Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йома_вәғәзе: “Ураҙа фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”
Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәштәр! Иншаллаһ, киләһе аҙнала мосолман өммәтенең иң бөйөк айы Рамаҙан башлана. Ошо уңайҙан һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләп, ураҙа мө­бәрәк булһын, барыбыҙға ла Раббыбыҙҙың рәхмә­тенә өлгәшергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ.
“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндә­ләрем! – тиелгән изге Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Мәғлүм ки, изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Эйе, тел тормошобоҙҙа ҙур көскә эйә. Уның йәмғиәттә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ”, – тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ярылып ята.
Бөгөн өҫтәлдәребеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ашамлыҡтан һығылып тора. Аслыҡ, һуғыш йылдарында көн иткәндәр кеүек бер һыныҡ икмәккә зар булып йәшәмәйбеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа туҡ. Ошо муллыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә изге Рамаҙан. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһының күңеле йомшара, ул мохтаждарға, сирлеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡтарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Ҡыҙ бала – туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Ныҡ өлкән йәштәге­ләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен дәртләндерергә ҡушты
Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә 21.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне 21.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә

Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә 20.04.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан йондоҙло пар йәнә атай-әсәй булырға йыйына
Республикала май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ

Республикала май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ 20.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл май байрамдары бер аҙ ҡыҫҡараҡ була, күптәрҙе түбәндәге һорауҙар борсой: аҙнаһына алты көн ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала 20.04.2026 // Йәмғиәт

Диндарҙарҙы Сәғүд Ғәрәбстанына хажға алып барыу программаһы әҙер, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең ......

Тотош уҡырға 1

Мане һәм Билал: республикала сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Мане һәм Билал: республикала сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 20.04.2026 // Йәмғиәт

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы ата-әсәләрҙең яңы тыуған балаларына ҡушҡан популяр һәм ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Башҡортостанда мәҙәниәттең матурлығын нисек асыуҙары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда мәҙәниәттең матурлығын нисек асыуҙары хаҡында һөйләне 17.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостанда бер юлы ике әһәмиәтле ваҡиға билдәләнә, уларҙың һәр береһе республикабыҙҙың ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған 17.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ эшләй башлауы ихтимал

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ эшләй башлауы ихтимал 17.04.2026 // Йәмғиәт

Әлеге ваҡытта объектта фасадты биҙәү һәм быяла ҡуйыу эштәре алып барыла....

Тотош уҡырға 2

Стәрлетамаҡ предприятиеһында һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк

Стәрлетамаҡ предприятиеһында һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк 17.04.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ заводында янғынды һүндергәндә һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә тейешле ярҙам ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә