Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тамыр” – балалыҡ һағында
“Тамыр” – балалыҡ һағындаРеспубликабыҙҙың ҡаҙаныштарын һанағанда, һис шикһеҙ, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалын да ошо иҫәпкә индереү зарур, сөнки Рәсәй төбәктәрендә, федераль сығанаҡтарҙан тыш, бындай форматта эшләгән бер генә телеканал да юҡ.
Мәғлүм булыуынса, 25-26 апрелдә баш ҡалала каналдың 25 йыллығы айҡанлы байрам саралары үтте, балалар өсөн күркәм тантана ойошторолдо. “Тамыр” хеҙмәт­кәр­ҙәре һәм унда шөғөлләнгән үҫ­мер­ҙәр – тәжри­бәле сәхнә оҫта­лары: улар бәләкәй тамаша­сыларҙың ғына түгел, ололарҙың да күңеленә ятырлыҡ сағыу, йыр-моңло, дәртле тамаша әҙерләгәйне.
Ижтимағи һәм иҡтисади үҙгә­реш­тәр хайран ҡалырлыҡ ҙур аҙымдар менән алға барған заманда сирек быуат балалар мәнфәғәтендә ижад итеү, туған телдең, мәҙәниәттең һағында тороу, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләү йәһәтенән “Тамыр” телеканалының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әммә заман ижади мөмкинлектәрҙе киңәйтеү менән бергә, көнүҙәк проблемалар ҙа ҡуя – ошо хаҡта Баш­ҡорт­остан юлдаш телеканалында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә һүҙ барҙы. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Баш­ҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Баш­ҡорт­остандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Йо­мабикә Ильясова, Әмир Ишем­ғолов, федераль телеканалдар, Милли те­лера­диотапшырыуҙар ассоци­ация­һы вәкилдәре, Ҡаҙағс­тан, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмуртия телеканалдарында балалар өсөн тапшырыуҙар әҙерләүсе белгес­тәр, ғалимдар ҡатнашты.
Төплө һөйләшеү бик йәнле барҙы. Белгестәр билдәләүенсә, Рәсәй киңлегендә күрһәтелгән барлыҡ балалар ҡатнаш­лы­ғын­дағы телепрограммаларҙы, аннимацион һәм телефильм­дарҙы бәләкәстәр өсөн файҙалы, тәр­биә­үи йәһәттән әһәмиәтле тип әйтеп булмай, уларҙың күбеһе күңел асыу өсөн генә эшләнә. Был йәһәттән “Тамыр” күптәргә өл­гө булырлыҡ: телеканал етеш­тергән тапшырыуҙар балаларҙың үҫеше өсөн тәрбиәүи, мәҙәни, рухи йәһәттән ҡеүәтле этәргес бу­лып тора, улар зауыҡлы, сағыу булыу менән бер рәттән, хәүеф­һеҙ ҙә, файҙалы ла. Был тәжри­бәне килгән ҡунаҡтар юғары баһаланы, киләсәктә өйрәнергә, үҙҙәренең төбәгендә ошо тәжри­бәне ҡулланырға ниәтләүен белдерҙе.
Әммә проблемалар ҙа етерлек, уларҙың иң ҙуры – финанс­лауҙың аҙ булыуы, ғөмүмән, балалар телевидениеһының үҫеш концепцияһы ҡануни һәм иҡти­сади йәһәттән дәүләт иғтиба­рынан ситтә ҡалыуы.
Милли телера­диотапшы­рыу­ҙар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Регина Юркина те­ле­тапшырыуҙарҙың дөйөм ағы­мында балалар өсөн әҙер­ләнгән программаларҙың бик аҙ булыуы, улар сигендә рекла­маның тыйылыуы, бер яҡтан, әһәмиәтле бул­һа, икенсе яҡтан, финанс мөмкин­лек­тәрҙе сикләүе хаҡында һөй­ләне, ошо етешһеҙлектәрҙе бөтө­рөү өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырыу кәрәк­леген белдерҙе. Ысынлап та, балалар өсөн әҙерләнгән программала реклама урынһыҙ, шул уҡ ваҡытта программалар ара­һында, әйтәйек, бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән тауарҙарҙы рекламалау мөмкиндер, был – ата-әсә өсөн дә кәрәкле мәғлүмәт.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт иғтибарынан һәм ярҙамынан тыш балалар телевидениеһын һаҡлап һәм үҫтереп булмай. “Түңәрәк өҫ­тәл”дәге төплө һөйләшеүҙе йом­ғаҡлап, депутаттар ошо проб­лемаларҙы хәл итеү йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштрыу маҡ­са­тында яңы тәҡдимдәр инде­рер­гә вәғәҙә итте, телевидение белгестәре балалар мәнфә­ғә­тен­дә эшләгән кадрҙарҙы һаҡлау һәм дәртләндереү, ижади мөм­кинлектәрен киңәйтеү зарур­лы­ғын, Рәсәйҙең башҡа төбәктә­рен­дә лә “Тамыр” тәжрибәһе өл­гө­һөндә балалыҡты яҡлаған, ҡурсалаған хәүефһеҙ телевидениены үҫтереү кәрәклеген бил­дәләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 993

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 464

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 472

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 967

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 100

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 458

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 285

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 445

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 174

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 394