Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлсыларҙың кәйефе һәйбәт
Юлсыларҙың кәйефе һәйбәт
Яңыраҡ районыбыҙ юл төҙөлөшө идаралығы ойошторолоуға 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мирхәт Рәжәповҡа үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.


— Мирхәт Зиннәт улы, юлсыларҙың хеҙмәт күрһәткестәре нисек?
— Бынан алдағы йылдар менән сағыштырғанда, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, юл эштәренең күләме кәмене. Бының сәбәптәре төрлөсә. Бөгөн юл фонды булмауы, ошо сәбәптән финанслауҙың етешмәүе үҙен һиҙҙертә, шуға ла эш күләмен билдәләү, юл төҙөлөшөнә аҡса табыу өсөн йыл һайын күп йөрөргә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йомғаҡтарҙан ҡәнәғәтбеҙ, тип әйтер инем. Һандарға килгәндә, былтыр башҡарылған эш күләме – 230 миллион һум самаһы. Рентабеллелек 6-7 процент тирәһе һәм яҡынса 9,5 миллион һум табыш алынды. Эш былтыр ҙа етерлек булды. Мәҫәлән, Сермән — Амангилде, Үләнде — Байым араһында – 6-шар, Йәлембәт — Яңы Һамар юлында – 2,5 саҡрымда, шулай уҡ Белорет — Магнитогорск юлында, Баймаҡ йүнәлешендә ҙур ремонт эштәре башҡарҙыҡ.
— Әлмөхәмәт — Сибай юлында эш ыңғай барамы? Ғөмүмән, был объекттың киләсәге нисек?
— Бында эш күп, әлбиттә. Билдәле булыуынса, ошо төҙөлөшкә булған тендерҙы беҙҙең идаралыҡ отто. Асфальт түшәүгә тәғәйенләнгән юл булғас, кәрәк урында юл полотноһын төшөрөү, тейешле урында күтәреү, тигеҙләү менән булышабыҙ. Былтыр 4,5 саҡрымда әҙерлек эше башҡарылып, быйыл биш-алты саҡрымда асфальт түшәргә тейешбеҙ. Төҙөлөшкә 2012 йылда – 5 миллион, былтыр 25 миллион һум аҡса бүленде. Ә тотош төҙөлөш өсөн 280 миллион һум аҡса ҡаралған. Юлдың проекты 2011 йылда, шул саҡтағы хаҡтарға нигеҙләнеп, эшләнгәйне. Инфляция, әлбиттә, хаҡтарҙы «ашай», шуға күрә, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылһа, проектты киренән ҡарарға тура килер. Ә юл бик кәрәк. Шуға ла төҙөлөш аҙағына еткерелер, тип уйлайым. Элек ситтән ҙур заказдар күп ине, былтыр аҙ булды. Был тәңгәлдә бөтәһе 15 миллион һумлыҡ эш башҡарҙыҡ.
— Асфальт юлды, ниһайәт, Хәлилгә лә еткереп ҡуйҙығыҙ...
— Ул төрлө сәбәптән тотҡарланып килде. Халыҡтың ризаһыҙлығын да күп ишеттек. Шуға ла юлдың ауылға барып етеүенә, хәлилдәр кеүек, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Әле ул төҙөкләндерелә.
— Алдағы йылдарҙа ниндәй эштәр күҙаллана?
— Идаралыҡтың киләсәге нисек булырын әйтеү мөмкин түгел. Һәр хәлдә, юлдар булғас, юлсылар ҙа, уларға эш тә табылыр, моғайын. Ремонт һәр саҡ кәрәк. Мәҫәлән, Асҡар — Аэропорт, Асҡар — Таштимер, Асҡар — Тирмән, Асҡар — Хәлил араһына бөгөндән ремонт эштәре талап ителә. Юлдарҙы туҙғансы файҙаланырға ярамай, шуға ла киләсәктә уларҙы өҫтән эшкәртеп, сифатын һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Аҡса, һәр ваҡыттағыса, етмәй, башҡа проблемалар ҙа бар. Ләкин юлдар, заман талаптарына ярашлы, һәйбәт булырға тейеш. Шуға ла эште уңышлы алып барыу өсөн йыл да техника паркын яңыртып, заманса юл техникаһы һатып алып, булғанын яҡшы итеп ремонтлап торабыҙ.
— Юлсыларҙы тәбиғәттең ҡырыҫлығы ла һынай. Ҡышҡы бурандар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бына былтырғы ташҡындың эҙемтәләре ниндәй йоғонто яһаны?
— Ташҡын юлсылар өсөн ҙур һынау булды, тип әйтер инем. Ғәрәсәт 13 төбәк юлына, шул юлдарҙағы ете күпергә, урындағы 18 объектҡа зыян килтерҙе. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү башлыса беҙҙең иңгә ятты, шул уҡ ваҡытта район халҡының, күрше Баймаҡ, Белорет, Учалы, Йылайыр райондарының, «Башкиравтодор» техникаһының ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Ҡышҡы бурандарға иһә юлсылар өйрәнгән инде. Бында ла һынатҡаныбыҙ юҡ. Тейешле техниканы ремонтлап, алдан уҡ әҙерләп ҡуйғайныҡ.
— Коллектив тураһында бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
— Бөгөн идаралыҡта 161 кеше иҫәпләнә. Коллективтың татыу, берҙәм, эшһөйәр булыуын билдәләгем килә. Беҙҙә белемле белгестәр, мастерҙар, бригадирҙар, үҙ эшен яратып башҡарған һөнәр эйәләре хеҙмәт итә. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, тәртип боҙоу осраҡтары ла ҡырҡа кәмене. Тырышып эшләгән һәр кемдең хеҙмәтен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа, лайыҡлы баһаларға тырышабыҙ. Шуға ла беҙ төҙөгән юлдарҙың сифаты яҡшы, идаралыҡ бөгөнгәсә республикала алдынғылар рәтендә килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519