Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәр
Телеңә ҡарап телеңде ихтирам итерҙәрҠалалағы милли мәктәптәрҙең береһендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусыһының һөйләгәндәренән: “Бер йыл X класҡа бөтөн кешенең иғтибарын йәлеп итерлек егет килде. Ғорур ҡиәфәтле, яҡшы уҡый, шәп спортсы. Үҙе бер нисә музыка ҡоралында уйнай, оҫта бейей. Етди ҙә, шаян да. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне – бөтөн кеше менән башҡортса һөйләшә. Һөҙөмтәлә, ошо уҡыусыма эйәреп, класташтары ла үҙ-ара туған телендә аралаша башланы, бер нисәүһе ойошоп, милли ансамбль төҙөнө. Мәктәптә башҡалар ҙа башҡортса һөйләшеүҙе модаға индереп алды, хатта бығаса минең фәнгә илтифат күрһәтмәгән һауалы ҡыҙҙар ҙа тырышып уҡый башланы...”
Ҡалала башҡорт телен өйрәтеү ҡыйын тигән һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Ошо темаға бағышлап, йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә үткәрелгән ҡайһы бер “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, ҙур кәңәшмәләрҙә йыш ҡына ығы-зығы барлыҡҡа килеүе мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә кеүек. Ғәмәли эштән күберәк һүҙ һөйләүҙән, кемдәндер ғәйеп эҙләүҙән, тиҙ арала яҡшы һөҙөмтә көтөүҙәндер был. Өҫтәүенә һөйләшеү барышында ҡуйылған бурыстар йыш ҡына әлеге сара тамамланыу менән онотола, шуға ла киләһе осрашыуҙа шул уҡ мәсьәләләр, ҡапыл иҫкә төшкәндәй, йәнә ҡалҡып сыға. Күпме ваҡыт әрәмгә китә тигән һүҙ.
Бындай күренештәрҙән айырмалы, ысын күңелдән ихлас тырышҡан, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылған туған тел уҡытыусылары барыбер сараһын таба. Тап шундай рухлы, эшһөйәр, хеҙмәтен намыҫлы башҡарған педагогтар тотоп киләлер ҙә милли мәғарифты. Уларҙың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың әйтеүенсә, бөгөн башҡорт телен уҡытыуҙа иң ҙур проблема – дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуы. Был мәсьәлә, әлбиттә, үрҙә телгә алынған кәңәшмәләрҙә лә элек-электән тикшерелә килә, тик алға китеш бигүк һиҙелмәй. Шулай ҙа әҙерҙе көтөп ултырмаған уҡытыусылар яйын таба. Мәҫәлән, хәҙер күптәрҙең үҙ программаһын төҙөп, шуға ярашлы дәрес үткәреүе мәғлүм.
“Әсбаптарҙы нисек кенә еңелләштерергә тырышмаһындар, йөкмәтке барыбер шул килеш ҡала, – тигәйне бер уҡытыусы. – Тарихи романдарҙан ҡатмарлы өлөштәр, оҙон-оҙон шиғырҙар, һөйләм киҫәктәрен табыуы, ауыр булған бормалы-бормалы ҡушма һөйләмдәр... Күнегеүҙәрҙең күбеһе ниндәйҙер әҫәрҙән алына. Был мотлаҡмы икән һуң? Китапты төҙөгән белгестәр үҙҙәре йәки уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, ябайыраҡ текст яҙа алмаймы? Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт дәресендә романдарҙы бер нисә көнгә һуҙып өйрәнеү дөрөҫмө? Эйе, йәш быуын тарихыбыҙҙы, әҙиптәребеҙҙең ижадын белеп үҫергә тейеш. Тик дәрестә бындай әҫәрҙәрҙән ҡыҫҡараҡ, тулы вариант менән танышыуға ҡыҙыҡһындырырлыҡ өлөш кенә өйрәнелһен ине. Классикаға әүерелгәндәрҙе бит беҙ былай ҙа кластан тыш мотлаҡ уҡыла торғандар исемлегенә индергәнбеҙ, балалар уларҙы айырым ваҡытта үҙаллы өйрәнеп, аҙаҡ һорауҙарға яуап бирә йәки йөкмәткеһе буйынса инша яҙа”.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, башҡорт теленән күнегеүҙәр ҡыҫҡа булырға, күпселекте ябай диалогтар тәшкил итергә тейеш. Инглиз телендәге кеүек. Унда текстар бер нисә һөйләмдән артмай, күберәк аралашыу алымына өҫтөнлөк бирелә. Аңлайышлы ла, ролдәргә бүлешеп уҡыған балаларға ҡыҙыҡ та. