Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йомарт умартасының балы татлы
Йомарт умартасының балы татлы
Элек-электән ҡортсолоҡ ата-бабаларыбыҙҙың төп шөғөлдәренең береһе булған. Изге кәсепте бөгөн дә үҙ итеүселәр байтаҡ. Тик был эш уңғанлыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек талап итә. Ҡайһы берәүҙәр тәүге ҡаршылыҡтарға осрау менән эшен ташлай. Шулай ҙа тиҫтәләгән йылдар дауамында умартасылыҡҡа тоғро ҡалған ғаиләләр бихисап. Әбдрәш ауылында Рәйсә менән Айбулат Сабитовтар – ана шундай йүнселдәрҙең береһе.


Айбулат Фазлетдин улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүҙе хужалыҡта башлай. Ауыл хужалығы институтын тамамлап, «Урал» совхозының Әбдрәш бүлексәһендә зоотехник булып эшләгән тырыш хеҙмәткәргә һуңғы йылдарҙа умарта тәрбиәләү бурысын йөкмәтәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был кәсепте ул үҙе өсөн дауам итә.
— Заманында атайым умартасы булды. Бал ҡорттары араһында үҫкәс, был эште яҡшы беләм, — ти Айбулат ағай.
Бәләкәйҙән атаһының бал ҡорттарын нисек тәрбиәләгәнен күреп, уға ярҙамлашып үҫкән кешенең ҡанында һуңынан нисек «баллы эҙ» ҡалмаһын. Ҡорт үрсетеүгә ҡулайлаштырылған хужалыҡ ерен ҡуртымға алып, үҙенең умарталығын Айбулат ағай 2007 йылда булдыра. Бында уның сабынлығы ла урынлашҡан. Оҙайлы йылдар ҡорт тотоуға бар көс-зиһенен һалған балсы ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Бөгөн уның 50-нән ашыу умартаһы бар.
— Бал ҡорто кеүек тырыш булмаһаң, бал өҫтәлгә үҙе килеп ултырмай. Ҡорттарҙың үҙ иле, дәүләте бар, ҡылыҡ-фиғелдәре лә төрлөсә. Улар менән бергә йәшәй белергә кәрәк, – ти умартасы.
Нәҙекәй билдәрҙең тәртип, бөхтәлек яратыусы, уңған булыуын аңлап, Айбулат Фазлетдин улы умарталығында уңайлы шарттар тыуҙырған. Йәй улар безелдәшеп бал йыйһа, ҡыш йоҡоға талған ҡорттар умарталары менән айырым келәткә ябыла. Әлбиттә, улар имен-һау ғына ҡышты үткәрһен өсөн балды ла етерлек ҡалдырырға, башҡа ваҡ-төйәк эште башҡарырға кәрәк.
Был шөғөлөндә Айбулат ағай бер үҙе генә өлгөрә алмаҫ ине, үҙе кеүек егәрле ярҙамсылары булмаһа. Ҡатыны Рәйсә Ғөбәйт ҡыҙы ла үҙенә күрә түҙемлек, көс талап иткән ҡатмарлы эште үҙ иткән.
— Умартасылыҡ – беҙҙең өсөн күңел йыуанысы ла, яратып башҡарған ғәмәл дә, тәбиғәттең үҙе менән серләшеү ҙә, — ти хужабикә.
Эйе, быуындан быуынға күсә килгән боронғо һәм күркәм кәсепте Сабитовтар табыш сығанағы итеп түгел, ғаиләне туйындырыусы шөғөл тип күрә. Ни тиһәң дә, бал — бик шифалы аҙыҡ. Был турала хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Әммә мул уңыштан һатыуға ла өлөш сыҡмай ҡалмай. Айбулат ағай менән Рәйсә апайҙың тынғыһыҙ хеҙмәтен улдары Айҙар “тере” аҡсаға әйләндерергә ярҙам итә. Сабитовтарҙың даими һатып алыусылары ла бар.
— Эшебеҙ киләсәктә лә дауам итер, тип уйлайбыҙ. Ҡортсолоҡ серҙәренә ейәндәребеҙ ныҡлап өйрәнә. Ғөмүмән, уңышты йыйғанда балалар ныҡ ярҙам итә, — ти тәжрибәле балсылар.
Рәйсә менән Айбулат Сабитовтар бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтерә. Улар ҙа ата-әсәһе биргән тәрбиәгә һис тап төшөрмәй, бөтәһе лә үҙаллы матур тормош көтә.
Ҡырҡ һигеҙ йыл иңгә-иң терәп бергә татыу ғүмер кисергән Сабитовтар ҡала ерендә йәшәгән балаларына һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн кәртә тултырып мал аҫрай. Бал ҡорттарын тәрбиәләүҙән тыш, егәрле йорт хужалары һыйырын да, ҡырҡҡа яҡын һарығын да, тиҫтәләгән ҡош-ҡортон да ҡарарға өлгөрә. Йәйгеһен иһә уларҙың ихатаһы сәскәгә күмелә, баҡсалары йәшелсәгә, еләк-емешкә тула.
Олоһона ла, кесеһенә лә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, ярҙамсыл Сабитовтар – күптәргә үрнәк. Быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында уларға «Өлгөлө йорт» исеме бирелеүе – быға асыҡ дәлил.
Заман ауырлыҡтары алдында баш эймәй, кәсеп итергә теләген дә, әмәлен дә тапҡан, хаҡлы ялда булһалар ҙа, йәшлек дәрте менән донъя көтөүен дауам иткән, оҙон-оҙаҡ йылдар ғаилә усағын көслөрәк дөрләткән, балаларын наҙ-йылыға сорнаған, яҡындарына кәңәшсе лә, терәк-таяныс та булған Айбулат Фазлетдин улы менән Рәйсә Ғөбәйт ҡыҙы кеүектәр арабыҙҙа күберәк булһын ине! Донъяға йәм, тормошҡа тәм өҫтәгәндәй була ундайҙар...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521