Фәйрүз Мөхәмәтшиндең фатирына инеү менән өҫтәлдә торған сувенирҙарға, стеналағы картиналарға ҡарап һоҡландым. Хужа менән яҡшылап иҫәнләшергә өлгөрҙөммө-юҡмы, үҙем дә һиҙмәҫтән, был матурлыҡты нисек тыуҙырҙығыҙ, уларҙы оҙаҡ яһайһығыҙмы, һатаһығыҙмы тигән һорауҙар яуҙыра башланым.
Ысынлап та, күптәр әлеге фатирға "Һаумыһығыҙ!" тип инер урынға, тупһанан: "О, ниндәй матур!" — тип аяҡ баҫалыр. Сағыу төҫтәрҙәге вазалар, уларға ултыртылған аллы-гөллө сәскәләр, теҙелеп киткән биҙәкле түбәтәйҙәр, шкатулкалар, пар аҡҡоштар, шарҙар, кескәй самауыр, уйынсыҡтар кешене нисек битараф ҡалдырһын! Мин үҙемде яҡшы күргәҙмәгә, бай сувенирҙар магазинына эләккән кеүек хис иттем. Бик тырышһаң, бындай күргәҙмәне теләгән һәр кем тыуҙыра ала бит. Бары тик ҡағыҙ, ҡайсы һәм сабырлыҡ кәрәк.
Беҙ был шөғөлдө "ҡағыҙҙы бөкләп төрлө фигуралар эшләү" тиһәк, фәнни телдә ул "оригами" тип йөрөтөлә. Тамырҙары менән Боронғо Ҡытайға барып тоташа. Ул тәүҙә бары юғары ҡатлам кешеләренә генә хас булған, ҡағыҙ техникаһы менән эш итеү яҡшы сифат булып һаналған. Ә бөгөн бер ниндәй сикләү ҙә юҡ, киң фантазияңды эшкә ек кенә. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙҙа оригамистар күп тип әйтә алмайым. Улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе — Фәйрүз Мөхәмәтшин. Татарстандың Ютаҙы (элекке Баулы) районы Һалҡын Шишмә ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаман бер ниндәй сәнғәт академияһы ла, ижад мәктәбе лә тамамламаған, оригами буйынса түңәрәктәргә лә йөрөмәгән, ә үҙ белдеге, оҫталығы менән береһенән-береһе матур әйберҙәр яһарға өйрәнгән. Һөнәре буйынса ул сәнғәттән алыҫ кеше — инженер. Ҡазан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, ун биш йыллап колхозда инженер булып эшләй. Һуңынан тормош иптәшенең тыуған яҡтарына АЭС төҙөргә килә. Бөгөн иһә ул — Себерҙә геолог, "ҡара алтын" эҙләй.
— Ҡағыҙ күрһәм, сирләйем, — ти Фәйрүз Билал улы.
Ҡағыҙға аллергия икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Киреһенсә, оҫтабыҙ унһыҙ тора алмай. Буш ваҡыты булдымы, вахтала эштәмен, өйҙә ялдамын тип тормай, ҡулына ҡағыҙ ала. Көнө-төнө шул ҡағыҙ киҫәктәренә күмелеп ултырырға әҙер ул. Бармаҡтары ҡағыҙ төрә, күҙе телевизор ҡарай, Интернетта һуңғы яңылыҡтарҙы күҙәтә. Ошо арала Фәйрүз ағай розетканы ремонтлап ҡуйырға ла, кухняға инеп, тормош иптәшенә банка ҡапҡастары ябышырға ла өлгөрә.
Оҫта өйөнән алыҫта сувенирҙарҙың айырым деталдәрен туплап ҡуя, ә ҡайтҡас, уларҙы ойоштора, йәбештерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙҙәренә йән өрә. Себерҙә йәшәгән вагон кәштәләрен дә ҡул эштәре менән тултырған. Хеҙмәттәштәре Фәйрүз бүләк иткән сувенирҙарҙы ватылмаһын өсөн ҡатырға йәшниктәргә һалып алып ҡайтып китә, ә начальниктары кәрәкмәгән ҡағыҙҙары менән уртаҡлаша икән.
Тормош иптәше Флорида Рәзиф ҡыҙы ла әхирәттәренә, дуҫтарына бүләк итә. Сувенирҙар менән Мөхәмәтшиндәрҙең ярты фатиры тулған.
– Ҡатынығыҙ өйҙө сүпләйһең тип тиргәшмәйме? — тип һорайым оҫтанан. Ул иһә: "Булғылай. Түҙә инде. Миңә, ҡағыҙҙарыма 32 йыл түҙә", — тип йылмая.
Фәйрүз ағай оригами менән студент йылдарында шөғөлләнә башлай. Хәйер, ул саҡта уның нисек аталғанлығын да белмәгәндер. Сәғәттәр буйы партия, коммунизм нигеҙҙәре тураһында талсыҡтырғыс лекция тыңлап ултырғыһы киләме ни йәш кешенең! Ҡулдары, ирекһеҙҙән, алдында ятҡан дәфтәргә үрелә. Студент егет ҡағыҙ битен шул тиклем тырышып, донъяһын онотоп бөкләгән, күрәһең, матур биҙәктәр хасил булған. Хатта уҡыған йылдарында ҡул эштәре күргәҙмәһендә ҡатнашып, бүләккә китап ала ул. Артабан был уның мауығыуына әүерелә.
Ә хәҙер Фәйрүз ағай әйберҙәрҙең технологияларын өйрәнеп яһай. "Оригами" журналын алдыра. 2000 йылда ошо баҫманың мөхәррире Сергей Афонкин үҙен Санкт-Петербургка оригамистарҙың бишенсе съезына ла саҡырған. Фәйрүз ағай унда оҫталыҡ дәрестәре биреп, үҙе лә күп нәмәгә өйрәнеп ҡайтҡан. Ҡаланың "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә эшләү ҙә уға был өлкәлә белемен камиллаштырырға ярҙам иткән.
Ҡыҫҡаһы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы ул. Тыуған көндәргә барғанда сәскә гөлләмәләре эҙләп йөрөйһө түгел, Фәйрүз ағайҙың ижад емештәрен бүләк итһәң, юбиляр бик тә шат буласаҡ.