Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителде
Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителдеУчалы ауыл Советы районда иң ҙур биләмәләрҙән һанала. Уға Учалы, Ҡалҡан, Өргөн, Һәйтәк ауылдары ҡарай, 2688 йортта 8297 кеше йәшәй. Учалы ауылының үҙендә генә 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Биләмә йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Шәхси йорт һалып инергә теләүселәр өсөн ер участкалары бүленә. Ултыраҡтың ҡаланан алыҫ булмауы ла ҙур роль уйнай.

Эргәнән генә Белорет – Учалы - Мейәс юлы үтә. Тәүлек әйләнәһенә маршрут автобустары йөрөй, ҡалаға барыу өсөн транспортты ла оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй. Йәштәр бында күпләп төпләнә, йыл һайын ике тиҫтәгә яҡын ғаилә өй туйлай.

Әлбиттә, проблемалар ҙа етәрлек. Ошо көндәрҙә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабировҡа Учалы ауылында йәшәгән Юлиә Ғарипова Еңеүҙең 30 йыллығы һәм Элеватор урамдарындағы тыҡрыҡта төнөн бик ҡараңғы, яҡтыртҡыстарҙың булмауы тураһында бошоноп мөрәжәғәт итә.

Мәсьәләне асыҡлау өсөн беҙ Учалы ауылы хакимиәте башлығы Альберт МОСТАФИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— 2018 йылда район хакимиәте тарафынан беҙҙең биләмәгә урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу маҡсатында 3 миллион һум аҡса бүленде. Уға ярашлы, биләмәнең дүрт ауылында ла 573 яҡтыртҡыс энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаштырылды, әммә ҡайһы бер урамдарҙың өлөштәре, тыҡрыҡтар техник мөмкинлектәрҙең, йәғни бишенсе линияның булмауы арҡаһында яҡтыртылмай ҡалғайны.

Проблема этаплап хәл ителә: кәрәкле урындарға кабель һуҙыла һәм яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Был эштәр барыһы ла лампаларҙы алмаштырғандан һуң энергияны экономиялаған аҡсаға атҡарыла. Әйткәндәй, модернизациялау арҡаһында сығымдар 45 процентҡа кәмене. Уҙған шәмбе юғарыла телгә алынған урындарҙа ла мәсьәлә ыңғай хәл ителде.

Юғары көсөргәнешле токтың һикереүе арҡаһында яҡтыртҡыстарҙың эшлектән сығыу осраҡтары ла күҙәтелә. Контракт шарттарына ярашлы, эштәрҙе башҡарған подряд ойошмаһы уларҙы ике йыл дауамында үҙе алмаштыра, был мәсьәлә лә контролдә тотола, — тип яуап бирҙе беҙгә хакимиәт башлығы.

Республика Башлығына мөрәжәғәт иткән Юлиә Ғарипова проблеманың тиҙ арала сиселеүенә бик шат.

— Ике бала әсәһемен, иртән өлкән ҡыҙымды балалар баҡсаһына алып барғанда урамдың ҡараңғы булыуы борсоуға һала ине. Беҙҙең урамда бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, мәктәп йәшендәге балалары булғандар уларҙың именлеге өсөн хәүефләнде. Үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалып, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә барыһы ла шат: урамыбыҙ төндә лә балҡып тора хәҙер, — тине ул.


Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
Фото: big-rostov.ru сайтынан


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡасан бында ут, газ, һыу булыр?

Ҡасан бында ут, газ, һыу булыр? 26.03.2019 // Инцидент

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Был юлы республика етәксеһенән...

Тотош уҡырға 111

Ура, ут булды!

Ура, ут булды! 20.03.2019 // Инцидент

Дәүләкәндән Оксана Иванова-Антипова социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул иткән эш...

Тотош уҡырға 132

Машина ҡуйыу урыны түгел!

Машина ҡуйыу урыны түгел! 07.03.2019 // Инцидент

Өфөнөң Әй урамындағы 54-се йортта йәшәгән халыҡ ҡайһы берәүҙәрҙең автомобилен газонға ҡуйыуына ялыу...

Тотош уҡырға 131

“Инцидент” ярҙам итә

“Инцидент” ярҙам итә 25.02.2019 // Инцидент

Өфөләге һәр йорт ихатаһында тиерлек ташландыҡ машиналар бар. Улар коммуналь хеҙмәттәргә эшләргә...

Тотош уҡырға 291

Кабинетты нисек йылытырға?

Кабинетты нисек йылытырға? 10.02.2019 // Инцидент

Социаль селтәрҙә Өфөнән Әлфиә Мәмбәтова 117-се мәктәптең бер класында һыуыҡ булыуына зарланды....

Тотош уҡырға 237

Блокаданы үткән өлкән кеше ниңә ундай шарттарҙа көн итә?

Блокаданы үткән өлкән кеше ниңә ундай шарттарҙа көн итә? 09.02.2019 // Инцидент

Социаль селтәрҙә Лиә Хафизова хәбәр итеүенсә, Иглин районының Күҙәкәй ауылында Валентина Николаевна...

Тотош уҡырға 271

Өҫтәмә сүп һауыттары ҡуйылды

Өҫтәмә сүп һауыттары ҡуйылды 05.02.2019 // Инцидент

Благовар районында йәшәгән ҡатын төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йыл...

Тотош уҡырға 256

Асыҡ ҡоҙоҡ күрһәң, хәбәр ит

Асыҡ ҡоҙоҡ күрһәң, хәбәр ит 04.02.2019 // Инцидент

Башҡортостандағы бөтә район һәм ҡала хакимиәттәре ҡапҡастары ябылмаған ҡоҙоҡтар тураһындағы хәбәр...

Тотош уҡырға 286

Өйгә ҡайтам тиһәң, 1000 һум кәрәк

Өйгә ҡайтам тиһәң, 1000 һум кәрәк 01.02.2019 // Инцидент

Йәрмәкәй – Бәләбәй автобус маршруты халыҡты оҙаҡ йылдар хеҙмәтләндереп килһә лә, бер нисә йыл элек,...

Тотош уҡырға 450

43 йортҡа клуб кәрәкмәйме ни?

43 йортҡа клуб кәрәкмәйме ни? 24.01.2019 // Инцидент

Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылынан Римма Сөләймәнова “Инцидент” системаһына бер сәбәпһеҙ былтыр...

Тотош уҡырға 474

Компенсация  түләнгән – күсәсәк

Компенсация түләнгән – күсәсәк 22.01.2019 // Инцидент

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә...

Тотош уҡырға 326

“Тегендә барма, бында бар... Башыңа ҡар төшөр”

“Тегендә барма, бында бар... Башыңа ҡар төшөр” 21.01.2019 // Инцидент

Ҡыш етһә, “Уңыш джентльмендары” фильмынан Василий Алибабаевичтың ошо һүҙҙәре иҫкә төшә....

Тотош уҡырға 361