Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтөк, утлап, бәғерем...
Күп кенә нығынған һүҙбәйләнештәрҙә (фразеологизмдарҙа) хәҙер инде телдән төшөп ҡалған йәки һирәк ҡулланылған һүҙҙәр осрай. Шуларҙың бер нисәүһен һанап үтәйем: ат һуғарам; өмөт бағлап килдем; көтә-көтә көтөк булдым; мал утлап йөрөй; бәғерем тип ярата һәм башҡалар.
Һуғарам, бағлап, көтөк, утлап, бәғерем... Һирәк ҡулланылған был һүҙҙәр ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?


Р. ХӘЛИЛОВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.


Силәбе өлкәһе.

Ысынлап та, әлеге һүҙҙәр телдә бик һирәк, асылда ошо һүҙбәйләнештәрҙә генә ҡулланыла.
Ат һуғарам. “Һуғарам” һүҙенең тамырында боронғо төрки һүҙе “суғ” ята. Ул көнсығыш төрки телдәрҙә, мәҫәлән, хәҙерге хакастарҙа, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ һаҡланған. Ә баш­ҡортта боронғо ғ өнөнөң у (уау) өнөнә күсеүе арҡаһында “һыу” һүҙе барлыҡҡа килгән. Бындай күсеш законын профессор Ж.Ғ. Кейекбаев асҡан (“Башҡорт теленең фонетикаһы”). Уның миҫалдары: ағыз-ауыҙ, тағуҡ-тауыҡ, бағыр-бауыр, ағлаҡ-аулаҡ; тағ-тау, сағ-һау, бағ-бау һәм башҡалар.
“Өмөт бағлап”. Бындағы ҡылым да айырым ҡулланылмай, бер һүҙлеккә лә инмәгән, тимәк, бик боронғо булырға тейеш. Мәхмүт Ҡашғариҙың ХI быуатта яҙылған һүҙлегендә “бағлади” тигән һүҙ бирелгән, уның мәғәнәһен урыҫ телендә “завязал” тип тәржемә иткәндәр. Тимәк, “өмөт бәйләү” тигәнде аңлата.
Ж.Ғ. Кейекбаев һүҙ уртаһындағы й (йот) өнөнөң боронғо ғ өнөнән килеп сыҡҡанын иҫбат иткән: “Башҡортса “һуйыу” һүҙе этимологияһы буйынса “һуғыу” менән бер тамырҙан. Быны “һуғым” формаһының һаҡ­ланыуынан белеп була”. Ысынлап та, тәүтор­мош кешеләре мал аҫрамаған, туҡланыу өсөн ҡыр йәнлектәрен таштаяҡ менән һуғып тотҡан.
Боронғо “бағ” һүҙе икәүгә айырылған: бау һәм бәй. “Өмөт бағлап” һүҙбәй­лә­не­шендәге ҡылым иһә, бергә ҡул­ла­нылғанлыҡтан, боронғо формаһын һаҡлап ҡалған.
“Көтә-көтә көтөк булдым”. Көтөк һүҙе лә телдә айырым ҡулланылмай, һүҙлектәрҙә лә осрамай, мәғәнәһе асыҡ түгел. Уның тарихи нигеҙен асыҡлауға Ж.Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәттәре ярҙам итә. Ғалим билдәләүенсә, күп кенә һүҙҙәрҙең уртаһындағы й (йый) өнө боронғо төрки телдәге т өнөнән барлыҡҡа килгән. Бына уның формулаһы: т-д-з>ҙ>й. Мәҫәлән, боронғо төрки теле һүҙе атаҡ — тыва телендә — адаҡ, хакаста – азах, башҡортта – аҙаҡ һәм айаҡ (орфография буйынса – аяҡ).
Беҙҙең диалекттарҙа йәки уларҙың төрлө һөйләштәрендә бер үк мәғәнәле ҡотоҡ, ҡоҙоҡ, ҡойоҡ (ҡойо) һүҙҙәре һаҡ­лан­ған. Ж.Ғ. Ке­йекбаевтың хеҙмәтенән бер өҙөк килтерәйек: “Башҡорт һөйләш­тәрендә ҡотоҡ > ҡоҙоҡ ҡойоҡ > формалары булған кеүек, көтөк > көҙөк > көйөк формалары осрай. Мәҫәлән, төрлө һөй­ләштәрҙә күңелгә көйөк булды, күңелгә көҙөк булды тигән һүҙбәйләнештәр бер үк мәғәнәлә ҡулланыла”. Профессор көйөк, көҙөк варианттары хаҡында һүҙ алып бара, ә көтөк һүҙен иҫкә алмай. Ни өсөн тигәндә, был һүҙ бер диалектта ла ҡулла­нылмай, һүҙбәйләнештә генә нығынып ҡалған. Тимәк, әйтемде “көтә-көтә көйөк булдыҡ” тип аңларға кәрәктер.
“Утлау” ҡылымы ла боронғо төрки теленән килә. Һүҙлектә “от” һүҙе бирелеп, уның мәғә­нәһен “үлән” тип тәржемә иткәндәр. Боронғо төрки өнө башҡорт телендәге у өнөнә күскән: отуз — утыҙ, ҡобуз — ҡумыҙ, тоҡуз — туғыҙ һәм башҡалар.
Тимәк, “мал утлап йөрөй” тигәнде “мал үләнләп (үлән ашап) йөрөй” тип аңларға кәрәк. Әйткәндәй, телдә һарут, күҙлут тигән үләндәр бар.
“Бәғерем” тигән яратыу һүҙе лә боронғо телдән килә. Ул боронғо “бағыр” (бауыр) һүҙенән килеп сыҡҡан. Алда әйтелгәнсә, боронғо ғ өнө у (уау) өнөнә күскән (тағ-тау), әммә яратыу терминында ғ > у күсеше булмаған, тотороҡло һаҡланған.

Әхмәр АҘНАБАЕВ,
БДУ профессоры.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 273

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 326

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 143

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 383