Йома_вәғәзе: “Ураҙа фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”11.05.2018
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Иншаллаһ, киләһе аҙнала мосолман өммәтенең иң бөйөк айы Рамаҙан башлана. Ошо уңайҙан һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләп, ураҙа мөбәрәк булһын, барыбыҙға ла Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ.
“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем! – тиелгән изге Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Мәғлүм ки, изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Эйе, тел тормошобоҙҙа ҙур көскә эйә. Уның йәмғиәттә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ”, – тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ярылып ята.
Бөгөн өҫтәлдәребеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ашамлыҡтан һығылып тора. Аслыҡ, һуғыш йылдарында көн иткәндәр кеүек бер һыныҡ икмәккә зар булып йәшәмәйбеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа туҡ. Ошо муллыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә изге Рамаҙан. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһының күңеле йомшара, ул мохтаждарға, сирлеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡтарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Ҡыҙ бала – туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙабыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.