралаша торғас, хәҙерге заман технологияларын яҡшы белгән ҡәҙимге ватандаштар эргәһендә йөрөүеңде аңлайһың. Һәр йортта тиерлек – Интернетҡа тоташтырылған компьютер, Өфө кибеттәрендә һатылған тауар бындағы магазиндарҙа ла тулып ята... Ә шулай ҙа кемдәр улар — ҡариҙелдәр? Район хакимиәте башлығы Илдар Вил улы Ғарифуллин менән һөйләшеү шул һорауҙан башланып китте.


— Илдар Вил улы, һеҙ – Өфөнән. Баш ҡалаға өйрәнгән кешегә бындағы шарттарға яраҡлашып китеүе ауыр булманымы?
— Ул замандарҙы иҫкә төшөрһәң, ҡыҙыҡ та, һағышлы ла тигәндәй... Мин бында 28 йыл элек самолет менән килеп төштөм. Ул саҡта алыҫ район үҙәктәренә бәләкәй "Ан-2" оса ине, сөнки автомобиль менән елдереп үтерҙәй юлдар юҡ. Ҡариҙел тигән ауылдың ҡайһы тарафта икәнен самалап ҡына белә инем. Байтаҡ йыл мәктәптә уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор булып эшләргә тура килде. Хәҙер инде миңә был яҡ тыуған еремдәй ҡәҙерле, тамырҙарым ошонда нығынды.
— Ҡариҙел ҡыҙҙары бик сибәр, тиҙәр. Был яҡта тороп ҡалыуығыҙға шул да сәбәп булғандыр әле...
— Эйе, тап шулай – Ҡариҙел ҡыҙына өйләндем. Был яҡтың кешеләре йөҙө, күңеле менән матур, эшкә ныҡ уңған. Ҡырыҫ тәбиғәтле ерҙә шунһыҙ булмайҙыр ҙа инде. Саф һауалы урмандары ла, ҡарап туймаҫлыҡ йылғалары ла, һыу һаҡлағыс та кешеләрҙе бында йәлеп итә. Шуға күрә туризмды үҫтереү – күптәнге хыялыбыҙ. Әйтәйек, Бөрйән урмандар иле генә булһа, Ҡариҙелдә урманы ла, һыуы ла күп! Павловка һыу һаҡлағысы үҙе генә лә ни тора. Дөрөҫ, туризмды үҫтереү әле башлана ғына, бында бик күп көс һалырға, туристар өсөн заманса уңайлыҡтар тыуҙырырға кәрәк буласаҡ. Ә киләсәге бар был йүнәлештең – йәй һайын беҙгә 70 меңләп турист килеп китә. Ун ике туристик база эшләй, оҙаҡламай тағы икәү булдырыласаҡ. Былтырғы ун ай йомғаҡтарына ҡарағанда, ошо тармаҡтан 43 миллион һум аҡса ингән.
— Ә бит ял итеүселәрҙең күпләп ағылыуы бүтән тармаҡтарҙы ла – сауҙа, ауыл хужалығы, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡа йүнәлештәрҙе – йәнләндерә, сөнки урындағы ойошмаларҙың тауары йәки хеҙмәте өсөн туристар аҡса түләй...
— Әле мин әйткән 43 миллион һум – туранан-тура туристик йүнәлештән килгән аҡса, ә башҡа тармаҡтарға ҡағылышлыһы уның эсенә инмәй. Әйтәйек, күп кеше, ер участкаһына рөхсәт алып, коттедждар төҙөргә ынтыла, был да дөйөм файҙаға — урында төҙөлөш материалдары етештереү әүҙемләшә. Урманлы төбәк өсөн бик ҡулай йүнәлеш.
— Урманлы төбәк... ”Ҡариҙел” тигәндә һәр саҡ ағас ҡырҡып йөрөүсе ир-ат, ҡарағай тейәгән йөк машиналары, трейлерҙар күҙ алдына баҫа.
— Эйе, урман – ул беҙҙең эш тә, йылытыусы ла, ашатыусы ла, яҙмышыбыҙ ҙа. Ағас әҙерләүселәр беҙҙә Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзына берләшкән, сөнки бергәләп эш итеү, мәсьәләләрҙе күмәкләп еңеү анһатыраҡ. Әйткәндәй, үҙ эсенә 20-нән ашыу предприятиены индергән был берекмә ағас әҙерләү күләме буйынса республикала “Башлеспром”дан ҡала икенсе урында тора. Ағасты ҡырҡып оҙатып ҡына торалар тип уйламағыҙ, уны урында эшкәртеү буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Шулай ҙа урманды файҙаланыу буйынса проблемалар күп, улар тураһында асыҡ һөйләшеү барыуын бөтәбеҙ ҙә ишетәбеҙ, күрәбеҙ. Айырыуса хоҡуҡи йүнәлештә. Әле мин бер генә нәмәне белдерергә теләйем: тармаҡтың киләсәге өмөтлө. Бигерәк тә “Кроношпан” заводын төҙөү проектын күҙ уңында тотҡанда. “Кроношпан” беҙгә бик кәрәк, сөнки уны сеймал менән тәьмин итеп торорға ниәтләйбеҙ. Ә бының өҫтәмә эш урындары һәм тотороҡло килем бирәсәге һәр кемгә аңлашылалыр.
Беҙең район иҡтисадының үҫеш йүнәлештәре өсәү: урман сәнәғәте, туризм һәм, әлбиттә, ауыл хужалығы. Майҙаныбыҙҙың өстән бер өлөшө — ауыл хужалығы ерҙәре. Бигерәк тә малсылыҡ өсөн уңайлы беҙҙең шарттар.
— Тәбиғәт ҡырыҫлығы менән дә гүзәл булған Ҡариҙел яҡтарына, урындағы халыҡҡа һәм шәхсән һеҙгә яңы уңыштар теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523