Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ул иҫән булһа... Белем биреү тармағында – үҙгәреш артынан үҙгәреш. Халыҡ хәҙер уларға күнеп тә бөттө шикелле: иң ауыр ваҡытта ла тауыш ҡуптармай, тыныс ҡабул итә кеүек. Был, бәлки, арабыҙҙа үҙ һүҙен ярып әйтә белгән, ғүмеренең һәр көнөн мәғариф өсөн янып-көйөп үткәргән кешеләрҙең аҙая барыуына бәйлелер. Мәҫәлән, Рафаэль ағай Аҙнағолов кеүек. Ул иҫән булһа...

...Төбәгебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш райондарының береһенә сәфәргә сыҡҡанбыҙ. Юлдашыбыҙ Рафаэль Аҙнағолов йоҡомһорап барырға һис ирек бирмәй. Ялан, ҡалҡыулыҡ-түбә, йылға-күл атамаларының килеп сығышын бәйән итә, мәғлүмәттәргә үҙ фаразын өҫтәй, был ерҙәргә уйылған тарих эҙҙәрен барлай, урындағы халыҡтың холоҡ-фиғелен иҫенә төшөрә...
Районда уны ҙур хөрмәт менән ҡаршы алалар. “Рафаэль Ғәйнетдин улы, әйҙә, тәүҙә ял итеп алығыҙ. Ҡунаҡханала урын әҙер”, – тип өтәләнә хакимиәт вәкилдәре. Аға­йыбыҙ иһә тәүҙә туған тел уҡы­тыусылары менән осрашыу, бөгөн-иртәгә район үҙәгендәге, шулай уҡ төпкөлдә ятҡан барлыҡ ауылдарҙағы мәктәптәргә йөрөп өлгөрөү теләген белдерә. Ҡулындағы ҙур сумкаларҙа – педагогтарға методик ярҙам күрһәтеү өсөн алып килгән әсбаптары...
Шулай республика мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыу шарттарын баһалау, пе­дагогтарға яңы дәүләт стандарттарына ярашлы заманса белем биреү алымдарын өйрәтеү, пробле­маларҙы асыҡлау һәм яйға һалыуға булышлыҡ итеү маҡсатында сәфәрҙәргә йыш сыға торғайны Рафаэль Ғәйнетдин улы. Ошо изге ниәттәр менән күрше төбәктәрҙең юлына ла саң ҡундырманы ул. Көҙгө шыңшыу ямғырлы ваҡытмы, ҡышҡы сатлама һыуыҡмы, яҙғы бысраҡ мәлме – һис ниндәй тәбиғәт шарттары сәфәренә кәртә була алманы. Тәьҫораттары менән ҡайтҡас уҡ “Башҡортостан” гәзитенең тулы бер бите аша ихлас уртаҡлашыр ине. Яҙмала һоҡланыу, ғорурланыу, ғәжәпләнеү, әсенеү, көйөнөү, өмөт-ышаныс – барыһы бергә бәйләнә. Һәр мәҡәләһе айырым әҫәргә тиң. Күңелгә ялҡын өҫтәй, уйландыра. Ҡайһы бер район хакимиәттәре вәкилдәренең сәменә лә тейә...
Сәфәрҙәргә ҡурайын да ҡалдырмай алып йөрөр ине Рафаэль ағай. “Ул уҡытыусыларға, туған һәм дәүләт телен өйрәнгән йәш быуынға әйтеп бөтөрә алмаған һүҙҙәремде еткереп ҡуя”, – ти торғайны. Ҡурайҙа оҫта уйнауынан тыш, лирик шиғырҙар яҙҙы, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә үҙ баһаһын бирә барҙы, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә яҡшы һүҙе аша ҡанат ҡуйҙы. Район уҡыусыларының ижад эштәрен редакцияға күпләп алып килер ине. “Кешенең күңелен үҫтерә белергә кәрәк, – ти торғайны. – Айырыуса балаға иғтибар кәрәк. Гөл дә, һыу ҡоймаһаң, йәме менән һөйөндөрмәй бит”. Тәбиғәт йәнле кеше булараҡ, һәр нәмәне үҫемлек донъяһы менән сағыштырҙы...
Көслө ихтыярлы ине Рафаэль ағай. Ғилемдең ҡәҙерен белде. “1941 йылда тыуған кеше булараҡ, белем юлына еңел килмәнем, – тип хәтерләр ине. – Балалыҡ йылдарымдан миңә китап уҡып ултырған түгел, ә баҫыуҙа, ырҙын табағында эшкә егелгән кирза итекле малай баға кеүек. Ифрат етди һәм моңһоу йөҙ... Уның менән осрашам да һиҫкәнеп китәм. Әсәйемдең хәс­тәрлеге, һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарға хас ҡыйыулығы, белемдең көсөнә ышанысы булмаһа, ниндәй булып үҫер инем икән? Ғөмүмән, ғилемдең ҡеүәте баһалап бөткөһөҙ. Уның ярҙамында ҡоролған тормошомдан ҡәнәғәтмен. Педагогикаға бағыш­ланған юлыма тоғро булдым. Еңел­лек йә табыш эҙләп, бер һөнәрҙән икенсеһенә һикереп йөрөмәнем. Берләштерергә тура килгән эштәрем дә шул педагогикаға бәйле”.
...Рафаэль Ғәйнетдин улының баҡыйлыҡҡа күсеүенә йыл тула. Милли матбуғат менән мәктәпте бәйләгән ныҡлы терәгебеҙ ҡоланы кеүек. Уның юлын дауам итеүсе булырмы? Милли мәғарифтың яҙмы­шы өсөн янып, туған тел уҡытыу­сы­ларына ярҙам күрһәтеү маҡ­сатында республиканы арҡырыға-буйға гиҙер ғалим табылырмы? Белем биреү өлкәһендәге бәләкәй генә ыңғай яңылыҡҡа ла балалай шатланыр, шарҡылдап көлөп ебәрер ихлас Рафаэль ағайҙың рухы һүнмәҫме? Юҡ, йәшәр. Һәр ерҙә ныҡлы ғилем, күңелдәргә яҡты нур өләшеп ғүмер итте бит ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 273

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 325

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 142

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 381