Яңыраҡ районыбыҙ юл төҙөлөшө идаралығы ойошторолоуға 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мирхәт Рәжәповҡа үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
— Мирхәт Зиннәт улы, юлсыларҙың хеҙмәт күрһәткестәре нисек?— Бынан алдағы йылдар менән сағыштырғанда, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, юл эштәренең күләме кәмене. Бының сәбәптәре төрлөсә. Бөгөн юл фонды булмауы, ошо сәбәптән финанслауҙың етешмәүе үҙен һиҙҙертә, шуға ла эш күләмен билдәләү, юл төҙөлөшөнә аҡса табыу өсөн йыл һайын күп йөрөргә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йомғаҡтарҙан ҡәнәғәтбеҙ, тип әйтер инем. Һандарға килгәндә, былтыр башҡарылған эш күләме – 230 миллион һум самаһы. Рентабеллелек 6-7 процент тирәһе һәм яҡынса 9,5 миллион һум табыш алынды. Эш былтыр ҙа етерлек булды. Мәҫәлән, Сермән — Амангилде, Үләнде — Байым араһында – 6-шар, Йәлембәт — Яңы Һамар юлында – 2,5 саҡрымда, шулай уҡ Белорет — Магнитогорск юлында, Баймаҡ йүнәлешендә ҙур ремонт эштәре башҡарҙыҡ.
— Әлмөхәмәт — Сибай юлында эш ыңғай барамы? Ғөмүмән, был объекттың киләсәге нисек? — Бында эш күп, әлбиттә. Билдәле булыуынса, ошо төҙөлөшкә булған тендерҙы беҙҙең идаралыҡ отто. Асфальт түшәүгә тәғәйенләнгән юл булғас, кәрәк урында юл полотноһын төшөрөү, тейешле урында күтәреү, тигеҙләү менән булышабыҙ. Былтыр 4,5 саҡрымда әҙерлек эше башҡарылып, быйыл биш-алты саҡрымда асфальт түшәргә тейешбеҙ. Төҙөлөшкә 2012 йылда – 5 миллион, былтыр 25 миллион һум аҡса бүленде. Ә тотош төҙөлөш өсөн 280 миллион һум аҡса ҡаралған. Юлдың проекты 2011 йылда, шул саҡтағы хаҡтарға нигеҙләнеп, эшләнгәйне. Инфляция, әлбиттә, хаҡтарҙы «ашай», шуға күрә, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылһа, проектты киренән ҡарарға тура килер. Ә юл бик кәрәк. Шуға ла төҙөлөш аҙағына еткерелер, тип уйлайым. Элек ситтән ҙур заказдар күп ине, былтыр аҙ булды. Был тәңгәлдә бөтәһе 15 миллион һумлыҡ эш башҡарҙыҡ.
— Асфальт юлды, ниһайәт, Хәлилгә лә еткереп ҡуйҙығыҙ...— Ул төрлө сәбәптән тотҡарланып килде. Халыҡтың ризаһыҙлығын да күп ишеттек. Шуға ла юлдың ауылға барып етеүенә, хәлилдәр кеүек, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Әле ул төҙөкләндерелә.
— Алдағы йылдарҙа ниндәй эштәр күҙаллана? — Идаралыҡтың киләсәге нисек булырын әйтеү мөмкин түгел. Һәр хәлдә, юлдар булғас, юлсылар ҙа, уларға эш тә табылыр, моғайын. Ремонт һәр саҡ кәрәк. Мәҫәлән, Асҡар — Аэропорт, Асҡар — Таштимер, Асҡар — Тирмән, Асҡар — Хәлил араһына бөгөндән ремонт эштәре талап ителә. Юлдарҙы туҙғансы файҙаланырға ярамай, шуға ла киләсәктә уларҙы өҫтән эшкәртеп, сифатын һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Аҡса, һәр ваҡыттағыса, етмәй, башҡа проблемалар ҙа бар. Ләкин юлдар, заман талаптарына ярашлы, һәйбәт булырға тейеш. Шуға ла эште уңышлы алып барыу өсөн йыл да техника паркын яңыртып, заманса юл техникаһы һатып алып, булғанын яҡшы итеп ремонтлап торабыҙ.
— Юлсыларҙы тәбиғәттең ҡырыҫлығы ла һынай. Ҡышҡы бурандар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бына былтырғы ташҡындың эҙемтәләре ниндәй йоғонто яһаны?— Ташҡын юлсылар өсөн ҙур һынау булды, тип әйтер инем. Ғәрәсәт 13 төбәк юлына, шул юлдарҙағы ете күпергә, урындағы 18 объектҡа зыян килтерҙе. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү башлыса беҙҙең иңгә ятты, шул уҡ ваҡытта район халҡының, күрше Баймаҡ, Белорет, Учалы, Йылайыр райондарының, «Башкиравтодор» техникаһының ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Ҡышҡы бурандарға иһә юлсылар өйрәнгән инде. Бында ла һынатҡаныбыҙ юҡ. Тейешле техниканы ремонтлап, алдан уҡ әҙерләп ҡуйғайныҡ.
— Коллектив тураһында бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.— Бөгөн идаралыҡта 161 кеше иҫәпләнә. Коллективтың татыу, берҙәм, эшһөйәр булыуын билдәләгем килә. Беҙҙә белемле белгестәр, мастерҙар, бригадирҙар, үҙ эшен яратып башҡарған һөнәр эйәләре хеҙмәт итә. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, тәртип боҙоу осраҡтары ла ҡырҡа кәмене. Тырышып эшләгән һәр кемдең хеҙмәтен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа, лайыҡлы баһаларға тырышабыҙ. Шуға ла беҙ төҙөгән юлдарҙың сифаты яҡшы, идаралыҡ бөгөнгәсә республикала алдынғылар рәтендә килә.