Республикабыҙҙың ҡаҙаныштарын һанағанда, һис шикһеҙ, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалын да ошо иҫәпкә индереү зарур, сөнки Рәсәй төбәктәрендә, федераль сығанаҡтарҙан тыш, бындай форматта эшләгән бер генә телеканал да юҡ. Мәғлүм булыуынса, 25-26 апрелдә баш ҡалала каналдың 25 йыллығы айҡанлы байрам саралары үтте, балалар өсөн күркәм тантана ойошторолдо. “Тамыр” хеҙмәткәрҙәре һәм унда шөғөлләнгән үҫмерҙәр – тәжрибәле сәхнә оҫталары: улар бәләкәй тамашасыларҙың ғына түгел, ололарҙың да күңеленә ятырлыҡ сағыу, йыр-моңло, дәртле тамаша әҙерләгәйне.
Ижтимағи һәм иҡтисади үҙгәрештәр хайран ҡалырлыҡ ҙур аҙымдар менән алға барған заманда сирек быуат балалар мәнфәғәтендә ижад итеү, туған телдең, мәҙәниәттең һағында тороу, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләү йәһәтенән “Тамыр” телеканалының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әммә заман ижади мөмкинлектәрҙе киңәйтеү менән бергә, көнүҙәк проблемалар ҙа ҡуя – ошо хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә һүҙ барҙы. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Йомабикә Ильясова, Әмир Ишемғолов, федераль телеканалдар, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы вәкилдәре, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмуртия телеканалдарында балалар өсөн тапшырыуҙар әҙерләүсе белгестәр, ғалимдар ҡатнашты.
Төплө һөйләшеү бик йәнле барҙы. Белгестәр билдәләүенсә, Рәсәй киңлегендә күрһәтелгән барлыҡ балалар ҡатнашлығындағы телепрограммаларҙы, аннимацион һәм телефильмдарҙы бәләкәстәр өсөн файҙалы, тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле тип әйтеп булмай, уларҙың күбеһе күңел асыу өсөн генә эшләнә. Был йәһәттән “Тамыр” күптәргә өлгө булырлыҡ: телеканал етештергән тапшырыуҙар балаларҙың үҫеше өсөн тәрбиәүи, мәҙәни, рухи йәһәттән ҡеүәтле этәргес булып тора, улар зауыҡлы, сағыу булыу менән бер рәттән, хәүефһеҙ ҙә, файҙалы ла. Был тәжрибәне килгән ҡунаҡтар юғары баһаланы, киләсәктә өйрәнергә, үҙҙәренең төбәгендә ошо тәжрибәне ҡулланырға ниәтләүен белдерҙе.
Әммә проблемалар ҙа етерлек, уларҙың иң ҙуры – финанслауҙың аҙ булыуы, ғөмүмән, балалар телевидениеһының үҫеш концепцияһы ҡануни һәм иҡтисади йәһәттән дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалыуы.
Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Регина Юркина телетапшырыуҙарҙың дөйөм ағымында балалар өсөн әҙерләнгән программаларҙың бик аҙ булыуы, улар сигендә рекламаның тыйылыуы, бер яҡтан, әһәмиәтле булһа, икенсе яҡтан, финанс мөмкинлектәрҙе сикләүе хаҡында һөйләне, ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Ысынлап та, балалар өсөн әҙерләнгән программала реклама урынһыҙ, шул уҡ ваҡытта программалар араһында, әйтәйек, бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән тауарҙарҙы рекламалау мөмкиндер, был – ата-әсә өсөн дә кәрәкле мәғлүмәт.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт иғтибарынан һәм ярҙамынан тыш балалар телевидениеһын һаҡлап һәм үҫтереп булмай. “Түңәрәк өҫтәл”дәге төплө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, депутаттар ошо проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштрыу маҡсатында яңы тәҡдимдәр индерергә вәғәҙә итте, телевидение белгестәре балалар мәнфәғәтендә эшләгән кадрҙарҙы һаҡлау һәм дәртләндереү, ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү зарурлығын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә “Тамыр” тәжрибәһе өлгөһөндә балалыҡты яҡлаған, ҡурсалаған хәүефһеҙ телевидениены үҫтереү кәрәклеген билдәләне.