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар, үҙенә киләсәктә кәрәк булмаһа, инглиз телен тырышып-тырмашып өйрәнмәҫ тә ине. Ул барлыҡ тармаҡтарға тиерлек үтеп ингән, сит илдәргә сыҡҡанда ла кәрәк, өҫтәүенә тиҙҙән был предметтан БДИ тапшыра башлаясаҡтар. Ә башҡорт теле? Үҙебеҙҙең милли республикабыҙҙа ла ҡулланылыу даирәһе тар бит һаман. Эйе, башҡортса төрлө мәҙәни, әҙәби саралар күп үткәрелә хәҙер, матур-матур йолаларыбыҙ тергеҙелеп, ҙур байрамдар ойошторола һ.б.
Был саралар халҡыбыҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын тамырҙарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, шул иҫәптән телебеҙҙе онотмаһын тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Тимәк, ныҡлы нигеҙ бар: йәштәр, булғанды һаҡлау ғына түгел, үҫтерергә лә кәрәклеген белеп, тағы ла киңерәк майҙан яуларға ынтылыр. Кире осраҡта телебеҙ милләт эсендә генә ҡулланылыуҙан уҙа алмаясаҡ. Ә уның республикабыҙҙың дәүләт теле тигән статусы бар!
Һәр милләттең йөҙөн ошо телдә һөйләшкән кешеләр билдәләй. Әгәр улар йәмғиәттә кире холоҡ-ғәҙәте менән таныла икән, нисек ихтирам яулай алһын? Сит милләттән булған танышымдың әйткәне онотолмай: “Бер ҡатын автобусҡа балаһын елкәһенән тотоп алып инде лә ярһып әрләргә тотондо. Башҡорт. Ҡысҡыра торғас, баланы һуғып ебәрҙе. Автобустағылар йәмһеҙ күренештән, ҡолаҡты ярған тауыштан ни әйтергә белмәй шымып ҡалды. Ә мин ирекһеҙҙән: “Балаларыма мәктәптә ошо телде мотлаҡ рәүештә өйрәтәләр бит әле”, – тип уйлап ҡуйҙым. Беләм, һәр милләттә лә төрлө кешеләр бар. Шулай ҙа, бер ҡалаҡ дегет тотош мискәнең балын боҙа тигәндәй, айырым кешегә ҡарап дөйөм халыҡҡа баһа биреп ҡуйған осраҡтар ҙа була шул”.
Милләттең көсө – дуҫлыҡ-татыулыҡта, бер-береңә, башҡа халыҡ вәкилдәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ урында бының киреһен күрергә тура килә. Мәҫәлән, хәҙер киң аралашыу майҙаны булған социаль селтәрҙәрҙә. Бер-береңә, төбәгеңә ҡара яғыу, иреш-талаш сығарырға ынтылыу, ҡан-ҡәрҙәшеңде яманлаған яҙмаларҙы, “оҡшай” тип сәхифәңә шылдырып алыу – быларға ҡарап, башҡа халыҡтар үҙ баһаһын тиҙ сәпәп ҡуялыр. Был телде үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаймы?
Яҙманың иң башында телгә алынған ғорур ҡиәфәтле башҡорт уҡыусыһына әйләнеп ҡайтҡанда, йәш быуын араһында тиҫтерҙәренә шундай өлгө күрһәтерлек, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек ҡыҙҙар һәм малайҙар күберәк булһа ине. Ә ундай балаларҙы, әлбиттә, туған халҡының, теленең, мәҙәниәтенең, башҡа рухи ҡиммәттәренең киләсәге өсөн ысын күңелдән янып-көйөп йәшәгән рухлы, иманлы ата-әсә генә үҫтерә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 619

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 821

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 668

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 272

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 151

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 292

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 156

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 127

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 151

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 180

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 118

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 146