Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Уҡытыусың кем?”
Исламда уҡытыусылыҡ, остазлыҡ юғары урынға ҡуйылған. Улар “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып барыусы” тип нарыҡлана.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уҡытыусы булараҡ, уға бөтөн ғилемде өйрәткән. Фәрештәләр быға ҙур борсолоу белдергән. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң? – тип мөрәжәғәт иткән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмай, ерҙә тәртипһеҙлек ойоштороп ҡуйһа, ни ҡылырһың?” Яуап иһә шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем”.
Ошо һүҙҙәр кешелектең йәшәйеш нигеҙе булып тора. Тормошта барыһы ла аң-белемгә бәйле. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе башҡа йән эйәләренән өҙлөкһөҙ ғилем туплау мөмкинлеге менән өҫтөн иткән, был ышаныс­ты аҡларға бурыслыбыҙ. Ә ошондай хаҡ юл башында уҡытыусы тора.

Мәғлүм ки, борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән “Нимәгә өйрәндең?” тип һорамағандар, ә “Уҡытыусың кем булды?” тип белешкәндәр. Ошо яуап барыһын да аныҡлаған. Баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур. Уны скульптор менән сағыштырырға ла мөмкин. Был оҫта таш киҫәген сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя, шуның шикелле уҡытыусы ла йәш быуынды “әүәләй”.
“Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем донъяһы, мәғлүм ки, ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң.

Шул уҡ ваҡытта ғилем төрлө фәндәрҙе өйрәнеү, эҙләнеү, тикшереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул – ғәжәп киң төшөнсә. Белемле кеше тәү сиратта тәрбиәле, әҙәпле, әхлаҡлы, иманлы була. Ул бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуймай, тәкәбберләнмәй. Быға иң ҙур миҫал — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Раббыбыҙҙан бирелгән ҙур ғилеме менән һис ҡасан маһаймаған, киреһенсә, уны таратҡан. “Белемдең иң ҡәҙерлеһе, бәрәкәтлеһе – башҡалар менән бүлешелгәне”, – тип өйрәтә динебеҙ.

Ошо һүҙҙәргә бәйле фекер йөрөткәндә лә, уҡытыусыларҙың баһаһының ни ҡәҙәр юғары икәненә төшөнәбеҙ. Белемен даими камиллаштырған, уны йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткергән, һәр кемгә тигеҙ иғтибар бүлгән, күңел йылыһын биргән мөғәллимдәребеҙҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тимәк, уларға ҡарата хөрмәт тә ҙур булырға тейеш. Бөйөк һөнәр эйәләренә Уҡытыусылар көнөндә генә түгел, һәр саҡ ихтирам күрһәтеп йәшәргә, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәҫкә бурыслыбыҙ. Шул саҡта йәш быуынды ғилемле лә, тәрбиәле лә итеп үҫтереү ниәтебеҙ тормошҡа ашыр, иншаллаһ.

Тәкәбберлектән һаҡлан



Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был һыҙат – шайтан фиғеле.

“Мин” тигән һүҙҙе лә тәүгеләрҙән булып иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға бойорғас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.

Кемдең кемдән өҫтөнөрәк, яҡшыраҡ булыуын Аллаһ Тәғәлә белә. “Яҡлау һорағанға ярҙам итегеҙ, Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип саҡырылған ергә бармай ҡалмағыҙ, изгелек ҡылғанға яҡшылыҡ менән яуап бирегеҙ”, – тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ.

Тормош һынауы



Мәғлүм ки, Раббыбыҙ әҙәм балаһын төрлө ауырлыҡтар, бәлә-ҡаза менән һынап тора. Кешенең яҙмышы – Аллаһтың ихтыярында.

Һынауҙы Аллаһ Тәғәлә әҙәмде юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә сабырлығын, иманлылығын тикшереү өсөн бирә. Ауырлыҡтар кешене күңел керенән таҙарта. Шул ваҡытта паклана белгәндәр “алтын”ға әйләнә, ә булдыра алмағандар вәхшигә әүерелә. 

Тормош имтихандарҙан хасил. Уларҙы лайыҡлы үтеп, сабырлыҡҡа таянып, изгелек өләшеп, матур йәшәргә яҙһын.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә өс игеҙ бала тыуған

Өфөлә өс игеҙ бала тыуған 24.04.2026 // Йәмғиәт

Балалар Республика клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән....

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»на саҡырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»на саҡырҙы 24.04.2026 // Йәмғиәт

Акция көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Онлайн диктантты көндөҙгө сәғәт 11-ҙә яҙырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды 23.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 1

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә...

Тотош уҡырға 1

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан 23.04.2026 // Йәмғиәт

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды 22.04.2026 // Йәмғиәт

2026 йылдың 3 февралендә был мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде – үҫмер үҙенең класташтарына ......

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне 22.04.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү башланды

Башҡортостанда сәсеү башланды 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда сәсеү башланды...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен дәртләндерергә ҡушты

Комментарий өҫтәргә