Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителде17.01.2019
Урамдар яҡтыртыла йәки проблема хәл ителдеУчалы ауыл Советы районда иң ҙур биләмәләрҙән һанала. Уға Учалы, Ҡалҡан, Өргөн, Һәйтәк ауылдары ҡарай, 2688 йортта 8297 кеше йәшәй. Учалы ауылының үҙендә генә 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Биләмә йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Шәхси йорт һалып инергә теләүселәр өсөн ер участкалары бүленә. Ултыраҡтың ҡаланан алыҫ булмауы ла ҙур роль уйнай.

Эргәнән генә Белорет – Учалы - Мейәс юлы үтә. Тәүлек әйләнәһенә маршрут автобустары йөрөй, ҡалаға барыу өсөн транспортты ла оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй. Йәштәр бында күпләп төпләнә, йыл һайын ике тиҫтәгә яҡын ғаилә өй туйлай.

Әлбиттә, проблемалар ҙа етәрлек. Ошо көндәрҙә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабировҡа Учалы ауылында йәшәгән Юлиә Ғарипова Еңеүҙең 30 йыллығы һәм Элеватор урамдарындағы тыҡрыҡта төнөн бик ҡараңғы, яҡтыртҡыстарҙың булмауы тураһында бошоноп мөрәжәғәт итә.

Мәсьәләне асыҡлау өсөн беҙ Учалы ауылы хакимиәте башлығы Альберт МОСТАФИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— 2018 йылда район хакимиәте тарафынан беҙҙең биләмәгә урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу маҡсатында 3 миллион һум аҡса бүленде. Уға ярашлы, биләмәнең дүрт ауылында ла 573 яҡтыртҡыс энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаштырылды, әммә ҡайһы бер урамдарҙың өлөштәре, тыҡрыҡтар техник мөмкинлектәрҙең, йәғни бишенсе линияның булмауы арҡаһында яҡтыртылмай ҡалғайны.

Проблема этаплап хәл ителә: кәрәкле урындарға кабель һуҙыла һәм яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Был эштәр барыһы ла лампаларҙы алмаштырғандан һуң энергияны экономиялаған аҡсаға атҡарыла. Әйткәндәй, модернизациялау арҡаһында сығымдар 45 процентҡа кәмене. Уҙған шәмбе юғарыла телгә алынған урындарҙа ла мәсьәлә ыңғай хәл ителде.

Юғары көсөргәнешле токтың һикереүе арҡаһында яҡтыртҡыстарҙың эшлектән сығыу осраҡтары ла күҙәтелә. Контракт шарттарына ярашлы, эштәрҙе башҡарған подряд ойошмаһы уларҙы ике йыл дауамында үҙе алмаштыра, был мәсьәлә лә контролдә тотола, — тип яуап бирҙе беҙгә хакимиәт башлығы.

Республика Башлығына мөрәжәғәт иткән Юлиә Ғарипова проблеманың тиҙ арала сиселеүенә бик шат.

— Ике бала әсәһемен, иртән өлкән ҡыҙымды балалар баҡсаһына алып барғанда урамдың ҡараңғы булыуы борсоуға һала ине. Беҙҙең урамда бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, мәктәп йәшендәге балалары булғандар уларҙың именлеге өсөн хәүефләнде. Үтенесебеҙгә ҡолаҡ һалып, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә барыһы ла шат: урамыбыҙ төндә лә балҡып тора хәҙер, — тине ул.


Вернуться назад