Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыра
Ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыраФәйрүз Мөхәмәтшиндең фатирына инеү менән өҫтәлдә торған сувенирҙарға, стеналағы картиналарға ҡарап һоҡландым. Хужа менән яҡшылап иҫәнләшергә өлгөрҙөммө-юҡмы, үҙем дә һиҙмәҫтән, был матурлыҡты нисек тыуҙырҙығыҙ, уларҙы оҙаҡ яһайһығыҙмы, һатаһығыҙмы тигән һорауҙар яуҙыра башланым.

Ысынлап та, күптәр әлеге фатирға "Һаумыһығыҙ!" тип инер урынға, тупһанан: "О, ниндәй матур!" — тип аяҡ баҫалыр. Сағыу төҫтәрҙәге вазалар, уларға ултыртылған аллы-гөллө сәскәләр, теҙелеп киткән биҙәкле түбәтәйҙәр, шкатулкалар, пар аҡҡоштар, шарҙар, кескәй самауыр, уйынсыҡтар кешене нисек битараф ҡалдырһын! Мин үҙемде яҡшы күргәҙмәгә, бай сувенирҙар магазинына эләккән кеүек хис иттем. Бик тырышһаң, бындай күргәҙмәне теләгән һәр кем тыуҙыра ала бит. Бары тик ҡағыҙ, ҡайсы һәм сабырлыҡ кәрәк.
Беҙ был шөғөлдө "ҡағыҙҙы бөкләп төрлө фигуралар эшләү" тиһәк, фәнни телдә ул "оригами" тип йөрөтөлә. Тамырҙары менән Боронғо Ҡытайға барып тоташа. Ул тәүҙә бары юғары ҡатлам кешеләренә генә хас булған, ҡағыҙ техникаһы менән эш итеү яҡшы сифат булып һаналған. Ә бөгөн бер ниндәй сикләү ҙә юҡ, киң фантазияңды эшкә ек кенә. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙҙа оригамистар күп тип әйтә алмайым. Улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе — Фәйрүз Мөхәмәтшин. Татарстандың Ютаҙы (элекке Баулы) районы Һалҡын Шишмә ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаман бер ниндәй сәнғәт академияһы ла, ижад мәктәбе лә тамамламаған, оригами буйынса түңәрәктәргә лә йөрөмәгән, ә үҙ белдеге, оҫталығы менән береһенән-береһе матур әйберҙәр яһарға өйрәнгән. Һөнәре буйынса ул сәнғәттән алыҫ кеше — инженер. Ҡазан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, ун биш йыллап колхозда инженер булып эшләй. Һуңынан тормош иптәшенең тыуған яҡтарына АЭС төҙөргә килә. Бөгөн иһә ул — Себерҙә геолог, "ҡара алтын" эҙләй.
— Ҡағыҙ күрһәм, сирләйем, — ти Фәйрүз Билал улы.
Ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыраҠағыҙға аллергия икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Киреһенсә, оҫтабыҙ унһыҙ тора алмай. Буш ваҡыты булдымы, вахтала эштәмен, өйҙә ялдамын тип тормай, ҡулына ҡағыҙ ала. Көнө-төнө шул ҡағыҙ киҫәктәренә күмелеп ултырырға әҙер ул. Бармаҡтары ҡағыҙ төрә, күҙе телевизор ҡарай, Интернетта һуңғы яңылыҡтарҙы күҙәтә. Ошо арала Фәйрүз ағай розетканы ремонтлап ҡуйырға ла, кухняға инеп, тормош иптәшенә банка ҡапҡастары ябышырға ла өлгөрә.
Оҫта өйөнән алыҫта сувенирҙарҙың айырым деталдәрен туплап ҡуя, ә ҡайтҡас, уларҙы ойоштора, йәбештерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙҙәренә йән өрә. Себерҙә йәшәгән вагон кәштәләрен дә ҡул эштәре менән тултырған. Хеҙмәттәштәре Фәйрүз бүләк иткән сувенирҙарҙы ватылмаһын өсөн ҡатырға йәшниктәргә һалып алып ҡайтып китә, ә начальниктары кәрәкмәгән ҡағыҙҙары менән уртаҡлаша икән.
Тормош иптәше Флорида Рәзиф ҡыҙы ла әхирәттәренә, дуҫтарына бүләк итә. Сувенирҙар менән Мөхәмәтшиндәрҙең ярты фатиры тулған.
– Ҡатынығыҙ өйҙө сүпләйһең тип тиргәшмәйме? — тип һорайым оҫтанан. Ул иһә: "Булғылай. Түҙә инде. Миңә, ҡағыҙҙарыма 32 йыл түҙә", — тип йылмая.
Фәйрүз ағай оригами менән студент йылдарында шөғөлләнә башлай. Хәйер, ул саҡта уның нисек аталғанлығын да белмәгәндер. Сәғәттәр буйы партия, коммунизм нигеҙҙәре тураһында талсыҡтырғыс лекция тыңлап ултырғыһы киләме ни йәш кешенең! Ҡулдары, ирекһеҙҙән, алдында ятҡан дәфтәргә үрелә. Студент егет ҡағыҙ битен шул тиклем тырышып, донъяһын онотоп бөкләгән, күрәһең, матур биҙәктәр хасил булған. Хатта уҡыған йылдарында ҡул эштәре күргәҙмәһендә ҡатнашып, бүләккә китап ала ул. Артабан был уның мауығыуына әүерелә.
Ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыраӘ хәҙер Фәйрүз ағай әйберҙәрҙең технологияларын өйрәнеп яһай. "Оригами" журналын алдыра. 2000 йылда ошо баҫманың мөхәррире Сергей Афонкин үҙен Санкт-Петербургка оригамистарҙың бишенсе съезына ла саҡырған. Фәйрүз ағай унда оҫталыҡ дәрестәре биреп, үҙе лә күп нәмәгә өйрәнеп ҡайтҡан. Ҡаланың "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә эшләү ҙә уға был өлкәлә белемен камиллаштырырға ярҙам иткән.
Ҡыҫҡаһы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы ул. Тыуған көндәргә барғанда сәскә гөлләмәләре эҙләп йөрөйһө түгел, Фәйрүз ағайҙың ижад емештәрен бүләк итһәң, юбиляр бик тә шат буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521